Баймаҡта – шиғыр һөйөүсе кескәйҙәргә онлайн-дәрес

«Игебай мәктәбе» Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янындағы «Игебай мәктәбе» клубының онлайн-дәрестәре эшләй башлаған. Клубтың етәксеһе – Айгөл Иҙелбаева.

– Һәр кемдә лә шағирлыҡ тәбиғәте йәшәй, тиҙәр. Шағирлыҡ – Хоҙайҙан бирелгән күркәм һәләт ул. Уны күңелдәрендә йөрөтөүселәр нескә хисле була, һүҙҙе тәрән тоя, уны хатта йәнләндереп ебәрә. Шиғри һүҙ һәр заманда ла юғары баһаланған: кеше күңеленә үтеп ингән, батырлыҡтарға дәртләндергән, бәхет күгенә күтәргән, йәки, киреһенсә. Һәр хәлдә, битараф ҡалдыра алмайҙыр, тип уйлайым.

Матур яҙыр өсөн нәфис әҙәбиәтте лә күп уҡырға, телде шымартырға кәрәк. Китап уҡыуҙың мөһимлеге тураһында һәр дәрестә лә әйтә киләм, быныһында ла ҡабатлайым. Доға ҡабатлағандан иҫкермәй, тиҙәр бит. Шиғриәткә әйләнеп килһәк, тыуған еребеҙҙең гүзәллеге, беҙҙе яратҡан кешеләребеҙҙең уратып алыуы, тормошта бәхет, мөхәббәт тигән төшөнсәләрҙең йәшәүе һәм ошо хозурлыҡты күрә белеүебеҙ күңелдәребеҙҙе хискә, шиғри моңға этәрә, әйҙәй. Ә «Игебай мәктәбе» клубында тап шундай матурлыҡҡа ғашиҡ ҡәләм тирбәтергә яратыусылар тупланған да инде. Беҙҙең онлайн-дәрестәрҙә һеҙҙең ижад емештәрегеҙҙе тикшереп, анализ яһарға өйрәнербеҙ, кескәй әҙәбиәт һөйөүселәрем, – тип дәресте башларҙан алда шиғриәт тураһында һөйләй Айгөл Иҙелбаева.

Бик матур онлайн-дәрес башлаған баймаҡтар. Оҙаҡ дауам итергә яҙһын, маладистар!

Һүрәт Баймаҡтағы «Игебай мәктәбе» клубы төркөмөнән.

Автор: Зөһрә Хәкимова
15.10.2020