Беҙ мәктәпкә әҙер, ә һеҙ?

Ер аҫтында, ер өҫтөндә
Күпме юлдар – таҫма һымаҡ,
Диңгеҙҙәрҙе ярып үтә,
Йондоҙҙарға илтә һуҡмаҡ.
Башлана һуң улар ҡайҙан?
Улар башы – мәктәп юлы,
Ул – тынғыһыҙ белем юлы.
Һәр кем изге күрә уны.
(С.Әлибаев)
🥁Быйылғы үҙенсәлекле йыл һәр баланы, ата-әсәне яңы хис-тойғолар менән мәктәпкә әҙерләнергә мәжбүр итте. Балалар түҙемһеҙләнеп көткән яңы уҡыу йылы төрлө үҙгәрештәр, һағынып осрашыу минуттары менән иҫтә ҡалыр. Барыбыҙға ла белем үрҙәрен яулағанда түҙемлек һәм ныҡышмалыҡ теләйбеҙ.
🎈Беҙ мәктәпкә әҙер, ә һеҙ?

31.08.2020