«Быуындарға ялғап быуындарҙы Илде тотҡан телем, һүҙем бар…»

Ҡалабыҙҙа төрлө ҡыҙыҡлы саралар үтеп кенә тора. Был юлы беҙҙе «Әҙәби ҡунаҡхана» ҡаршы алды. Ул республика Башлығы Радий Хәбировтың «Башҡорт­остан Республикаһының халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың исемен мәңгеләштереү тураһында»­ғы ҡарарына ярашлы, шулай уҡ Башҡорт теле йылы уңайынан һәм «Туған телгә – 100 аҙым» республика проекты буйынса ойошторолдо. Был әҙәби осрашыуҙа «Йәнгүҙәй» әҙәби-ижад берекмәһе һәм «Иге­бай мәктәбе» клубы ағзалары, Баймаҡ интернат-лицейы һәм 4-се лицей уҡыусылары ҡатнашты.

«Йәнгүҙәй» әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары: Баймаҡтан – Борис Хәйретдинов, Ниғәмәттән – Рәйсә Иҫәнбаева, Икенсе Этҡолдан – Көнһылыу Сөләймәнова, Беренсе Этҡолдан – Зәкиә Сөләймәнова, Темәстән – Рәзинә Киндебаева һәм Ҡаратал ауылынан Зәкиә Юнысбаева йәш ижадсыларҙы туған телебеҙгә арналған матур шиғри күстәнәстәре менән һыйланы. Өфө киң йүнәлешле колледжы студенты – «Игебай мәктәбе» клубы ағзаһы Гөлсибәр Йәрмөхәмәтова Рауил Бикбайҙың шиғырын да, үҙенең ижад емешен дә уҡып ишеттер­ҙе.
Район китапханаһында үткән күп сараларҙың әүҙем ҡатнашыу­сылары, әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ – Баймаҡ интернат-лицейы уҡыусылары был юлы ла «Әҙәби ҡунаҡхана»ның ихлас ҡунаҡтары булды. Уҡытыусылары Сәлхиә Йәнбирҙина етәкселегендә ныҡлы әҙерләнеп, шиғри күстәнәстәр менән килгәндәр.
– Ошондай телһөйәр, рухлы, әҙәбиәт һөйгән уҡыусыларыбыҙ булғанда «Игебай мәктәбе» үҙенең емештәрен бирәсәк. Бала күңеленә орлоҡ һалһаң, киләсәктә ул, һис шикһеҙ, шытым бирәсәк! Әлеге матур саралар балаларҙың күңелен үҫтерә, рухын нығыта, илһамландыра,– тине Сәлхиә Нурмөхәмәт ҡыҙы.
Ә Баймаҡ интернат-лицейы уҡыусылары Алтынай Килмәкова һәм Мәҙинә Вәлиева үҙҙәренең тыуған Беренсе Этҡол һәм Ишбирҙе ауылдарына арнал­ған шиғырҙарын һөйләне. Ғүмәр ауылы һылыуы Миңзилә Үҙәнбаева Башҡортостандың ха­лыҡ шағиры Рәми Ғариповтың «Ту­ған тел» шиғырын яңғыратты. Ализа Ласынованың Баймаҡ телевидениеһы ойошторған «Рух ҡошо» проектындағы «Кешеләр, һеҙгә өндәшәм!» видеоһын ҡараныҡ.
Был көндө Рауил Бикбаевтың тормош һәм ижад юлына арнал­ған виртуаль күргәҙмә лә тәҡдим ителде. Халыҡ шағирының үҙе башҡарыуында «Башҡортостан бында башлана» шиғырын да тыңланыҡ. Бигерәк тә мәғариф ветераны Миңзилә Фәйзуллина һөйләгән «Халҡыма хат» поэмаһы йөрәктәргә үтеп инеп, рухи оран булып яңғыраны. Был байрам һәр беребеҙҙең күңелендә матур хәтирә булып ҡалғандыр, тип уйлайым.
Ошо бай йөкмәткеле әҙәби кисәне әҙерләүсе китапханасылар­ға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. «Әҙәби ҡунаҡхана» бик ныҡ оҡшаны, үҙебеҙгә бай мәғлүмәт тупланыҡ.
Бына шулай йәш ҡәләм тибрәтеүселәр үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарынан китапсыҡ төҙөргә ҡарар ҡылып, осрашыуҙан рухланып таралышты.

Йәнгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА,
йәш хәбәрсе.
Баймаҡ ҡалаһы,
4-се лицей.

15.10.2020