Көслө рухлы шәхес

Ниңә бөйөк әҫәр тыуҙырыу өсөн ижадсыға — яҙыусымы ул, рәссам, композитор, йә скульптормы — нимә менәндер ҡорбан итеү мотлаҡ икән??? Берәүҙәр мөхәббәтен, кемдәрҙер ғаиләһен, бәғзеләр хатта һаулығын юғалтыу аша бөйөклөккә ирешә. Һуңғыһы — бигерәк тә аяныслы. Тап ошо хаҡта яҙмаҡсымын да инде.
«Баймаҡ Корчагины» — РФ һәм БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы, 6 китап авторы, «Киске Өфө» һәм «Башҡортостан» гәзиттәренең 4 тапҡыр лауреаты, «Киске Өфө» гәзите ойошторған С.Агиш исемендәге хикәйәләр конкурсы лауреаты Урал Мостафин менән оҙаҡ әңгәмәләшеп ултырырға насип булды. Унан: «Урал ағай, әгәр ҙә йүгереп йөрөгән булһағыҙ, был иҫ киткес әҫәрҙәрегеҙ тыумаған булыр инеме?» — тип һораным. Ул: «Белмәйем, был — Хоҙайҙың эше. Әгәр ҙә ул мине тотҡон хәленә төшөрөп нимәлер әйтергә мәжбүр иткән икән, тимәк, фекерҙәремде еткереп бөтмәйенсә ул мине был донъянан алып китмәйәсәк. Ә минең әйтер һүҙем байтаҡ…» — тине ул уйланып…
Ошо көндәрҙә абруйлы ир уҙаманына 65 йәш тулды. Фажиғәгә тарыһа ла, көслө рухы арҡаһында йәне менән “аяҡҡа баҫҡан” Урал ағай Мостафинды был күркәм байрамы менән ихлас ҡотлап, гәзит уҡыусыларға уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
— Урал ағай, белеүемсә, һеҙ фажиғәгә тарығандан һуң ғына яҙыша башлағанһығыҙ. Ә уға тиклем ижадҡа тартылыуығыҙ ниҙән башланды икән? Әйҙәгеҙ, шуны асыҡлап ҡарайыҡ әле.
— 1966 йылда 8-се класта Талҡаҫта төбәк-ара крайҙы өйрәнеү буйынса слет үтте. Унда еңеүселәр республика слетында ҡатнашырға тейеш ине. Беҙҙең етәксебеҙ Зәлиә Рәхмәт ҡыҙы Ҡотлоғужина беҙҙең менән ихлас шөғөлләнде: ауылдарға йөрөп кешеләр менән күп осраштыҡ, концерттар ҡуйҙыҡ. Шуға күрә слетта ныҡлы әҙерлегебеҙ өсөн 1-се урын алдыҡ та, 20-ләп уҡыусы Өфөгә киттек. Унда беҙҙе хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназияһына – ул ваҡыттағы интернатҡа урынлаштырҙылар. Мин музыка мәктәбенә инергә тип документтарымды алып барғайным. Баянда уйнарға өйрәнгем килә ине. Ә мәктәптә Әһлей ағай Сөләймәнов музыканан уҡытты, мин төштән һуң уның янына барып гармунда уйнарға өйрәнә торғайным. Төхвәт ағай Аслаев: “Баянда былай ҙа уйнарға өйрәнерһең, һиңә яҡшы белем кәрәк”, — тип мине интернатҡа алып ҡалды. Унда уҡығанда авиация, нефть институттарына әҙерләнеләр, инженер-конструктор һөнәрен һайларға тәҡдим иттеләр. Мин Өфө дәүләт авиация институтын тамамлап, инженер-конструктор һөнәрен алып сыҡтым. Ул саҡта шиғыр, ижад башымда ла булманы.
Ырымбур өлкәһендә хәрби авиация часында хеҙмәт иттем. Өлкән лейтенант булдым. Бер генә нәмәне әйтә алам – әрмелә ваҡытта минең ҡулымдан китап төшмәне. Уҡығандарымды ҡыҫҡа ғына итеп бер-ике фекер менән булһа ла теркәп барғанмын. Яҙыусылыҡҡа аҙымым, бәлки, шунда башланғандыр.
Артабан Стәрлетамаҡ “Ҡыҙыл Пролетарий” ҡоролмалар эшләү заводында конструктор-технолог булдым, двигателдәргә ҡоролмалар, үҙйөрөшлө машиналар эшләнек. Унда асыштарым да бар ине – техниканы камиллаштырыу буйынса таныҡлыҡ алдым. Советтар Союзының бөтә заводтарына йөрөп сыҡтым, тәжрибә тупланым, белемемде каимиллаштырырға тура килде. Заводтың комсоргы булдым, партия мәктәбен ҡыҙыл дипломға тамамланым. Ул ваҡытта халыҡ-ара донъя хәлдәре тураһында лекциялар һөйләй торғайным. Шул саҡтағы яҙмаларым әле лә һаҡлана.
— Моғайын, шул ваҡытта үҙегеҙҙе яҙыусылыҡҡа әҙерләй башлағанһығыҙҙыр?
— Бәлки. 1982 йылда Баймаҡҡа ҡайттым. Мин Дәүләт ауыл хужалығы техникаһын тикшереү инспекцияһында начальник, артабан район комитетында эшләнем. 2 йыл Темәс кирбес заводын төҙөү миңә ҙур тәжрибә бирҙе. Артабан кире Баймаҡҡа эшкә ҡайттым – РТП директоры, унан Дәүләт ауыл хужалығы техникаһын тикшереү инспекцияһы директоры.. Ҡыҫҡаһы, ҡайҙа барһам да һәр ваҡыт коллектив менән эшләргә, халыҡ араһында ҡайнарға насип булды. Аварияға тарып, кеше менән аралашыу мөмкинлегем сикләнгәс, мин ошо бушлыҡты ижад менән тултыра башланым… Тағы ла бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныусан, төпсөнөүсәнлегем дә, белгәнемде кешегә еткерергә тырышыуым да үҙенекен иткәндер, моғайын, тип уйлайым.
— Ул бушлыҡты тултырыу нисек килеп сыҡты?
— 1996 йылда Мәскәүҙә Бурденко дауаханаһында 2 ай яттым. Ҡайтҡас, туғандарҙы йыйҙыҡ. Әсәйем 1 ай элек мәрхүм булған икән. Мине ҡайғыға һалмайбыҙ тип туғандарым дауаханала ятҡанда ла, ҡайтҡас та өндәшмәгәндәр. Иртәнсәк өҫтәлдә бер дәфтәр генә ҡалдырғандар. Унда әсәйем тәбиғәт менән тормошто бәйләп мөнәжәткә оҡшаған нәмәләр яҙған. Уларҙы илай-илай уҡыным, ятлап алып бөттөм. Аҙаҡ күңелдә ул үҙе рифмаға һалынып китте. Шиғыр тырнағы, хәрефе менән эләктерһә, уйға һалһа ғына ул – шиғыр. Әсәйемдең мөнәжәттәренә эйәреп мин дә байтаҡ шиғырҙар яҙҙым. Улар 2001 йылда “Китап” нәшриәтендә “Тәүбә тәсбихем” исемле дөйөм йыйынтыҡта донъя күрҙе.
— Прозаға нисек күстегеҙ?
Шиғыр яҙғанда ҡайсаҡ һүҙҙәр табып булмай китә. Әйтә алмаған һүҙҙәр йыйыла, онотола. Бер саҡ поезда китеп барам икән тип төш күрәм. Шуны яҙа башлағайным, осона сығып ҡына булмай. “Ҡойон ҡойроғо оҙон” әҫәрем шулай яҙылды. Ҡойон килһә ҡарап тормай – ҡыйратып үтә лә китә бит. Әҫәрҙә ул үҙгәртеп ҡороуҙар заманы — уның шауҡымы бөтә кешеләргә ҡағылды. Ауыл халҡы машина, телевизор алып рәхәтләнеп йәшәй генә башлағайны, ҡойон килеп, ҡыйратты ла китте, һаман аяҡҡа баҫа алмайбыҙ. Үҙебеҙҙең леспромхоздың хәлен яҡшы белгәнгә, шул турала яҙҙым. Аҙағын оптимистик рухта тамамланым.
— Әле ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ?
— “Тышаулы заттар” (һәр публицистик әҫәрҙе шиғыр менән тамамлағанмын), “Айҙан ҡыйылған юл” (жанрын тормош хикәйәләре тип атаным), “Мөхәббәтем – тутыям” (шиғырҙар йыйынтығы) тигән китаптар әҙерләп бөткәнмен. Ҡайһы саҡта А.С.Пушкиндыҡына оҡшатып рус телендә шиғырҙар ижад итеп ҡуям.
— Һеҙҙеңсә, нимә ул тәжрибә?
Абынып ҡолағас күргән таш. Абынырҙан алда күрһәң яҡшы булыр ине лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ уны ҡолағас ҡына күрәбеҙ шул…
— Тормош ауырлыҡтарына тарыған кешеләргә ниндәй әйтер һүҙҙәрегеҙ бар?
— Иң ауыры – кеше көнлө булыу. Аварияға эләккәс, миңә ҡалҡынырға рөхсәт итмәнеләр. Ярамай, тиһәләр ҙә тороп ултырырға, әйләнеп ятырға өйрәндем. Тәүге көндән үк кеше көнлө булыуҙан сығырға тырыштым. Нимәнелер эшләй алһам, минең өсөн ул — батырлыҡ.
Кешегә һынауҙар ҙа, уңыштар ҙа Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелә. Һынауға түҙә, уңыштарға ҡыуана белергә, тормоштоң ҡәҙерен белергә кәрәк.
Мин циркач Валентин Дикулдың яҙғандарын уҡып, уға таянып үҙемдең методиканы булдырырға, хатта үҙемдең конструкторлығым ярҙамында өйҙә тренажер ҡоролмалары эшләтергә тура килде. Санкт-Петербургтан Ғайсин шәрифле невропатолог килеп минең тренажерҙарҙың һыҙмаһын һыҙып алды, был медицина кандидаты хәленә торошло эш тип баһаланы. Шул ҡоролмаларҙа көнөнә мотлаҡ 2 сәғәт шөғөлләнәм. Ошо конструкцияларҙы эшләй башлағанда уҡ нимәләр кисереүем, минең хәлгә ҡалғандарға туғандары нисек ҡарай – мине психологик яғы ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы һәм шул турала яҙҙым. Дауаханаларҙа үҙемдең хәлдәгеләр менән күп аралашырға тура килде. Беҙҙең районда ла ундайҙар ныҡ күп, араларында йәштәр ҙә, студенттар ҙа бар. Миңә мөрәжәғәт итһәләр, уларға һәр ваҡыт күңелегеҙ теләгән шөғөлдө табырға тырышығыҙ, тип өйрәтәм. Мейе тулыһынса икенсе уйҙар менән мәшғүл булып, үҙеңдең хәлең икенсе планға күсһә генә күңел азатлығы тойоп эш менән шөғөлләнергә була. Мәҫәлән, минең ваҡытым күп, теләгән әйберемде рәхәтләнеп яҙа алам. Ә эш кешеһенең минең кеүек тәмләп ултырып ижад итергә ваҡыты самалы. Шуға Хоҙай Тәғәләнең биргәненә шөкөр итә белһәң, йәшәргә була.
— Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙҙе олпат юбилейығыҙ менән ысын күңелдән тағы бер тапҡыр ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә күңел көрлөгө, рух көсө ташламаһын, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
Айгөл Иҙелбаева әңгәмәләште.

15.10.2020