Милли кейем байрамы

Милли кейем — халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы һаналған. Улар әле лә үҙҙәренең матурлығы, сағыулығы менән күҙҙең яуын алып тора.
Баймаҡ ҡалаһының Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы ла «Милли кейем » байрамында ҙур теләк менән ҡатнашты.Каикбердина Тәнзилә Шәфҡәт ҡыҙы, Буранбаева Эльвира Миңлебай ҡыҙы берҙәм дәрестәргә ҡушылып «Башҡорт милли кейемдәре», «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәре» темаларына асыҡ дәрестәр бирҙеләр. Бөтә группалар ҙа ла класс сәғәттәре уҙғарылды. Шулай уҡ беренсе курс студенттары милли кейемдәрҙә Флеш-моб бейенеләр. Дәрестәр милли кейемдәрҙә илһам, күңел күтәренкелеге менән гөрләп үтте. Баймаҡ ҡалаһы ағинәйҙәрҙе Биктимирова Хөрмә Хажмөхәмәт ҡыҙы, Хәбибуллина Фәниә Ҡотдос ҡыҙы, Иҙелбаева Сәрүәр Мөҙәрис ҡыҙы дәрестәрҙең ҡәҙерле ҡунаҡтары булды һәм милли кейемдәр тураһында әңгәмәләрҙә ихлас ҡатнашты. Колледж коллективының һәм уҡыусыларыбыҙҙың был сарала бергәләп ҡатнашыуы бик күңелле һәм фәһемле булды.
Бөгөнгө саралар милләтебеҙҙең рухи байлығын тағы арттырыр, күңелдәребеҙҙе күтәрер, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәгенә өмөт уятыр, тигән теләктә ҡалабыҙ.

14.09.2020