“Игебай мәктәбе” клубының онлайн дәрестәре
5-се дәрес

Һаумыһығыҙ, минең яратҡан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында эшләгән “Игебай мәктәбе” клубы ағзалары булған йәш дуҫтарым! Һеҙҙе тағы ла мин — клубтың етәксеһе Иҙелбаева Айгөл апайығыҙ сәләмләйем.

Бөгөн беҙ һеҙҙең менән яҡташыбыҙ — данлыҡлы Күсей ауылы ҡыҙы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың балалар өсөн «Сысҡансыҡ һәм Сысҡансуҡ» әкиәте менән танышырбыҙ. Ни өсөн әкиәт улай тип атала икән? Әкиәт беҙгә ниндәй фәһем бирә?
Яҡташыбыҙ — М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алһыу Бәхтиева уҡыған әкиәтте тыңлағанда ошо һорауҙарға яуап эҙләргә лә онотмағыҙ, яраймы, йәш дуҫтарым?

Шулай уҡ әҙибәнең «Игебай мәктәбе» клубы тураһындағы уй-фекерҙәре менән дә танышырбыҙ. Бының өсөн аҫтағы видеояҙмаларға күҙ һалығыҙ әле!

Әкиәт тә, клубыбыҙ тураһындағы фекерҙәр ҙә күңелегеҙгә хуш килгәндер, тип ышанам. Һутлы саф башҡорт телендә аһәңле итеп яҙылған әкиәтте кемдәр уҡымаған, китапхананан алып тулыһынса уҡып сығырға мөмкин.

Һеҙҙең барығыҙҙы ла етеп килгән яңы уҡыу йылы менән ихлас ҡотлайым һәм тиҙҙән онлайн ғына түгел, күҙмә-күҙ ҙә осрашырбыҙ әле, тигән теләктә һеҙҙең менән хушлашам.
«Игебай мәктәбе» клубы етәксеһе Айгөл апайығыҙ Иҙелбаева.

15.10.2020