Донъя йәмле матур ханымдар менән

8 Март-Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында төрлө өлкәлә хеҙмәт иткән гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар, ағинәйҙәр ҡатнашлығында әҙәби-музыкаль кисә уҙҙы.  Сараға ирҙәр һөнәрен үҙләштереп, ғүмере буйына  37 йыл токарь булып эшләп хаҡлы ялға сыҡан Мәфрүзә Зәйнәғәбдинова, Баймаҡ механика ҡойоу заводының иретеп ҡойоу цехында 1982-се йылдан стерженница булып эшләүсе Әлфиә Ҡарағолова, 33  йыл ғүмерен “Йондоҙло” балалар баҡсаһында хужалыҡ эштәре буйынса ярҙамсы эшенә арнаған  Наилә Такаева, 38 йыл район элемтә үҙәгендә хат ташыусы булып хеҙмәт юлы үткән Әлнисә Сәйфуллина, бар ғүмерен изге, миһырбанлы һөнәр-акушерлыҡҡа бағышлаған Раҡыя Хисмәтуллина, китапхананың тоғро дуҫы, иң күп китап уҡыусы дуҫыбыҙ-Гүзәл Юнысбаева һәм башҡалар саҡырылды. Өс бала әсәһе Гөлдәр Ниғмәтуллина балаларын милли рухта тәрбиәләп кенә ҡалмай, музыкаль белемле тормош юлдашы менән уларҙың ижади һәләттәрен дә аса. Кисәлә Ниғмәтуллиндарҙың улы һәм ҡыҙҙары  сарала ҡатнашыусыларға музыкаль күстәнәс алып килгәндәр ине. Был ҡатын-ҡыҙар кем генә булып эшләмәһен барыһын да бер уй, бер хә