“Яҡташ яҙыусылар “ аҙналығы быйыл да күңелдәрҙә яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы.

 

Йә“Яҡташ яҙыусылар “ аҙналығы быйыл да күңелдәрҙә яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы.мле май айында йыл да Баймаҡ биләмә ара үҙәк китапханаһы  тарафынан үткәрелеп килгән яҡташ яҙыусылар аҙналығы үтеп тә китте. Һәр китапханала көн һайын районыбыҙҙан сыҡҡан яҙыусыларҙың тормош юлына һәм ижадына арналған төрлө саралар ойошторолдо.Аҙналыҡ маҡсаттарына ярашлы  Баймаҡ районының әҙәби картаһы буйынса сәйәхәт, яҡташтарыбыҙҙың китаптары буйынса әңгәмәләр, викториналар,шиғыр һөйләүселәр бәйгеләре, яңы ғына донъя күргән китаптарҙың исем туйҙары,актуаль әҫәрҙәр буйынса түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеүҙәр,әҙәби-музыкаль кисәләр,осрашыуҙар үткәрелде.