Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан яугир-интернационалистар менән осрашыу.

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында ҡыҙыу нөктәләрҙә хәрби бурысын үтәгән яугир-интернационалистар –Туңғатаров Рәсүл Әсғәт улы, Әминев Хөснөтдин Хөснулла улы Урал аръяғы аграр сәнәғәт колледжы студенттары һәм ҡаланың өсөнсө урта мәктәбе уҡыусылары менән осрашты. Сарала район ағинәйҙәре ҡоро ағзаһы, мәғариф ветераны Сәкинә Мортаҙа ҡыҙы Иҫәнғолова, элекке ҡаланың 105-се һөнәрселек училищеһы уҡытыусыһы, мәғариф ветераны Ғүмәров Хәлил Зәбир улы, район ветерандар Советы рәйесе урынбаҫары Чипенко Геннадий Яковлевич ҡатнашты. Балалар ижады үҙәгенән Рәйлә Бикбирҙинаның тәрбиәләнеүселәре һәм Дмитрий Фадеев башҡарыуындағы йырҙар сарала ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килде.Яугир интернационалистарға  иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Сараны  китапхана хеҙмәткәрҙәре Сәрүәр Иҙелбаева һәм Елена Викторова юғары кимәлдә алып барҙы.


Баймаҡ үҙәк китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыу йыл тулыу айҡанлы әҙиптең шиғырҙарын яттан һөйләүселәр конкурсы үтте.

Баймаҡ үҙәк китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыу йыл тулыу айҡанлы әҙиптең шиғырҙарын яттан һөйләүселәр конкурсы үтте. Бәйгелә район һәм ҡала мәктәптәренән 114 уҡыусы ҡатнашты. Конкурс өс төркөмдә: 1-5, 6-8 һәм 9-11 класс уҡыусылары араһында барҙы. Баһалама ағзалары тарафынан иһә барыһы ла иҫәпкә алынды: тасуири һөйләү ҙә, ятланған юлдар һаны ла, музыкаль инструменттар ҡулланыу ҙа. Шулай итеп, бәләкәстәр араһындағы төркөмдә:


Район ағинәйҙәре ҡор йыйҙы.

         

13 февраль көнө Баймаҡ үҙәк китапханаһында  Баймаҡ районы ағинәйҙәр клубының йыйылышы уҙҙы. Был ил инәләренең ағымдағы йылда бергәләшеп тәүгә йыйылыуы. Сараға ҡаланан тыш, 24 ауылдан ағинәйҙәр килде. Йылы осрашыуҙа 3- сө мәктәп уҡыусылары ла ҡатнашты. Ағинәйҙәр ойошторған "Өләсәйем һандығы" тип аталған үҙенсәлекле сара -  өлкән быуындың йәштәргә халҡыбыҙ йолалары, аҫыл ҡомартҡыларыбыҙ тураһындағы хәтерҙе, оҫталыҡ серҙәрен тапшырыуҙы маҡсат итеп алғайны. Инәйҙәрҙең ҡул эштәренән торған сағыу күргәҙмә иһә китапхана залын бер мәлгә сихри мөйөшкә әүерелдерҙе, үткәндәргә алып ҡайтты. Йыйылыштың икенсе өлөшөндә ағинәйҙәр ағымдағы йылға эштәр планын төҙөнө, йәмғиәттәге көнүҙәк проблемаларҙы һәм уларҙы сисеүҙә ағинәйҙәрҙең халыҡ араһында тағы ла киңерәк ҡолас менән эшләү юлдарын барланы.  Замана уңайлыҡтарына күмелеп, юҡҡа сыға барған ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе тергеҙеү, ерҙе, илде, телебеҙҙе һөйөргә, һаҡларға  өйрәткән йолаларыбыҙға йән өрөп ебәреүҙе ағинәйҙәр төп бурысы тип һанай. 


Cегодня, 8 февраля в центральной районной библиотеке прошла презентация книги «По зову души» поэта-земляка Константина Павловича Лапина

   Cегодня, 8 февраля в центральной районной библиотеке прошла презентация еще одной книги поэта-земляка Константина Павловича Лапина. Книга «По зову души»- это четвертое творение поэта. На презентации новой книги автора присутствовали члены литературного клуба «Зеленая лампа», действующая при центральной библиотеке, студенты Баймакского филиала УТЭК. 
Его лирика совершенно особая. В каждой строчке поэт передает свои самые сокровенные переживания. Соединение вечных тем и мотива Родины характерно для всей лирики поэта. Стихи Константина Лапина-это достойная лепта в поэзию родного края, каждая строчка-признание в любви родной земле, деревне, людям.