21 март-шиғриәт көнөндә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында китаптар авторы, һәүәҫкәр композитор, райондың Батыр Вәлид исемендәге премияһы лауреаты Борис Мөхәмәт улы Хәйретдиновтың яңы китабының исем туйы үтте.

21 март-шиғриәт көнөндә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында китаптар авторы, һәүәҫкәр композитор, райондың Батыр Вәлид исемендәге премияһы лауреаты, мәғариф ветераны, крайҙы өйрәнеүсе, «Атайсал» клубы рәйесе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Борис Мөхәмәт улы Хәйретдиновтың яңы китабының исем туйы үтте. «Ғүмер юлы» китабы авторҙың сираттағы ижад емеше. Сарала Борис Мөхәмәт улының ҡатыны Рәсимә ханым, дуҫтары, Йәнгүҙәй әҙәби - ижады түңәрәгенән ҡәләмдәштәре, ағинәйҙәр, ҡаланың Өфө яғыулыҡ - энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенттары ҡатнашты. Борис Хәйретдинов үҙе уҡытҡан ҡаланың 4 - се лицейы уҡыусылары авторҙың шиғырҙарын уҡыны, өлгөлө «Мираҫ» фольклор ансамбле егеттәре авторҙың Баймаҡҡа арналған йырын башҡарҙы. «Йәнгүҙәй» ижад берекмәһе ағзалары экология йылына арнап яҙған шиғырҙарын уҡып ишетерҙе.


Донъя йәмле матур ханымдар менән

8 Март-Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында төрлө өлкәлә хеҙмәт иткән гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар, ағинәйҙәр ҡатнашлығында әҙәби-музыкаль кисә уҙҙы.  Сараға ирҙәр һөнәрен үҙләштереп, ғүмере буйына  37 йыл токарь булып эшләп хаҡлы ялға сыҡан Мәфрүзә Зәйнәғәбдинова, Баймаҡ механика ҡойоу заводының иретеп ҡойоу цехында 1982-се йылдан стерженница булып эшләүсе Әлфиә Ҡарағолова, 33  йыл ғүмерен “Йондоҙло” балалар баҡсаһында хужалыҡ эштәре буйынса ярҙамсы эшенә арнаған  Наилә Такаева, 38 йыл район элемтә үҙәгендә хат ташыусы булып хеҙмәт юлы үткән Әлнисә Сәйфуллина, бар ғүмерен изге, миһырбанлы һөнәр-акушерлыҡҡа бағышлаған Раҡыя Хисмәтуллина, китапхананың тоғро дуҫы, иң күп китап уҡыусы дуҫыбыҙ-Гүзәл Юнысбаева һәм башҡалар саҡырылды. Өс бала әсәһе Гөлдәр Ниғмәтуллина балаларын милли рухта тәрбиәләп кенә ҡалмай, музыкаль белемле тормош юлдашы менән уларҙың ижади һәләттәрен дә аса. Кисәлә Ниғмәтуллиндарҙың улы һәм ҡыҙҙары  сарала ҡатнашыусыларға музыкаль күстәнәс алып килгәндәр ине. Был ҡатын-ҡыҙар кем генә булып эшләмәһен барыһын да бер уй, бер хә


"Йәнгүҙәй" әҙәби-ижад берекмәһенең сираттағы ултырышы уҙҙы.

2 мартта, Баймаҡ үҙәк китапханаһында ҡәләм тибрәтеүсе баймаҡтарҙы берләштереүсе "Йәнгүҙәй" әҙәби-ижад берекмәһенең сираттағы ултырышы уҙҙы. Шиғриәт һөйөүселәр был юлы күренекле шағир Рәми Ғариповтың ижадына байҡау яһаны. Йәнгүҙәйҙәр талантлы шағир, үлемһеҙ әҫәрҙәр авторына бағышлап яҙылған шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе. Тәрән йөкмәткеле шиғыр авторҙары-Ниғәмәттән Рәйсә Иҫәнбаева, Буранбайҙан Гөлнур Раева һәм Ҡафия Буранбаева, Сыңғыҙҙан Миңлеямал Балхина, Ғүмәрҙән йәш шағирә-Раушания Салихова иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.