Башҡорт булыуыңдан ни мәғәнә, Балаларың башҡорт булмағас… - Мәүлит Ямалетдинов
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis
Деятельность

PostHeaderIcon 25 апреля в Центре народного творчества в 11.00 часов в г. Баймак состоится встреча с известной писательницей – землячкой, лауреатом государственной премии имени С. Юлаева - Тансулпан Гариповой.

   25 апреля в Центре народного творчества в 11.00 часов в г. Баймак состоится встреча с известной писательницей – землячкой, лауреатом государственной премии имени С. Юлаева - Тансулпан Гариповой. На встречу приглашаются молодые мамы, активные участники общественных организаций, сельских поселений по 15-20 человек и всех неравнодушных к творчеству Т. Гариповой. На встрече пройдет обсуждение рассказов Т. Гариповой на злободневные темы, которые были опубликованы в журнале «Агидель» за 2016 год, № 11; 2017 год, № 3.

PostHeaderIcon Баймаҡ үҙәк китапханаһы һәм район ҡатын-ҡыҙҙар советы районыбыҙҙың өлгөлө, татыу ғаиләләре араһында “Бәхетлеләр утрауы” исемле бәйге иғлан итте.

Баймаҡ үҙәк китапханаһы һәм район ҡатын-ҡыҙҙар советы районыбыҙҙың өлгөлө, татыу ғаиләләре араһында  “Бәхетлеләр утрауы” исемле бәйге иғлан итте.Районыбыҙҙа бәхетлеләр утрауын булдырыусы ғаиләләр бик күп.Бәйге ошондай ғаиләләр менән танышыу, улар өлгөһөндә башҡа ғаиләләрҙе тәрбиәләү,районыбыҙҙың ныҡлы ғаиләләрен барлау маҡсатында ойошторолдо.Бәйгелә әҙәпле балалар тәрбиәләгән татыу,берҙәм,30-йәштән 50-йәшкә тиклемге ғаиләләр ҡатнашты. Төбәк бәйгеләре Иҫке Сибай, Аҡморон,Таулыҡай,Темәс  ауылдарында үтте.

Иҫке Сибай төбәк  бәйгеһендә Төркмән  ауылынан Радмир һәм Зәүрә Ҡаһармановтар(3 бала),Күсейҙән Әсҡәт һәм Ләйсән Фәйзуллиндар(2 бала), Әхмәрҙән Рәфис һәм Гөлназ Мәҡсүтовтар(3 бала), Иҫке Сибайҙан Зиннур һәм Зөлфиә Хәмитовтар(3 бала),Йәнйегеттән Азамат һәм Фәниә Карабаевтар(9 бала), Урғаҙанан Нур һәм Рәүфә Йәнбәковтар(4 бала), Байыштан Рафаэль һәм Люциә Ласыновтар(3 бала) үҙ-ара көс һынашты. Бәйге барышында ғаиләләр үҙҙәре менән таныштырҙылар, сетерекле һорауҙарға яуап бирҙеләр, “Дан сәғәтендә” һөнәрҙәрен күрһәттеләр, ғаиләнең яратҡан аш-һыуына реклама яһанылар, вальс бейенеләр.Бәйгеселәрҙе ауыл хакимиәте башлығы сәләмләне, ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре йыр-бейеүҙәрен бүләк итте.Иҫке Сибай төбәк бәйгеһенең еңеүсеһе тип Хәмитовтар ғаиләһе табылды һәм район бәйгеһендә ҡатнашыу хоҡуғын яуланы.Икәүһе лә уҡытыусы булып эшләүсе Хәмитовтар 3 балаға ғаилә бәхете бүләк итеүсе хәстәрлекле атай һәм әсәй. Икенсе урынды Фәйзуллиндар һәм Карабаевтар ғаиләһе яуланы.Татыу,өлгөлө ғаиләләрендә 9 бала тәрбиәләүсе Карабаевтар ғаиләһе лә район бәйгеһенә саҡырылды.

PostHeaderIcon Президенттан ҡотлауҙар алып...

Президенттан ҡотлауҙар алып...

22 ноябрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Әсә көнөнә арналған байрам тантанаһы үтте. Унда Башҡортостандың һәр район-ҡалаһынан иң күркәм, өлгөлө әсәләр йыйылды. Балаларын, тормош иптәшен тик бәхет-шатлыҡҡа сорнаған әсәйҙәрҙе республика Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитов тәбрикләне. Беҙҙең райондан байрамда был донъяла үҙ урынын табып, һәр көндө ышаныслы аҙымдар, яҡты хыялдар менән ҡаршы алған биш ханым ҡатнашты. Делегацияны район китапханаһы директоры, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина етәкләне. Луиза апай тормош иптәше Ғүмәр ағай менән бер ҡыҙ, бер ул үҫтереп, уларға юғары белем биреп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырған. Хәҙер инде улар бәхетле ҡартатай һәм өләсәй. Ғәлиә Ҡотлобай ҡыҙы Мәһәҙиева – Һаҡмар ауылы китапханасыһы. Биш балаға бәхетле әсәй ул. Өлкән ҡыҙы һөнәрле булып, хеҙмәт юлын башлаһа, иң кескәй улдары балалар баҡсаһында тәрбиәләнә. Фәниә Йәғәфәр ҡыҙы Ғүмәрова – Йәнйегет ауылынан. Яҙмыш тарафынан йәберләнгән алты етемде ҡосағына алып, үҙ балаһындай тәрбиәләгән был ғаилә тураһында һәр кем белә. Күркәм, тәмле аш еҫтәре аңҡыған йортта туғыҙ баланың бәхетле тауыштары яңғырай. 

PostHeaderIcon События

События

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.