О, йәшәүҙең йәме ҡалмаҫ ине, Һәр һорауға яуап табылһа. - Назар Нәжми
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon "Яҡташ яҙыусылар ижады" аҙналығы башланды.

"Яҡташ яҙыусылар ижады" аҙналығы башланды.Баймаҡ районы Билал ауыл китапханаһында "Яҡташ яҙыусылар ижады" аҙналығы башланды. 6 класс уҡыусылары менән осрашыуға ауылдашыбыҙ, 3 китап авторы, "Шоңҡар" журналының өлкән мөхәррире, яҙыусылар союзы ағзаһы Гөлнара Мостафина килде. Кисәлә Гөлнараның уҡытыусылары, мәғариф ветерандары Илдүсә Әминева, Фирҙәүес Ҡаһарманова, Гөлдәр Юлмөхәмәтова, башҡорт теле уҡытыусыһы Люциә Дауытова яҙыусы, уның ижады тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтте. Ысынлап та, өкәндәр өсөн дә, шул уҡ ваҡытта балаларға ла уҡымлы әҫәрҙәр ижад итеүселәр һирәк. Ғәҙәттә яҙыусы ике өлкәнең береһен һайлай. Оло-оло романдар яҙыусы ағай-апайҙар ауыҙынан йыш ҡына: “Бәләкәстәр өсөн яҙыуы ифрат ауыр…” тигәнде ишетергә тура килә. Ә бит, уйлап ҡараһаң, бер-ике битлек кенә әйбер яҙырға кәрәк… 
Билал урта мәктәбен тамамлап, БДУ-ла белем алып, бөгөнгө көндә “Шоңҡар” йәштәр журналында өлкән мөхәррир вазифаһын башҡарған ауылдашым Гөлнара Мостафинаға журналистиканан тыш балалар өсөн дә, ололар өсөн дә мауыҡтырғыс әҫәрҙәр ижад итә алыу һәләте бирелгән. 

PostHeaderIcon Сила мудрости предков продолжает жить в народных традициях и обычаях

Ах, эта свадьба

Башкирская свадьба (туй) издавна представляла собой массовые гулянья, сопровождавшиеся угощениями, различными состязаниями, играми, весельем и чередой обязательных обрядов. Свадебный ритуал продолжался несколько дней, даже недель, если торжества повторялись и у родителей жениха. 

 В с. Билалово гости и жюри эстафеты-конкурса стали свидетелями настоящих свадебных ритуалов и обрядов: супруги Гайсины выдавали замуж свою единственную дочь Насиму. Интересным обычаем было обрядовое хождение невесты за водой. Она шла с коромыслом впереди, жених рядом, гости следом за ними, а взрослые женщины следили за тем, чтобы угостить всех, кто встретился на пути. Гости постоянно шутили или над невестой или над детьми. Набрав воды, невеста с коромыслом на плечах, в сопровождении участников обряда, возвращалась домой. Существует поверье: если невеста донесёт воду до дома, то ждёт молодых спокойствие и достаток. Но это было не так легко, ребятня то и дело норовила отхлебнуть незаметно воду из ведра. Гости же постарше кидали монетку в воду и пили сколько хотели. 

PostHeaderIcon “Хәҙистәрҙә-изге васыят” Билал төбәк бәйгеһе

Үтеү ваҡыты:11 апрель. Үткәреү урыны: Ауыл мәҙәниәт йорто

  Ишей, Таһир, Муллаҡай, Ҡолсора, Билал, Күгиҙел, Өмөтбай, Темәс, Түбә ауылдарынан бөтәһе  62 бала ҡатнашты.Слайдта дин,иман күренештәре күрһәтелде.Ауыл ағинәйҙәре дини тәрбиә тураһында һөйләнеләр,хәҙистәр уҡынылар,мөнәжәт әйттеләр.Билал төбәге китапханасылары “Ҡырҡ хәҙис хикәйәттәре”нән күренештәр сәхнәләштерҙе,китаптар парады күрһәтте.

PostHeaderIcon Билаловская сельская библиотека

 

Книжный фонд – 10954

Книговыдача – 19025

Посещение – 10639

Пользователи – 724.

Библиотека была основана в 1930 году.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Әлибаев, С. Ә. Бел ҡәҙерен ғүмереңдең : шиғырҙар, йырҙар / Сафуан Әлибай. — Өфө : Китап, 2016. — 352 бит.