Йәшәү - өҙөлөкһөҙ мөғжизә һәм был мөғжизәгә беҙҙең дә ҡағылыш бар. - Шамил Анаҡ
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon “Айыҡ ауыл - 2011” конкурсының һөҙөмтәләре буйынса һөйләшеү үтте.

“Айыҡ  ауыл - 2011”  конкурсының һөҙөмтәләре буйынса һөйләшеүҙә район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л.Ҡ. Дәүләтшина һәм Баймаҡ телевидениеһында "Фатиха"  тапшырыуын алып барған Р.Ш. Базикова, “Һаҡмар” гәзите журналисы Г. Иҫәнгильдина, ауыл хакимиәте ҡатнашты.

 

Был осрашыуҙа төрлө һорауҙар ҡаралды:

  • йыл эсендә ауылды төҙөкләндереү эше алып барылды;
  • ауылға таш түшәлде;
  • шәжәрә байрамы үтте;
  • мәктәп урамына “Райондың иң төҙөк урамы”  тигән маҡтаулы исем бирелде.
  • ауылдың 200 йыллығына әҙерлек эштәре
  • һайлау -2011

     Осрашыу һуңынан “Өлгөлө йорт”  исеме алыусы Гөлшат һәм  Динар  Ғәлиндар йортонда  сәй  табыны ойошторолдо.

PostHeaderIcon Ғәҙелбай ауылының иң абруйлы, татыу, күркәм ғаиләләре араһында “Өлгөлө ҡәйнәләр һәм килендәр” бәйгеһе үтте.

Ҡәйнәләр һәм килендәр”

     Рәсәй Думаһына депутаттар һайлау көнө барыбыҙ өсөн дә оло байрамға әйләнде. Ошо оло ваҡиғаларға бәйләп, Ғәҙелбай ауылының иң абруйлы, татыу, күркәм ғаиләләре  араһында “Өлгөлө ҡәйнәләр һәм килендәр”  бәйгеһе үтте.

        Бәйгелә бөтәһе 3 ғаилә, йәғни 3 ҡәйнә һәм 3 килен ҡатнашты. Бына улар:

1.    Ҡәйнә кеше-Ғәлинә Зөһрә Гәббәс ҡыҙы, килене- Гөлшат  Таңғатар ҡыҙы.

2.    Ҡәйнә кеше-Илғыуатова Әлфиә Фәйзулла ҡыҙы, килене  Разалина  Ғәле ҡыҙы.

3.    Ҡәйнә кеше- Ғәлинә  Фәрзәнә Әхмәҙиә ҡыҙы, килене Миңлегөл  Дәүләткирәй ҡыҙы.

   Һәр ғаилә үҙҙәрен таныштырыуҙан башланы, шулай уҡ өҫтәлеңә реклама, йәғни 1 аш-һыу, ҡул эштәре, 1 газета сығарғандар. Бәйге барышында I Этҡол ауылы хакимиәте башлығы Гөлнур Йыһанур ҡыҙы  “Иң өлкән һайлаусы” ны (Ҡасҡынова  М.М. -85 йәш)  һәм    “Иң йәш һайлаусы” ны  (Галин   Х.Д. -18 йәш)  бүләкләп китте. Килендәр спорт ярышында, ә ҡәйнәләр  ваҡытҡа күҙ  йыйып бәйләп һынатманылар. Ҡәйнә менән килен ҡатнашлығында ҡорама тегеүҙә өсөһө лә  алдынғылар рәтендә булдылар. Бәйге  концерт номерҙары менән үрелеп барҙы: Иҫәнғолов  Миңлебай, Асанова Флюзә, Асанов Фирғәт олатайҙарҙың йырҙары һәр кемдең күңеленә хуш килде.   

 Жюри ағзаһы иҫтәлекле бүләктәр менән берлектә  ошондай номинациялар бирҙеләр:

1.    Ғәлина Зөһрә  - “ Миһырбанлы ҡәйнә”, килен Гөлшат –“Булдыҡлы, егәрле”

2.    Ғәлина Фәрзәнә-  “Аҡыллы ҡәйнә”,килен  Миңлегөл  - “Стажлы килен”

3.    Илғыуатова Әлфиә - “Оҫтабикә”,килен Розалина  -“Моң һөйөүсе”.

PostHeaderIcon Гадельбаевская сельская библиотека

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.