О, йәшәүҙең йәме ҡалмаҫ ине, Һәр һорауға яуап табылһа. - Назар Нәжми
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis
все конкурсы

PostHeaderIcon Үрге Яйыҡбай ауылында үткән “Өс таған” төбәк бәйгеһе

7 апрель көнө үткән төбәк бәйгеһендә 6 ауылдан өлгөлө ғаилә башлыҡтары  булған ҡартатайҙар,атайҙар һәм йәш быуын вәкилдәре - ейәндәр ҡатнашты.  Ниғәмәт ауылынан ҡартатайӘүәлбаев Оморҙаҡ Мөхәмәҙиә улы - 6 бала тәрбиәләп үҫтереүсе  тыл ветераны,тормош иптәше менән 60 йыл татыу ғүмер итә. Дамир Оморҙаҡ улы  - 3 бала атаһы, мәктәптә уҡытыусы булып эшләй,ир-егеттәр ҡоро рәйесе,спорт менән шөғөлләнә, янғын ваҡытында күрһәткән батырлығы өсөн миҙал менән бүләкләнгән. Уның бәйгелә ҡатнашыусы улы  Әмирйән - 2 - се синыф  уҡыусыһы. Ҡартатай Темәс тоҡомонан башланған шәжәрә ағасы менән таныштырҙы,ейәненә аманат итеп йүгән тапшырҙы һәм ат әйтте. Ейән ҡартатаһына үҙе эшләгән ҡул эшен бүләк итте.

PostHeaderIcon Картины, сотканные из слёз

Подведены итоги районного конкурса плакатов и сочинений «Не пей, мама».

Пьяная, неряшливо одетая женщина подносит к губам бутылку пива. На полу ползает маленький ребёнок, он дотягивается до маминых колен и тянет к ней ручку... Женщина продолжает пить, не обращая внимания на плачущего малыша. С каждым глотком она всё больше отрывается от реальности, погружаясь в обманчивый плен наслаждения. Уставший от слёз малыш засыпает прямо на полу, у ног матери. Той, что променяла его на бутылку с пивом.

PostHeaderIcon Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” район бәйгеһе үтте.

13 ноябрҙә Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” район бәйгеһе үтте. Бәйгелә төбәк бәйгеләре еңеүселәре - бөтәһе 22 егет һәм ҡыҙ ҡатнашты. Улар бәйгенең шарртары буйынса Мостай Кәримдең мөхәббәт геройҙарын сәхнәләштерҙе, төрлө көнүҙәк темаларға арналған һорауҙарға яуаптар бирҙе, Мостай Кәримдең шиғырҙарын яттан һөйләне, вальс бейене. Слайдта һәр ҡатнашыусының яратҡан шөғөлө, ҡаҙаныштары, йәшәү маҡсаттары тураһында мәғлүмәт күрһәтелеп барыуы отошло булды. Бәйгеселәрҙең һәр сығышы дәррәү алҡыштарға күмелде. “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” район бәйгеһе матур тамашаға әйләнде.

PostHeaderIcon Стихи, согретые теплом души

Ахмар Утябаев, писатель,  близкий друг Раиса Тулякова:

—  В своих стихах Раис Туляков отражал бескрайнюю любовь к Родине, своему народу и как никто другой переживал о его будущем. Его всегда волновали вопросы будущего языка, поэтому часто его герой предстаёт в виде борца за сохранение исторических традиций и культуры своего народа. Раис Туляков обращался к страницам прошлого, бросал свой острый взгляд на героические и трагические события. К сожалению, жизнь и судьба его оказались до обидного короткими. Он ушёл от нас очень рано, не успев высказать своих самых главных и важных слов.

PostHeaderIcon В мире Мустая Карима

В Баймакском лицее-интернате прошёл городской конкурс среди молодёжи по творчеству Мустая Карима «Акъегет и Акйондоз», посвящённый 95-летию народного поэта. Участников и гостей приветствовали директор лицея-интерната А.А. Салихов,  заместитель директора  Г.В.   Юнусова.

PostHeaderIcon «К нам Лермонтов сходит, презрев времена» В этом году исполнилось 200 лет со дня рождения поэта

Дата, согласитесь, значительная. Да и кто не знает знакомые ещё с детства «Тучи», «Бородино», «Утёс» или «Парус», которые уже давно стали не просто классикой, а одними из любимых стихотворений нескольких поколений россиян? А при упоминании имени поэта воображение рисует тот самый грустный и задумчивый образ, запечатлённый, пожалуй, на самом известном его портрете из школьных учебников русской литературы. Именно с этого портрета на нас смотрит внимательным взглядом молодой мужчина в военной форме.

PostHeaderIcon Төркмән ауылында үткән “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” төбәк бәйгеһе

Төркмән ауылында үткән “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” төбәк бәйгеһендә Йәнйегет, Иҫке Сибай, Төркмән, Күсей, Әхмәр, Кәрешкә ауылдарынан 14 егет һәм ҡыҙ  көс һынашты. Ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә тиерлек бәйгегә күңел биреп әҙерләнгәндәр. Үҙең менән таныштырыуҙы шартҡа ярашлы һәр бәйгесе Мостай Кәрим ижадына бәйләп һөйләне,һәләттәрен күрһәтте. Әҙиптең  киң билдәле мөхәббәт геройҙары Ҡотләхмәт һәм Йәмилә, Ричард һәм Айгөл, Зөбәржәт һәм Аҡйегет, Мәрәһим һәм Аҡйондоҙ, Әжмәғол һәм Уңғанбикә образдарында сығыш яһаусы йәштәргә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине. Егет һәм ҡыҙҙарҙың яратҡан шағирҙарының шиғырҙарын  тасуири итеп яттан һөйләүҙәре һәр кемдең күңеленә үтеп инде. Ағинәй Ғәйетҡолова М. биргән һорауҙарға бәйгеселәрҙең күбеһе төптән уйлап яуап бирҙе, төрлө хәл-ваҡиғаларға үҙ ҡарашын белдерҙе. Бигерәк тә йәштәрҙең тыуған еребеҙҙе,тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауға ҡарата фекерҙәре берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.

PostHeaderIcon Йомаш ауылында үткән “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” төбәк бәйгеһе

Йомаш ауылында үткән “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” төбәк конкурсында Бөрйән-Йылға, Юлыҡ, Йомаш, Ишбирҙе,1-се Этҡол, Аҡтау, Шүлкә, Әбделкәрим, Буранбай ауылдарынан 10 ҡыҙ һәм егет ҡатнашты. Бәйгенең шарты буйынса үҙең менән таныштырғанда бәйгеселәр Мостай Кәрим ижады  алдында баш эйеп, уның шиғырҙарын яттан һөйләү, йырҙарын йырлап, сәхнә әҫәрҙәрен сәхнәләштерергә һәм вальс бейергә тейештәр ине. Үҙҙәре менән таныштырыу барышында слайдтар күрһәтелде. Бөйөк шәхескә үҙҙәренең тормош маҡсаттарын, яратҡан шөғөлдәрен һөйләп, көнүҙәк проблемаларға, шағирҙың ижадына арналған һорауҙарға яуап бирҙеләр, ә Юлыҡ ауылы бәйгесеһе Хөсәйенов Ислам Мостай Кәрим рухына аят бағышланы. Бәйгенең шарты буйынса Мостай Кәримдеңәҫәрҙәрен сәхнәләштереү булды. Аҡйегет һәм Зөбәржәт, Мария Тереза һәм Любомир Зух, Аҡйондоҙ һәм Мәрәһим кеүек мөхәббәткә дан йырлаусы образдарҙы оҫта итеп башҡарыуҙары бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

PostHeaderIcon Баймакском районе был объявлен конкурс на лучшую организацию деятельности по повышению правовой культуры избирателей

Баймакском районе был объявлен  конкурс на лучшую организацию деятельности по повышению правовой культуры избирателей, на лучшую организацию избирательной кампании в 2014 году среди сельских поселений,  библиотек – филиалов Баймакской МЦБ, клубных учреждений  муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан.

Организаторами Конкурса были Территориальная избирательная комиссия муниципального района Баймакский район, отдел культуры муниципального района Баймакский район, РМБУК «Баймакская межпоселенческая центральная библиотека» муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан.

В Конкурсе приняли участие  37 сельских  библиотек – филиалов Баймакской МЦБ.

PostHeaderIcon Байыш ауылында үткән “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” төбәк бәйгеһе

Байыш ауылында үткән  “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет”  төбәк  бәйгеһе

Үтеү урыны: ауыл клубы

Үткәреү ваҡыты: 21 октябрь

Төбәк бәйгеһендә Урғаҙа,Ишмырҙа,Байыш,Ишмөхәмәт ауылдарынан 8 егет һәм ҡыҙ ҡатнашты. Үҙең менән таныштырыуҙа бәйгеселәрҙең күбеһе бәйге шартына ярашлы Мостай Кәрим рухы менән аралашты,бөйөк шәхескә үҙҙәренең тормош маҡсаттары,яратҡан шөғөлдәре тураһында һөйләне,ижады алдында баш эйҙе, рәхмәттәрен еткерҙе. Бәйгенең икенсе шарты буйынса һәр ҡатнашыусы әҙиптең ижады буйынса,шулай уҡ көнүҙәк проблемаларға ҡарата һорауҙарға яуаптар биреп,үҙҙәренең отҡорлоғон, зирәклеген күрһәттеләр. ”Аҡйондоҙ һәм  Аҡйегет” бәйгеһенең иң  илаһи,күңелдәрҙе тетрәндергес мәле ул Мостай Кәримдең мөхәббәт геройҙарын сәхнәләштереү. Бәйгеселәрҙең Айгөл һәм Ричард, Аҡйегет һәм Зөбәржәт, Айгөл һәм Илдар, Мария Тереза һәм Любомир Зух кеүек мөхәббәткә дан йырлаусы образдарҙы үҙ йөрәктәре аша үткәреп, оҫта итеп башҡарыуҙары берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.

Шулай уҡ егет һәм ҡыҙҙарҙың мәшһүр  шағирҙың шиғри гәүһәрҙәрен яттан тасуири һөйләүҙәре лә залда ултырыусыларҙың күңеленә үтеп инде, изге тойғолар уятты.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Әлибаев, С. Ә. Бел ҡәҙерен ғүмереңдең : шиғырҙар, йырҙар / Сафуан Әлибай. — Өфө : Китап, 2016. — 352 бит.