Кеше ике нәмә арҡаһында ҡартаймай: береһе – уның яҡшы эше, икенсеһе – яҡшы һүҙе. - Йософ Баласағуни
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis
все конкурсы

PostHeaderIcon Оло шәхес, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөндә, 20-се октябрҙә Ниғәмәт ауылының мәҙәниәт йортонда сая рухлы, дәртле һәм ижади йәштәр араһында “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” төбәк бәйгеһе үтте.

Оло шәхес, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөндә, 20-се октябрҙә Ниғәмәт ауылының мәҙәниәт йортонда сая рухлы, дәртле һәм ижади йәштәр араһында “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” төбәк бәйгеһе үтте. Был сарала Ниғәмәт, 2-се Этҡол, Үрге Яйыҡбай, Ҡолсора, Ҡуянтау, Түбә, Таулыҡай һәм Сыңғыҙ ауылдары йәштәре ҡатнашты. Беренсе һынау – үҙең менән таныштырыу ине, бында һәр бәйгесе үҙенсәлеге менән айырылып торҙо. Кемдер ҡурайҙа уйнаһа, икенсеһе – йырланы. Икенсе һынау - Мостай Кәримдең шиғырҙарын яттан белеү ине. Ҡыҙҙар «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа», «Көҙ», «Кистән дауыл ҡупты» әҫәрҙәрен һөйләһәләр, егеттәр – буласаҡ ил Һаҡсылары “Үлмәҫбай” поэмаһынан өҙөк, “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!”, “Россиянмын”, “Үҙемә әйткән һүҙ” кеүек шиғырҙарҙы һайлағандар ине. Артабан бәйгеселәр,  яҙыусының тормош юлы, ижады тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙеләр. Был сараның иң матур өлөшө булып Мостай Кәримдең әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштереү булғандыр моғайын. Бәйгеселәр Аҡйегет һәм Зөбәржәт, Айгөл һәм Ричард, Любомир һәм Мария Тереза ролдәренә инделәр. Ә инде бәйгеселәр вальс әйләнгәндә төҫтәр сағыулығынан күҙҙәр ҡамашты.

PostHeaderIcon Баймаҡ үҙәк китапханаһының уҡыу залында Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыллығына арналған балалар араһында район шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе уҙҙы.

Баймаҡ үҙәк китапханаһының уҡыу залында Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына  95 йыллығына арналған балалар араһында район шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе уҙҙы. Был датаны бөтә республика халҡы киң билдәләй, яратҡан яҙыусыһына үҙенең ихтирамын белдерә. Бәйгелә райондың 35 ауылынан, Баймаҡ ҡалаһының 2-се һанлы мәктәбе һәм Баймаҡ интернат лицейынан 73 уҡыусы ҡатнашты. Был көндө Мостай Кәримдең бик күп шиғырҙары, поэмалары, йырҙары яңғыраны. Баһалама ағзалары бәйгелә ҡатнашыусыларҙы өс төркөмгә бүлде.

PostHeaderIcon 2014 йылдың 17 октябрендә Һаҡмар ауылында Башҡортостандың халыҡ шағиры, дәүләт эшмәкәре, оло шәхес Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуға ҡарата сая рухлы, дәртле һәм ижади йәштәр араһында “Аҡйегет һәм Аҡйондоҙ” бәйгеһе үтте.

2014 йылдың 17 октябрендә  Һаҡмар ауылында Башҡортостандың халыҡ шағиры, дәүләт эшмәкәре, оло шәхес Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуға ҡарата сая рухлы, дәртле һәм ижади йәштәр араһында “Аҡйегет һәм Аҡйондоҙ” бәйгеһе үтте. Бәйгелә Темәс, Һаҡмар, Таһир, Билал, Өмөтбай ауылы йәштәре көс һынашты. Һәр бәйгесе үҙенең үҙенсәлеклелеге менән айырылып торҙо.

PostHeaderIcon Положение городского конкурса чтецов «Созвучие слов живых» (по творчеству М. Ю. Лермонтова)

Положение городского конкурса чтецов

«Созвучие слов живых»

(по творчеству М. Ю. Лермонтова)

Октябрь 2014 года в культурной жизни России прошел под знаком лермонтовского творчества в связи 200-летием поэта. Именно М.Ю.Лермонтов подхватил и высоко поднял знамя русской литературы, выпавшие из рук великого Пушкина. С его стихотворения «Смерть поэта» началась яркая, но короткая эра лермонтовской поэзии. Любимые строки его талантливых стихов и поэм прозвучат в центральной библиотеке 29 октября 2014 года.

PostHeaderIcon Положение городского конкурса чтецов «Созвучье слов живых» (по творчеству М. Ю. Лермонтова)

Положение городского конкурса чтецов

«Созвучье слов живых»

(по творчеству М. Ю. Лермонтова)

     Октябрь 2014 года в культурной жизни России прошел под знаком лермонтовского творчества в связи 200-летием поэта. Именно М. Ю. Лермонтов подхватил и высоко поднял знамя русской литературы, выпавшие из рук великого Пушкина. С его стихотворения «Смерть поэта» началась яркая, но короткая эра лермонтовской поэзии. Любимые строки его талантливых стихов и поэм прозвучат в центральной библиотеке

PostHeaderIcon Милләтебеҙҙең бөйөк шәхесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуҙы лайыҡлы үткәреү маҡсатында Баймаҡ биләмә-ара китапханаларында айлыҡ иғлан ителде.

Милләтебеҙҙең бөйөк шәхесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуҙы лайыҡлы үткәреү маҡсатында Баймаҡ биләмә-ара китапханаларында айлыҡ иғлан ителде. Айлыҡ сиктәрендә районыбыҙҙың һәр төбәгендә арҙаҡлы әҙиптең тормош юлы һәм ижады буйынса төрлө саралар: шиғыр һөйләү бәйгеләре, китап уҡыусылар конференциялары, викториналар, һүрәттәр конкурстары, әҙәби – музыкаль кисәләр ойоштороласаҡ. Шулай уҡ районыбыҙҙа матур йолаға әүерелгән йәштәр араһында “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” бәйгеһе старт алды.

3 октябрь көнө үҙәк китапханала өлкән йәштәгеләр араһында район шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Бәйгелә районыбыҙ ауылдарының “Ағинәйҙәр”, “Атайсал” клубы ағзалары әүҙем ҡатнашты.  “Киске Өфө” гәзите редакторы Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаеваның ҡатнашыуы ла сараның мәртәбәһен арттырҙы.Бәйгелә ҡатнашыусылар  күңелдәрендә ғүмерҙәре буйына яттан һөйләнелеп йөрөгән  шиғырҙарын һөйләп,йырҙарын йырлап ҡына ҡалманылар,үҙҙәренең  иҫтәлектәре менән уртаҡлаштылар, яратҡан шағирҙары тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйттеләр.Мостай Кәримдең бөтәһе лә яратып йырлаған йырҙарын башҡарыусы Ишберҙе ауылының “Хәтирә” фольклор ансамбленең үҙенсәлекле сығышы бәйгенең йәме булды. Бөйөк  аҡыл эйәһе Мостай Кәрим исеме  өлкән быуын вәкилдәренең һәр береһе өсөн изге һәм ҡәҙерле исем.Шуның өсөн дә сара барышында яңғыраған һәр шиғыр,һәр йыр,һәр сығыш оло әҙипкә ҡарата һөйөү һәм ихтирам хистәре менән башҡарылды,күңелдәрҙә ғорурлыҡ тойғоһо уятты.

PostHeaderIcon “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” йәштәр бәйгеһенең положениеһы

Башҡортостандың халыҡ шағиры, дәүләт эшмәкәре, олуғ шәхес  Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл

PostHeaderIcon Баймаҡ үҙәк китапханаһы һәм район ҡатын-ҡыҙҙар советы районыбыҙҙың өлгөлө, татыу ғаиләләре араһында “Бәхетлеләр утрауы” исемле бәйге иғлан итте.

Баймаҡ үҙәк китапханаһы һәм район ҡатын-ҡыҙҙар советы районыбыҙҙың өлгөлө, татыу ғаиләләре араһында  “Бәхетлеләр утрауы” исемле бәйге иғлан итте.Районыбыҙҙа бәхетлеләр утрауын булдырыусы ғаиләләр бик күп.Бәйге ошондай ғаиләләр менән танышыу, улар өлгөһөндә башҡа ғаиләләрҙе тәрбиәләү,районыбыҙҙың ныҡлы ғаиләләрен барлау маҡсатында ойошторолдо.Бәйгелә әҙәпле балалар тәрбиәләгән татыу,берҙәм,30-йәштән 50-йәшкә тиклемге ғаиләләр ҡатнашты. Төбәк бәйгеләре Иҫке Сибай, Аҡморон,Таулыҡай,Темәс  ауылдарында үтте.

Иҫке Сибай төбәк  бәйгеһендә Төркмән  ауылынан Радмир һәм Зәүрә Ҡаһармановтар(3 бала),Күсейҙән Әсҡәт һәм Ләйсән Фәйзуллиндар(2 бала), Әхмәрҙән Рәфис һәм Гөлназ Мәҡсүтовтар(3 бала), Иҫке Сибайҙан Зиннур һәм Зөлфиә Хәмитовтар(3 бала),Йәнйегеттән Азамат һәм Фәниә Карабаевтар(9 бала), Урғаҙанан Нур һәм Рәүфә Йәнбәковтар(4 бала), Байыштан Рафаэль һәм Люциә Ласыновтар(3 бала) үҙ-ара көс һынашты. Бәйге барышында ғаиләләр үҙҙәре менән таныштырҙылар, сетерекле һорауҙарға яуап бирҙеләр, “Дан сәғәтендә” һөнәрҙәрен күрһәттеләр, ғаиләнең яратҡан аш-һыуына реклама яһанылар, вальс бейенеләр.Бәйгеселәрҙе ауыл хакимиәте башлығы сәләмләне, ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре йыр-бейеүҙәрен бүләк итте.Иҫке Сибай төбәк бәйгеһенең еңеүсеһе тип Хәмитовтар ғаиләһе табылды һәм район бәйгеһендә ҡатнашыу хоҡуғын яуланы.Икәүһе лә уҡытыусы булып эшләүсе Хәмитовтар 3 балаға ғаилә бәхете бүләк итеүсе хәстәрлекле атай һәм әсәй. Икенсе урынды Фәйзуллиндар һәм Карабаевтар ғаиләһе яуланы.Татыу,өлгөлө ғаиләләрендә 9 бала тәрбиәләүсе Карабаевтар ғаиләһе лә район бәйгеһенә саҡырылды.

PostHeaderIcon “Башҡорт телендә һөйләшәм” акцияһы положениеһы

Халыҡ менән тел яҙмышы айырылғыһыҙ.Тел бөтһә,халыҡ та бөтә.Юнесконың башҡорт телен ер йөҙөнән юғалып барған телдәр иҫәбенә индереүе борсолоу тыуҙыра.Үкенескә ҡаршы,үҙ туған телендә һөйләшергә,аралашырға теләмәүсе йәштәрҙең үҫеп килеүе,телебеҙҙең көндән –көн ярлылана барыуы бөгөнгө көн проблемаларының береһе.

PostHeaderIcon Положение районного конкурса чтецов «Тропинки радости»

Положение районного конкурса чтецов «Тропинки радости»

Развитие литературной жизни современной России определяет творчество известных талантливых поэтов, таких как Евгений Александрович Евтушенко и Андрей Дмитриевич Дементьев. В июле нынешнего года оба поэта отметили славный юбилей. В честь этого события и с целью пропаганды их творчества Баймакская центральная библиотека проводит районный конкурс чтецов по произведениям поэтов.

 

Цели и задачи конкурса.

· Пропаганда чтения среди детей и взрослых.

· Расширение читательского кругозора детей.

· Повышение общественного интереса к библиотекам.

· Повышения уровня грамотности у детей.

· Поиск и поддержка талантливых детей и взрослых.

· Повышение интереса к современной русской литературе.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Горюхин, Ю. А. Пазл : повести и рассказы / Юрий Горюхин. — Уфа : Китап, 2016. — 328 с.