Китап уҡыу инсандың йөҙөнә нур, күңеленә шатлыҡ килтерер. - Ризаитдин Фәхретдинов
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis
все конкурсы

PostHeaderIcon ВНИМАНИЕ КОНКУРС!

ПОЛОЖЕНИЕ о Республиканском конкурсе

«Лучший читатель Республики Башкортостан 2013 года»

1. ОБЩИЕ ПОЛОЖЕНИЯ

1.1. Республиканский конкурс «Лучший читатель Республики Башкортостан 2013 года» (далее  - Конкурс) проводится Журналом «Компьютерный практикум» и ГБУК Национальная  библиотека им. А.-З. Валиди Республики Башкортостан при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан и  в целях продвижения книги и чтения среди жителей Республики Башкортостан.

2. ЦЕЛИ И ЗАДАЧИ КОНКУРСА

2.1. Привлечение внимания жителей республики к проблемам чтения.

2.2. Повышение престижа книги, чтения, библиотеки.

2.3. Сохранение и развитие традиций семейного чтения.

2.4. Расширение социального партнерства для поддержки деятельности библиотек по продвижению чтения.

2.5. Выявление и поощрение лучших читателей библиотек.

2.6. Демонстрация и развитие творческих способностей жителей РБ.

2.7. Стимулирование творчества  сотрудников общедоступных библиотек.

PostHeaderIcon Положение творческого конкурса “Я восхищен красотой родного края”

Положение творческого конкурса “Я восхищен  красотой родного края”

         В рамках обьявленного Года охраны окружающей среды и к 75-летию г. Баймака Администрация Баймакского района  объявляет творческий конкурс  “Я восхищен красотой родного края”.   Организаторами конкурса являются отдел образования, отдел культуры, и центральная библиотека.

PostHeaderIcon “Тыуған яғым гүзәллеген, Мәңге күреп туйманым…” конкурсының положениеһы

                                                                                                         Илһөйәрҙәр, һеҙҙе көтәбеҙ!


  • “Тыуған яғым гүзәллеген,
    
    Мәңге күреп туйманым…” конкурсының положениеһы
    
    
  • 
    
  • Тыуған ерем, һинән айырылғыһыҙ,
    
    Һәр тибеше ҡайнар йөрәктең.
    
    Хатта туҙаны ла ҡәҙерле бит
    
    Үҙең тыуып-үҫкән  төбәктең.
    
    
  • 
           

    2013 йылда иғлан ителгән “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау” йылы сиктәрендә, Баймаҡ ҡалаһының 75-йыллығына арнап Баймаҡ районы хакимиәте “Тыуған яғым гүзәллеген, мәңге күреп туйманым…” исемле ижади конкурс иғлан итә.

    
             Бәйгене ойоштороусылар: мәҙәниәт , мәғариф бүлеге, район китапханаһы.  
    
             Конкурстың төп маҡсаты: Баймаҡтың гүзәл  тәбиғәтенең ҡабатланаҫ илаһилығын, матурлығын сәнғәттә һынландырыу, ижадсыларҙың рухи камиллығын, һәләтен үҫтереү, районыбыҙҙың оҫталарын асыҡлау, уларҙы үҙ-ара таныштырыу, уларҙың ижад емештәрен яҡташтарбыҙға, районыбыҙға килгән ҡунаҡтарға күрһәтеү, йәш быуында илһөйәрлек сифаттары үҫтереү.
    
    

PostHeaderIcon Баймаҡ район китапханаһы йәштәр араһында бәйге иғлан итә.

    Күңелендә      саялыҡ,  матурлыҡ йөрөткән, әҙәбиәтте яратҡан  ҡыйыу йәштәребеҙҙе   районыбыҙҙа   матур  йолаға   әйләнгән   йәшлек, саялыҡ  һәм  гүзәллек  бәйгеһе   “Аҡйондоҙ  һәм  Аҡйегет”   бәйгеһенә саҡырабыҙ. Бәйге   Башҡортостандың  халыҡ  шағиры, башҡорт әҙәбиәтенә  алтынға бәрәбәр   әҙәби мираҫ ҡалдырған  М. Кәримдең  тыуыуына  95  йыл тулыуға  бағышлана.  Тәрбиәле, рухлы  йәштәрҙе асыҡлау, уларҙы дәртләндереү маҡсатында  үткәрелгән  бәйгене  әҙерләүҙә  урындағы  ҡатын –ҡыҙҙар советы, атайсалдар  һәм  ағинәйҙәр,  уҡытыусылар, мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре  әүҙем   ҡатнашыр тип  өмөтләнәбеҙ.

PostHeaderIcon Шиғриәт һөйөүселәрҙе бәйгегә саҡырабыҙ!

 

Шиғриәт һөйөүселәрҙе бәйгегә саҡырабыҙ!

         2012 йылдың 25 октябрендә киң билдәле шағирә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хәҙмәткәре, ”Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Йомабикә Ильясова үҙенең күркәм юбилейын - 55 йәшен билдәләй.

         Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы үҙ халҡының яҙмышы өсөн янып, борсолоп йәшәгән, оло хөрмәткә лайыҡ, абруйлы гүзәл заттарыбыҙҙың береһе, күп яҡлы талант эйәһе.Ул  тиҫтәгә яҡын шиғри йыйынтыҡ авторы, юғары мәҙәниәтле етәксе, бай телле журналист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ танылыу яуланы. Ҡоролтай депутаты итеп һайланыуы ла уның ижади һәм сәйәси эшмәкәрлегенә оло баһа, мәртәбә өҫтәй.Ил хәстәрен иңенә алған оло йөрәкле шағирә менән осрашыу кисәләре үҙе бер байрам.

         Баймаҡ район китапханаһы халыҡ яратып уҡыған шиғри гәүһәрҙәр авторы Йомабикә Ильясованың юбилейы айҡанлы шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе иғлан итә. Бәйгелә 5-11 синыф уҡыусылары һәм өлкәндәр ҡатнаша.

         Бәйгенең 1 туры ҡалала һәм ауылдарҙа 15 октябрҙан 25 октябрға тиклем үткәрелә, 2 туры- район бәйгеһе- ноябрь айында үтәсәк.

         Еңеүселәр өс төркөм: 5-8, 9-11 синыфтар һәм өлкәндәр араһында билдәләнәсәк.

              Белешмә өсөн телефон 3-16-74

 

PostHeaderIcon “1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир яҡташтарыбыҙ һәм уларҙың тоҡомдары” исемле бәйгелә ҡатнашырға саҡырабыҙ

“1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан  яугир яҡташтарыбыҙ һәм уларҙың тоҡомдары”  исемле  бәйгелә  ҡатнашырға  саҡырабыҙ

         Белеүебеҙсә, 2012 йылда илебеҙҙә бер нисә оло юбилей билдәләнә: Рәсәй дәүләте төҙөлөүгә -1150, Ватан һуғышында еңеүгә-200, күренекле реформатор Петр Столыпиндың тыуыуына-150 йыл тула. Төбәгебеҙҙең,Башҡортостандың үткәнен Рәсәйҙән айырып ҡарау мөмкин түгел.Башҡортостан йылъяҙмаһы-Рәсәй тарихының айырылмаҫ бер өлөшө. 1812 йылғы Ватан һуғышы ла халҡыбыҙ тарихында,рухи донъяһында тәрән эҙ ҡалдырған.Башҡорт яугирҙәре Рәсәй ерен азат итеүҙә батырҙарса һуғышып,еңеүҙе яҡынайта. Француз яуында беҙҙең яҡтарҙан да бик күп яугирҙәр ҡатнаша. Уларҙың ҡайһылары батырлыҡтар күрһәтеп яу яландарында ятып ҡалған,ҡайһылары еңеү менән тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтҡан. Уларҙың күптәренең исемдәре билдәһеҙ,бөгөнгө көндә тоҡомдары тураһында әҙ беләбеҙ. Йәш быуын вәкилдәренең халҡыбыҙ тарихы менән ҡыҙыҡһыныуы кәмей ,илһөйәрлек хисе бөтә бара. Рәсәй тарихы йылы тарихыбыҙҙағы аҡ таптарҙы бөтөрөү өҫтөндә эшләү өсөн иң уңай мәл. 

PostHeaderIcon Рәмил Йәнбәк ижады буйынса шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе положениеһы

Рәмил Йәнбәк ижады буйынса шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе положениеһы

2012 йылдың 10 авгусында күренекле шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты Рәмил Йәнбәккә 60 йәш тулды.

“Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Рәмил Әхмәт улы Йәнбәков башҡорт һәм рус телдәрендәге 8 шиғри йыйынтыҡ авторы, әҫәрҙәре шулай уҡ татар, сыуаш, ҡалмыҡ телдәренә лә тәржемә ителеп, баҫылып сыҡты. “Мөхәббәт йырсыһы” тип дан алған шағирҙың ижадын өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә яратып ҡабул итә. Уның сафлыҡ, ихласлыҡ менән һуғарылған шиғырҙары һәр кемдең күңеленә үтеп, иң нескә ҡылдарын тибрәтә, тормош ҡанундарын икенсерәк юҫыҡта ҡарарға мәжбүр итә.

Баймаҡ район китапханаһы күренекле шағирҙың 60 йәшлек юбилейы айҡанлы уның ижады буйынса шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе иғлан итә.

PostHeaderIcon “Уңған килендәр һәм сабыр ҡәйнәләр” бәйгеһенең положениеһы

 “Уңған килендәр һәм сабыр ҡәйнәләр”  бәйгеһенең  положениеһы

         2012 йыл  Башҡортостанда  “Имен бала саҡ һәм  ғаилә  ниғмәттәрен нығытыу йылы” тип  иғлан ителде.

    Ғаилә - кешенең рухи бишеге.Тормош йөгөн бергә тартып, бер –береңдәге гүзәл яҡтарҙы  аса –аса, бер-береңдән яҡшылыҡтар таба-таба  йәшәгән ғаиләләр ныҡ һәм ғүмерлек була,  шундай ғаиләләрҙә генә  сәләмәт, шат , әҙәпле  һәм бәхетле балалар үҫә.  Берҙәм, татыу ғаиләләр генә  ҡартатай-ҡартәсәйҙе, атай-әсәйҙе, балаларҙы бергә һыйындыра, йылындыра  алырлыҡ яҡты усаҡҡа  әйләнә.

PostHeaderIcon Положение конкурса чтецов , посвященная к 100-летию со дня рождения нашего земляка, воина -поэта, земляка Н. Идельбая.

Положение конкурса чтецов , посвященная к 100-летию со дня рождения

 нашего земляка,  воина  -поэта,  земляка Н. Идельбая.

         Детская библиотека проводит  конкурс чтецов по произведениям нашего земляка , воина –поэта Нажиба Идельбая  среди учащихся города.

         Библиотеки всегда играли  важную роль в патриотическом  воспитании. Особенно неоценима роль  детских библиотек, ведь наши юные читатели –это будущие творцы истории страны. От того, насколько сильно в них развито  патриотическое самовоспитание, духовная вера в народ, любовь к  Отечеству, зависит их будущее и будущее страны. 

         В конкурсе участвуют с каждой школы по 3 учащихся старших и 3 учащихся  средних классов.

Время проведения:  20 марта 2012 года, в  15.00 часов

Место проведения:  детская библиотека

Телефон для справок:    3-15-42, 3-16-74

PostHeaderIcon Положение эстафеты, посвященный к 200-летию победы России в Отечественной войне 1812 года «Поклон и память поколений»

Положение эстафеты, посвященный к 200-летию победы России

в Отечественной войне 1812 года «Поклон и память поколений»

2012 год объявлен президентом России  «Годом Истории России». В связи с этим во всех библиотеках района планируется проведение различных мероприятий. В целях активизации клубов «Атайсал» и «Ағинәйҙәр», организованных при каждой библиотеки и усиления патриотического воспитания среди молодежи организуется эстафета клубов “Поклон и пам'ять поколений”, которая была обсуждена и решена на совете краеведов.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Аралбай, Ҡәҙим Йыр йылыһы: шиғырҙар, поэмалар тәржемәләр, робағиҙар / Ҡәҙим Аралбай. — Өфө : Китап, 2016. — 344 бит.