Доняла аҡыллы һәм ырыҫлы булғың килһә китап уҡы, китаптан айырылма, шунда бәхет табырһың. - Нурмөхәмәт Йомрани
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis
все конкурсы

PostHeaderIcon Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижады буйынса викторина

Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижады буйынса викторина

1. Шағирҙың йорт –музейы ҡайҙа урынлашҡан һәм   ҡасандан бирле эшләй?

2. Ҡасан тәүге шиғырын яҙа ?  Шиғырҙың исеме?

PostHeaderIcon Халҡыбыҙҙың бөйөк улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 80 йыллыҡ юбилейына ҡарата шиғыр һөйләүселәр бәйгеһенең положениеһы

Халҡыбыҙҙың бөйөк улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры

Рәми Ғариповтың 80 йыллыҡ юбилейына ҡарата

шиғыр һөйләүселәр бәйгеһенең положениеһы

 

Быйыл 12 февралдә Республикабыҙҙың күренекле халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йәш тула.

Башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индергән шағирҙың ижадында халыҡ яҙмышы, илдең бөгөнгөһөн һәм киләсәген ҡурсалау һәр саҡ үҙәк урынды биләй. Тыуған яҡ йырсыһы, шағирҙың йөрәктән сыҡҡан шиғри юлдары һәр шиғриәт һөйөүсенең рухи юлдашына әйләнгән. Үҙенсәлекле шағирҙың әҫәрҙәренә бик күп йырҙар яҙылды һәм сәхнәләрҙә яңғырай.

PostHeaderIcon XVI “Иман нуры” конкурсы иғлан ителә

XVI “Иман нуры” конкурсы иғлан ителә

        Дөрөҫлөктә, Аллаһы Үҙенең бәйғәмбәре аша Ҡөрьән китабын кешелеккә күңелдәрҙе иман менәннурландырып аҙашыу юлынан, дини наҙанлыҡ, иманһыҙлыҡ ҡараңғылығынан дин ғилеме яҡтылығына һәм тоғро юлға сығарыу өсөн индерҙе. Аллаһы ошо Ҡөрьәндә бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм хаҡында : “Дөрөҫлөктә, һин юғары әхлаҡҡа эйә булдың,”-ти. Ә уның янында йөрөгән сәхәбәләре: “Уның әхлағы – Ҡөрьән ине”, - тигәндәр.

        Ысынлап та, бер мең дүр йөҙ  йылдан ащыу ваҡыт үтеүенә ҡарамай, Аллаһының изге китабы Ҡөрьән аҡыл эйәләренә хикмәтле нәсихәт биреүсе, тзгеләргә һөйөнөс килтереүсе, гөнаһлыларҙы ҡәтғи иҫкәртеүсе, үткән һәм киләсәк ваҡиғаларҙы хаҡлыҡ менән тасуирлаусы, Аллаһынан ҡурҡыусыларға үҙгәрмәҫ ҡанундар йыйынтығы булып ҡала килә.

          Изге Ҡөрьәнде өйрәнеү, аяттарының мәғәнәһен үҙгәртмәй киләһе быуынға еткереү, унда яҙылған Ислам дине нигеҙҙәрен дөрөҫ аңлау, уның  арҡылы йәштәрҙе изгелек һәм мәрхәмәтлек рухында тәрбиәләү һәр мосолмандың изге бурысы булып тора.

      Йыл һайын “Иман нуры” конкурсы балаларҙың күңелен Ислам диненең әхлаҡи ҡиммәттәренә яҡынайтыусы , изгелеккә әйҙәүсе сараларҙың береһе булараҡ үткәрелә.

    Быйыл да Баймаҡ районы мөхтәсибәте, Баймаҡ районы китапханаһы Ҡөрьәнде яттан уҡыу буйынса 5 йәштән 12 йәшкәсә һәм 13 йәштән 18 йәшкәсә балалар араһында район бәйгеһе үткәрә.

          Бәйге 3 турҙа:

1-се тур – урындағы мәсеттәрҙә,

2-се тур – төбәктәрҙә (үҙәктәре: Ишей – 27 февраль; Әхмәр – 28 февраль; Ҡуянтау – 29 февраль; Кәрешкә - 1 март; Байыш- 9март; Ярат-14 март; Сыңғыҙ – 15 март; 1-се Этҡол-19 март; П- Этҡол- 20 март; Һаҡмар-21 март; Ҡыуат-22 март; Билал- 23 март);

3-се тур – Баймаҡ ҡала мәсетендә үтәсәк. Район бәйгеһендә төбәктәрҙә 1-се урынды алған балалар ҡатнашасаҡ. 31 март сәғәт 11-ҙә район мәҙәниәт йортонда конкурсты йомғаҡлау кисәһе үткәреләсәк.

    Йомғаҡлау байрамына төрлө йылдарҙа  “Иман нуры”  бәйгеһендә  еңеүселәрҙе саҡырабыҙ.

Район бәйгеһенең шарттары:

- Ҡөрьән сүрәләрен тәжвид ҡәғиҙәһе менән яттан уҡыу һәм бағышлап доға ҡылыу;

-  Әҙәп - әхлаҡ тураһында хәҙистәр белеү;

-  Ислам дине һәм иман нигеҙҙәрен белеү;

-  Тәһәрәт алыу һәм намаҙ уҡыу тәртибен күрһәтеү.

Бәйгелә ҡатнашыусының тышҡы ҡиәфәте Ислам дине, шәриғәт ҡанундарына ярашлы булыуы мотлаҡ. Ике төркөмдә  лә Гран-при яулаусыларҙы –велосипед, ә ҡалғандарҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә.

            Белешмәләр өсөн 2-14-54; 3-16-74  телефондарына шылтыратырға мөмкин.

Изге сараға хәйриә ярҙамы кәрәк. Шәхестә юғары әхлаҡ тәрбиәләгән диндең дауамы өсөн бирелгән хәйер-саҙаҡаларға Аллаһы, бәйғәмбәребеҙ әйткәнсә, өҙлөкһөҙ сауаптарын бирер, ха та үҙенең вафатынан һуң, әхирәт доньяһында ла килеп торор, был доньяла ете йөҙ бәлә-ҡазаны кире ҡайтарыр, иншә аллаһ!

   Хөрмәтулла хажи  Буранбаев Баймаҡ районы имам-мөхтәсибе; С.Иҙелбаева Үҙәк  китапханаһы хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире

 

PostHeaderIcon “Мөғжизәле йорт үҙ ҡулдарым менән”

“Мөғжизәле йорт үҙ ҡулдарым менән”

    БР Президенты Р.Хәмитовтың Указына ярашлы Башҡортостанда 2011 йыл – Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителде. Республикабыҙ күп милләтле халҡы менән бай һәм көслө. Башҡортостан ерендә һәр милләт үҙ телендә иркен аралаша, белем ала, изге йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙә, быуындар күсәгилешлеген һаҡлай.

         Беҙҙең районда ла төрлө милләт вәкилдәре татыу һәм дуҫ йәшәй. Күптәр үҙ асылдарын юғалтмай, ғөрөф-ғәҙәттәренә, милли үҙенсәлектренә тоғро ҡалып ғүмер итә, балаларын атай-олатайҙары рухында тәрбиәләй. Һәр кемдең йорто, ғаиләһе бары тик үҙ милләтенә генә хас булған һыҙаттар, биҙәлеш менән айырылып тора. Был аш-һыу әҙерләүҙә, кейенеүҙә, һөйләшеүҙә, йорт-ҡураны зауыҡ менән биҙәүҙә сағыла. Улар араһында тирә-яҡҡа нур сәсеп торған, үҙенсәлекле, зауыҡлы биҙәлеше менән тик һоҡланыу тойғоһо ғына уятҡан йорт-ҡура төҙөгән ғаиләләр булыуы ҡыуаныслы. Үҙ ҡулдары менән мөғжизә тыуҙырған ошондай ғаиләләр һәр ауылдың биҙәге.

Районыбыҙ ғорурлығы булған ошондай  ғаиләләрҙең береһе- Күгиҙел  ауылынан Ләлә һәм Ғаяз Аҫылбаевтар ғаиләһе “Мөғжизәле йорт- үҙ ҡулдарым менән”   бәйгеһендә лайыҡлы рәүештә I урын яуланы.     Районыбыҙ ғорурлығы булған ошондай  ғаиләләрҙең береһе- Күгиҙел  ауылынан Ләлә һәм Ғаяз Аҫылбаевтар ғаиләһе “Мөғжизәле йорт- үҙ ҡулдарым менән”   бәйгеһендә лайыҡлы рәүештә I урын яуланы.

         Баймаҡ үҙәк  китапханаһы район башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы сиктәрендә “Мөғжизәле йорт - үҙ ҡулдарым менән”  исемле  бәйге иғлан итте. Бәйге  үҙҙәре төҙөгөн йорт-ҡураһы менән  тормошобоҙға йәм өҫтәүсе ғаиләләрҙе барлау, уларҙың өлгөһөндә йәштәрҙе тәрбиәләү маҡсатында үткәрелде. Бәйгелә районыбыҙҙың  төрлө төбәктәренән үҙҙәренең ҡулдары  менән йорт төҙөп инеп, уны зауыҡ менән биҙәгән 43 ғаилә ҡатнашты. Был ғаиләләр араһында сәләмәт тормош алып барыусы, матур йәшәүгә ынтылыусы, оҫта ҡуллы йәш ғаиләрҙең булыуы ҡыуаныслы.  Улар заман ауырлыҡтарына зарланмай, төрлө юлдар табып өй һалып инеп, уны үҙ ҡулдары менән эшләгән йорт –йыһаздары менән  зауыҡлы итеп биҙәп,  иркен йорттарында балалар үҫтерә, татыу ғүмер итә.  Районыбыҙ ғорурлығы булған ошондай  ғаиләләрҙең береһе- Күгиҙел  ауылынан Ләлә һәм Ғаяз Аҫылбаевтар ғаиләһе “Мөғжизәле йорт- үҙ ҡулдарым менән”   бәйгеһендә лайыҡлы рәүештә I урын яуланы.  Өс бала тәрбиәләп үҫтереүсе Аҫылбаевтарҙың  ғаиләһенең әкиәт донъяһындай йорт –ҡураһына һоҡланмай мөмкин түгел. Был   хужаның да, хужабикәнең дә , балаларҙың көндәлек тырыш хеҙмәте, оҫта ҡулдары, фантазияға бай, матурлыҡҡа ғашиҡ күңелдәре емеше. Аҫылбаевтарҙың татыу ғаиләһенә артабан да шулай юғары зауыҡлы булып, өлгөлө  ғүмер итеүҙәрен теләйбеҙ.

PostHeaderIcon Объявлен конкурс “Самая успешная женщина”

Положение  конкурса  “Самая успешная женщина”  

“ Иң булдыҡлы  ҡатын ”

      Редакция журнала  “Башҡортостан ҡыҙы”  совместно с Союзом женщин Республики Башкортостан и Ассоциацией предпринимателей РБ при информационной поддержке со стороны республиканского радио, ТВ, городских и районных СМИ и электронных средств массовой информации  обьявляет конкурс   “Самая успешная женщина”   (“ Иң булдыҡлы  ҡатын” )

       Целью конкурса является   выявление и распростронение опыта женщин, добившихся успехов в общественной, экономической, предпринимательской деятельности, в воспитании детей и ведении домашнего хозяйства, повышения интереса к журналу   “Башҡортостан ҡыҙы” и увелечение числа подписчиков.

Конкурс проводиться по следующим номинациям:

“Успешная женщина- предриниматель”  (участвуют  деловые женщины, независимо от  направления деятельности.  Критерии  отбора:  личные качества, деловая репутация, социальная активность, гармония в семейных отношениях, внешняя привлекательность.)

“Лучшая женщина-руководитель”  (участвуют женщины, занимающие пост руководителя в организациях, предприятиях, учреждениях.  Критерии отбора:  личные качества, деловая репутация, социальная активность, гармония в семейных отношениях, организационные навыки и  уровень мышления, внешний имидж.)

“Лучшая хозяйка дома”  ( участвуют  женщины, ведущие  успешное приусадебное хозяйство и сумевшие создать особый уют в доме. Критерии  отбора:  личные качества,  умение образцово содержать свое хозяйство, определеные успехи в  народных промыслах  и рукоделии, социальная активность, гармония в семейных отношениях.)

“Невестки-свекрови”  (участвуют невестки и свекрови, ведущие общее хозяйство и добившиеся  полной гармонии во взаимоотношениях. Критерии  отбора:  личные качества, гармония в семье,  успешные дети, трудолюбие, ухоженное хозяйство, уют в доме )

“Сердце матери”  ( участвуют  женщины-матери, воспитывающие 3 и более детей, независимо от того, собственные они, усыновленные, взятые в попечительство или находящиеся  под опекой. Критерии  отбора:  личные качества, гармония в семье, дети, добившиеся   особых успехов  в учебе, общественной жизни школы, спорте, победители конкурсов, олимпиад.)

Этапы конкурса

PostHeaderIcon Итоги викторины "Мой город"

Итоги викторины "Мой город"

1 место

  • Баймуратова Кадрия (2 а , МОБУ СОШ № 4 г.Баймак)
     
  • Совместная работа под руководством учителя МОБУ СОШ № 2 г.Баймак      Альмухаметовой З.З.: Яхина Айгузель, Заманов Азамат, Янбаева Назгуль

2 место

  • Рахматуллин Альберт (2 а МОБУ СОШ № 4 г.Баймак)
  • Ильчинбаев Урал (4 в, МОБУ СОШ № 2 г.Баймак)
  • Хамитова Гульназ (3 а, МОБУ СОШ № 1 г.Баймак)
  • Кильдибаева Айгуль (8 б, МОБУ СОШ № 2 г.Баймак)
  • Идельбаева Диана (3 в, МОБУ СОШ № 2 г.Баймак)
  • Алчинова Эльвина (3 а, МОБУ СОШ № 2 г.Баймак)
  • Сулейманова Лейсан (3 в, МОБУ СОШ № 2 г.Баймак)
  • Утяева Элина (2 а, МОБУ СОШ № 2 г.Баймак)

3 место

  • Ученики 4 б МОБУ СОШ № 3 г.Баймак (учитель Раева З.М.)
  • Сагадатова Диля (2 а, МОБУ СОШ № 4 г.Баймак)
  • Шаяхметова Айгуль (МОБУ СОШ № 2 г.Баймак).

Благодарим всех за активное участие в викторине. Желаем успехов в учебе и в познании истории родного края, в котором вам поможет  детская библиотека!

PostHeaderIcon 14 декабрь халыҡ ижады үҙәгендә “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” район бәйгеһе үтәсәк.

    Баймаҡ районында  йәштәр араһында “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет”  бәйгеһен үткәреү  күркәм йолаға әүерелде. 1998 йылда  үткән тәүге бәйгегә  Мостай Кәрим  үҙе  фатиха  биргәйне. Был бәйге  үҫеп килеүсе быуын күңелендә изге хистәр тәрбиәләүгә ҙур йоғонто яһай, сөнки тәү сиратта, йәштәрҙең аҡыл тәрәнлеге, тормошҡа ҡарашы, зирәклеге баһалана. Ҡыҙҙар һәм егеттәр бәйгегә  әҙерләнгән мәлдә Мостай Кәримдең тормошон һәм ижадын ентекләп өйрәнә, үҙҙәре өсөн серле Мостай  илен яңынан аса. Арҙаҡлы  әҙиптең донъяға, кешеләргә һөйөү, хәстәрле, мәрхәмәтле, уй- тойғолар менән һуғарылған әҫәрҙәре   йәштәребеҙгә  үҙе бер  тормош мәктәбе. “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендәге  Аҡйондоҙ образы барлыҡ  башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарҙың гүзәл өлгөһө, тормошто  йәмләүсе, нурлаусы яҡты йондоҙ ул.  “Ай тотолған төндә”   трагедияһынан  Аҡйегет  иһә, батыр рухлы, ирек, азатлыҡ һөйөүсе, сәсән телле башҡорт  егеттәрен дөйөмләштереп тороусы образ. Мостай Кәримдең  үлемһеҙ  әҫәрҙәре  геройҙары  исемен  алған,  районыбыҙҙа   тиҫтә йылдар дауамында үткәрелеп килгән “Аҡйондоз һәм Аҡйегет” бәйгеһе нисәмә быуын йәштәрен берләштерҙе, оло   тормош юлына  фатиха бирҙе.  Бәйгелә  ҡатнашыусыларҙың күптәре бөгөн “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет”   исемдәренә  тап төшөрмәй, тормошта үҙ  урындарын табып, төрлө өлкәләрҙә  лайыҡлы эшләп йөрөйҙәр.

         Быйыл  да төбәктәрҙә үткән бәйгелә бөтәһе 48 ауылдан 103 егет һәм ҡыҙ  ҡатнашты. Шуларҙың утыҙы  район бәйгеһендә ҡатнашыу хоҡуғы алды.

         Район  бәйгеһе 14 декабрь  халыҡ ижады үҙәгендә  үтәсәк.  Бәйгегә  Әлфиә Мостай  ҡыҙы Кәримова , Шәүрә Ғилманова  һәм республика телевидениеһы килеүе көтөлө.

         Төрлө йылдарҙа “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет”   бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙан үҙҙәре тураһында мәғлүмәт биреүҙәрен һорайбыҙ һәм бәйгегә  ҡунаҡ итеп көтөп ҡалабыҙ. Шулай уҡ  ошо көндәрҙә  Аҡйегет һәм Аҡйондоҙҙарҙың “Бәйге  тормошоғоҙҙа ниндәй роль уйнаны, Мостай Кәрим ижады нимә бирҙе?” , тигән  һорауҙарға үҙ фекерҙәрен  яҙып ебәреүҙәрен һорайбыҙ.  

Л.Ҡ. Дәүләтшина, Баймаҡ биләмә -ара китапхана  директоры

PostHeaderIcon Викторина «Мой город», посвященный Дню города.

 

Дорогие ребята!

Приглашаем Вас принять участие в викторине «Мой город», 

посвященный Дню города.

ВИКТОРИНА  «МОЙ ГОРОД»

        1.  Назовите автора этих строк и его название?  

С пика Ирандыка, на скалу ступивши,

Так и любовался б я  тобой, Баймак!

Мой родимый город, рвусь к тебе с чужбины,

По тебе скучаю, ты не знаешь как.

2.                  В каком году Баймак получил статус поселка?

3.                  В каком году Баймак становится районным центром?

4.                  В каком году присвоен статус города?

5.                  Назовите имя первого председателя Баймакского Совета рабочих  депутатов?

6.                  Первое название города Баймак?

7.                  В честь кого назван наш город?

8.                  В каких годах был построен золотомедный завод?

9.                  Когда получена первая Баймакская сталь?

10.             Назовите первую газету города, год начала выпуска газеты и его первого редактора?

11.             Когда была открыта первая школа в Баймаке?

12.             В каком году была введена первая телеретрансляционная вышка на Ирандыке?

13.             В каком году создан танцевальный коллектив «Ирандык»?

14.             В каком году впервые в Баймаке открылся аэродром для приема пассажирских самолетов?

15.             Назовите имя нашего земляка, заместителя председателя Курултая-конгресса башкир Санкт-Петербурга?

16.             Кто автор этих стихов?

Вдали от тебя мы тоскуем,

Счастливый ты наш зодиак -

Тебя никогда не забудем

Родной и любимый Баймак.

17.             Кто из наших земляков занимает пост председателя союза художников Республики Татарстан?

18.             Какие улицы Баймака названы в честь врачей работавших в нашем городе?

19.             Как называется книга, посвященная к 70-летию города?

 

Ответы викторины принимаем до 1 ноября 2011 года. По вопросам обращайтесь по адресу: г.Баймак, пр.С.Юлаева, 19 (здание МОБУ СОШ № 4) Детская библиотека, тел.3-15-42

PostHeaderIcon “Мөғжизәләргә бай тыуған яғым” фотоһүрәттәр бәйгеһенең положениеһы

Илһөйәрҙәр, һеҙҙе көтәбеҙ!

 

“Мөғжизәләргә бай   тыуған яғым”

фотоһүрәттәр  бәйгеһенең  положениеһы

Тыуған   төйәктәге  һәр төбәктең исеме, атамаһы, мөғжизәле урындары кешегә , ғәҙәттә , ифрат яҡын була.

Кеше бала сағы  эҙҙәре һаҡлаған  ерҙәрҙе һәр саҡ һағына, уның һәр ағасы, һәр ҡыуағы, тау-яландары, шишмә-йылғалары, күлдәре, хатта соҡор-саҡырына тиклем һәр мөйөшө уны  үҙенә саҡырып тора.

Тыуған яҡтың мөғжизәле  урындарының килеп сығышы төрлө ваҡиғаларға,  төрлө шәхестәргә бәйләнгән Тик аяуһыҙ  ваҡыт ҡайһы берҙәрен халыҡ хәтеренән юйып та ҡуйғылай. Ҡайһы берҙәре үҙе һаҡланһа ла, тарихы онотолоуы бик үкенесле хәл.

Һәр илһөйәр үҙ яғының мөғжизәле урындарын белә, һаҡлай, башҡаларға еткерә, яҡташтарында ошо күренештәргә  һаҡсыллыҡ, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләргә тырыша.

Район китапханаһы ла ошондай маҡсатты күҙаллап,  “Мөғжизәләргә   бай тыуған яғым “  исемле фотоконкурс үткәрә.

Тыуған төйәктең мөғжизәле урынын фотоға төшөрөп, тарихын бәйән итеп, ошо конкурста  ҡатнашырға саҡырабыҙ. Фотоһүрәттең ҙурлығы 9х12 кәм булмаҫҡа тейеш.

Конкурс эштәрен район китапханаһына 1 октябргә тиклем  ебәрергә. Конкурс сиктәрендә район китапханаһында районыбыҙҙағы тәбиғәт һәйкәлдәре һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары  хаҡында видеоматериалдар, фотоһүрәтләмәләр һәм мәҡәләләр  теҙмәһе  төҙөләсәк.

Белешмәләр өсөн  телефон  3-16- 74

PostHeaderIcon Внимание, конкурс!

В целях повышения уровня благоустройства, эстетического оформления прилегающих территорий производстенных, социально-культурных и бытовых объектов, домовладений граждан и муниципальных домов Администрации ГП г.Баймак совместно с районным женсоветом объявляет Конкурс цветов среди:

  • предприятий, организаций и учреждений;

  • цветоводов-любителей.

по критериям:

  • оригинальное оформление участка;

  • оригинальное оформление лоджии, балкона;

  • лучший палисадник, участок, дворик;

  • разнообразие видов растений.

Желающим принять участие в Конкурсе цветов просьба позвонить по телефонам :

 3-15-82,  3-16-74

Заявки принимаются до 17 августа.

Выезд к участникам по городу - 18-19 августа, по району -22 августа

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Валеева А. А. Бану. Книга-альбом. — Уфа : Китап, 2016. — 120 с. : ил.