О, йәшәүҙең йәме ҡалмаҫ ине, Һәр һорауға яуап табылһа. - Назар Нәжми
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis
все конкурсы

PostHeaderIcon “Игебайға хат”

 

“Игебайға хат” ижади эшенең положенияһы

Абхулхаҡ Игебаев – заманыбыҙҙың күпте күргән, олуғ шәхесе. Уның ижад иткән бай мираҫы әҙәбиәтебеҙҙең классикаһын тәшкил итә. Патриотик рухтағы, фәлсәфәүи һәм лирик шиғырҙары һәр уҡыусының күңеленә үтеп инерҙәй тылсымлы көскә эйә. Кескәйҙәр өсөн яҙған ижад өлгөлөре киң билдәлелек яуланы, күпме быуын уның шиғырҙарын һөйләп буй еткерҙе, уның әҫәрҙәре аша оло донъяның ишеген асты.

Абдулхаҡ Игебаевтың ижадына ғашиҡ, үҙе лә әҙәбиәт  донъяһына ынтылған “Игебай мәктәбе” клубы ағзаларының яҡташ шағирыбыҙға үҙ уй-хыялдарын, борсоған һорауҙарын еткереү мөмкинселеге бар. Баймаҡ биләмә-ара китапханаһы клуб ағзалары араһында “Игебайға хат” ижади эштәр конкурсы үткәрә.

Конкурстың маҡсаты:

  • Уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү;
  • Үҙ фекерҙәрен, көнүҙәк мәсьәләләрҙе аныҡ итеп еткерә белергә өйрәтеү, үҙ-үҙенә ышаныс тәрбиәләү;
  • Күренекле яҡташ яҙыусыбыҙ А.Игебаев ижадын идея-тематикаһы буйынса анализлау, өйрәнеү, балаларҙа фәнни эшкә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Конкурстың шартына ярашлы “Игебай мәктәбе” клубы ағзалары ирекле темаға.

Абдулхаҡ Игебаев исеменә хат яҙырға һәм 30 июнгә тиклем С.Юлаев проспекты, 25 адресы буйынса ебәрергә тейеш.

Белешмәләр өсөн телефон: 3-15-82    

PostHeaderIcon “Мөғжизәле йорт үҙ ҡулдарым менән” бәйгеһе положенияһы


“Мөғжизәле йорт үҙ ҡулдарым менән” бәйгеһе положенияһы

БР Президенты Р.Хәмитовтың Указына ярашлы Башҡортостанда 2011 йыл – Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителде. Республикабыҙ күп милләтле халҡы менән бай һәм көслө. Башҡортостан ерендә һәр милләт үҙ телендә иркен аралаша, белем ала, изге йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙә, быуындар күсәгилешлеген һаҡлай.

         Беҙҙең районда ла төрлө милләт вәкилдәре татыу һәм дуҫ йәшәй. Күптәр үҙ асылдарын юғалтмай, ғөрөф-ғәҙәттәренә, милли үҙенсәлектренә тоғро ҡалып ғүмер итә, балаларын атай-олатайҙары рухында тәрбиәләй. Һәр кемдең йорто, ғаиләһе бары тик үҙ милләтенә генә хас булған һыҙаттар, биҙәлеш менән айырылып тора. Был аш-һыу әҙерләүҙә, кейенеүҙә, һөйләшеүҙә, йорт-ҡураны зауыҡ менән биҙәүҙә сағыла. Улар араһында тирә-яҡҡа нур сәсеп торған, үҙенсәлекле, зауыҡлы биҙәлеше менән тик һоҡланыу тойғоһо ғына уятҡан йорт-ҡура төҙөгән ғаиләләр булыуы ҡыуаныслы. Үҙ ҡулдары менән мөғжизә тыуҙырған ошондай ғаиләләр һәр ауылдың биҙәге.

  Район башҡорттары ҡоролтайы, ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм үҙәк китапхана милләт ара татыулыҡты нығытыу йылына арнап, «Мөғжизәле йорт - үҙ ҡулдарым менән» исемле бәйге иғлан итә. Бәйгелә йорт ҡураһын милли үҙенсәлектәргә таянып төҙөгән, милли һыҙаттар индереп, зауыҡ менән биҙәгән ғаиләләр ҡатнаша. Бәйге үҙҙәре төҙөгән йорт-ҡураһы менән тормошобоҙға йәм өҫтәүсе ғаиләләрҙе барлау уларҙың өлгөһөндә йәштәрҙе тәрбиәләү маҡсатында үткәрелә.

         Бәйге 2 турҙа үтә.

I турҙа бәйгелә ҡатнашыусы ғаиләләр үҙҙәренең йорт-ҡуралары төшөрөлгән фотоларҙан төҙөлгән коллажды һәм ғаилә тураһында тулы мәғлүмәтте ойоштороу комитетына тапшыра.  

II турҙа жюри ағзалары бәйгелә ҡатнашыусыларҙың йорт-ҡураһын барып ҡарай һәм еңеүселәрҙе билдәләй.

I турға эштәр 1 июлгә тиклем үҙәк китапханала ҡабул ителә.

PostHeaderIcon Конкурс “Дом своими руками”

Положение конкурса “Дом своими руками”

Нынешний год объявлен в республике годом укрепления межнационального согласия. В нашем районе в мире и согласии живут и трудятся представители более десятка национальностей. Но каждый народ уникален своей историей и культурой.

Эта уникальность проявляется и в декоративно-прикладном искусстве, и в фольклоре, и в обячаях-традициях.

Эту истину подтверждает строительство и оформление домовладений.

Районный Курултай башкир, женсовет и районная библиотека объявляет районный конкурс «Дом своими руками» среди частных домов на лучшее оформление дома и прилегающей территории, которые отражают традиционные народные мотивы в орнаменте, отделке и оформлении строений.

Конкурс проводится в 2 тура.

На I тур  конкурсанты присылают фотографии своего дома (до 1 июля). Комиссия, сделав отбор, совершает обход заявленных домовладений.

II тур определяет победителей и призеров. Награждение будет проходить 11 ноября.

 

PostHeaderIcon Вилүр Мәүлитовтың ижадына бағышланған йыр бәйгеһе үтәсәк.

 

Положение

         Йәшәйешебеҙҙең матди яғы, байлыҡтары көндәлек тормошта бар уйҙарыбыҙҙы биләһә лә, күңел талабын ҡәнәғәтләндереүсе, йәнгә-тәнгә ял биреүсе, юғары аң, әҙәп-әхлаҡ тәрбиәләүсе фактор булып, тәү сиратта, мәҙәниәт, сәнғәт тора.  

         Замана елдәре тәьҫире менән рухи байлыҡ төшөнсәһе төҫһөҙләнеп ҡалған осорҙа яңы асыштар яһап, юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрелеү, йәштәрҙе милли традицияларға беректереү ҙур мәртәбәгә эйә. Баймаҡ ере һәләтле, дәртле балаларға, йәштәргә бик бай. 1 июнь – балаларҙы яҡлау көнө, йәш таланттарҙы асыҡлау, һаҡлау, үҫтереү зарурлығын иҫкәртеп тора ла инде. Ошо бурыстарҙы атҡарып сығыу ниәте менән Билал ауыл хакимиәте, Билал урта мәктәбе Баймаҡ районы башҡорттар ҡоролтайы президиумы, район ҡатын-ҡыҙҙар советы, район китапхнаһы һәм мәғариф бүлеге менән берлектә 5-16 йәштәрҙәге уҡыусы балалар араһында Вилүр Мәүлитовтың  ижадына бағышланған йыр бәйгеһе үткәрә. Күренекле яҡташ композиторыбыҙ Вилүр Мәүлитовтың ижады  кескәйҙәр өсөн яҙылған йырҙарға бик бай һәм төрлө яҡлы, уның ижадын пропагандалау һәм киң массаға еткереү, йыр-моң донъяһын тағы ла тулыландырасаҡ.

          Конкурста ҡатнашырға теләүселәргә 25 майға тиклем үҙе тураһында мәғлүмәт биреү мотлаҡ.

         Конкурстың шарты: сағыу сығыш әҙерләп, Вилүр Мәүлитов ижад иткән йырҙы юғары кимәлдә башҡарыу.

Талантлылар, йыр-моңға маһирҙар 1 июнь  Билал мәҙниәт йортонда көс һынашасаҡ.

 

Белешмәләр өсөн телефон: 3-16-74,  3-15-82      

PostHeaderIcon «Родной земли золотые россыпи» конкурс рисунков, приуроченный к году Укрепления межнационального согласия

Конкурс рисунков "Родной земли золотые россыпи"«Родной земли золотые россыпи» под таким названием прошел районный конкурс рисунков среди школьников, приуроченный к году Укрепления межнационального согласия. Участвовали ребята с более 15-ти деревень. Работы участников были не только яркими и красочными, но и с глубоким смыслом, философским мировоззрением. Почетными грамотами были награждены следующие участники.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Башҡорт халыҡ ижады. XII том : сатирик һәм юмористик әкиәттәр. — Өфө : Китап, 2015. — 528 бит.