Бәндә бит ул йөктән бөгөлөп төшмәй, Бөгөлә икән – йөгө юҡлыҡтан. - Салауат Әбүзәров
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis
мероприятия проходящие в библиотеки

PostHeaderIcon Тот красный день календаря

PostHeaderIcon Ихласлыҡ нуры сәскән күңел байрамы

“Тыуған яҡтарыма ҡайтыр инем
Аяҡтарым талһа имгәкләп...”

PostHeaderIcon Күсей ауылы мәҙәниәт йортонда «Күсей ауылы феномены» исемле фәнни-ижтимағи форум үтте

18 октябрь көнө Күсей ауылы мәҙәниәт йортонда «Күсей ауылы феномены» исемле фәнни-ижтимағи форум үтте.

PostHeaderIcon Баймаҡта Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипованың 70 йәшлек юбилей кисәһе уҙҙы.

17 октябрҙә Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәге залында күренекле прозаик, драматург, Башҡортостан Республикаһының Сал

PostHeaderIcon "Исламда ҡатын-ҡыҙ һәм дини йолалар"

"Исламда ҡатын-ҡыҙ һәм дини йолалар"

PostHeaderIcon  “Тере шишмә” акцияһы положениеһы

                               “Тере шишмә” акцияһы положениеһы

       Һыу- тормош сығанағы. Борон- борондан һыу бәреп сыҡҡан ер изге урын һаналған. Уның йәшәү көсө тураһында ата-бабаларыбыҙ төрлө легендалар ижад иткән. Ер күкрәгенән урғылып сыҡҡан шишмә һыуы тәнгә көс, йәнгә тыныслыҡ бирә, күп төрлө сирҙәргә шифа, тиҙәр. Шишмә һыуының төҙөлөшө лә үҙенсәлекле. Эксперттар фаразлауынса, Ер шарында таҙа һыу нефттән ҡала иң ҡиммәтле тауар буласаҡ.

PostHeaderIcon "Яҡташ яҙыусылар ижады" аҙналығы башланды.

"Яҡташ яҙыусылар ижады" аҙналығы башланды.Баймаҡ районы Билал ауыл китапханаһында "Яҡташ яҙыусылар ижады" аҙналығы башланды. 6 класс уҡыусылары менән осрашыуға ауылдашыбыҙ, 3 китап авторы, "Шоңҡар" журналының өлкән мөхәррире, яҙыусылар союзы ағзаһы Гөлнара Мостафина килде. Кисәлә Гөлнараның уҡытыусылары, мәғариф ветерандары Илдүсә Әминева, Фирҙәүес Ҡаһарманова, Гөлдәр Юлмөхәмәтова, башҡорт теле уҡытыусыһы Люциә Дауытова яҙыусы, уның ижады тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтте. Ысынлап та, өкәндәр өсөн дә, шул уҡ ваҡытта балаларға ла уҡымлы әҫәрҙәр ижад итеүселәр һирәк. Ғәҙәттә яҙыусы ике өлкәнең береһен һайлай. Оло-оло романдар яҙыусы ағай-апайҙар ауыҙынан йыш ҡына: “Бәләкәстәр өсөн яҙыуы ифрат ауыр…” тигәнде ишетергә тура килә. Ә бит, уйлап ҡараһаң, бер-ике битлек кенә әйбер яҙырға кәрәк… 
Билал урта мәктәбен тамамлап, БДУ-ла белем алып, бөгөнгө көндә “Шоңҡар” йәштәр журналында өлкән мөхәррир вазифаһын башҡарған ауылдашым Гөлнара Мостафинаға журналистиканан тыш балалар өсөн дә, ололар өсөн дә мауыҡтырғыс әҫәрҙәр ижад итә алыу һәләте бирелгән. 

PostHeaderIcon  Баймаҡ районы "Таҙа Һаҡмар" акцияһын ҡабул итте! 

 
 Баймаҡ районы "Таҙа Һаҡмар" акцияһын ҡабул итте! 

Уралтауҙың ҡуйынынан урғып, 
Ҡиблаларға табан юл алған. 
Тарихтарҙа данлы эҙҙәр ҡалған 
Һаҡмар ҙа ғына тигән йылғанан. 
Тормош һүнмәҫ, 
Сүллек хәлен күрмәҫ, 
Алҡынланып та аҡһа мең дәүер. 
Таҙа һаҡмар итеп, 
Кемдәр һине һаҡлар?! 
Хужа була белсе, түңгәүер! 
                                                                        (Мәүҙиға Баймөхәмәтова) 

 

PostHeaderIcon Хистәр йәйғорон балҡытып

                                           Хистәр йәйғорон балҡытып

Йылдар үткән һайын һәр кем Еңеү көнөнөң бөйөклөгөн тәрәнерәк аңлайҙыр. Мөхәббәт, ғаилә, бәхет, киләсәк хаҡына күпме юғалтыуҙар аша яуланған бит ул! Шуға ла Бөйөк Еңеү һүҙе генә тә күңелдәрҙе тетрәндерә, һуғышҡа арналған киноларҙы ҡараған саҡта немец илбаҫарҙарын еңгән халҡыбыҙ өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ тойғолары уяна. Шуға күрә был темаға ҡағылмаған бер яҙыусы ла, шағир ҙа юҡтыр. Әсәй берәү булһа ла, уны һәр кем үҙенсә яңғыратҡан кеүек, Бөйөк Еңеү ҙә берәү һәм мәңгелек. 

PostHeaderIcon 27 апрель көнө Баймаҡ үҙәк китапханаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғайзулла Әблүзин менән тыл ветераны Фәүзиә Сөләймәновалар менән осрашыу үтте.

  27 апрель көнө Баймаҡ үҙәк китапханаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғайзулла Әблүзин менән тыл ветераны Фәүзиә Сөләймәновалар менән осрашыу үтте. Сарала ҡаланың 3-сө мәктәбенән 9-сы класс уҡыусылары ҡатнашты. Ғүмеренең йөҙөнсө тиҫтәһенә аяҡ баҫҡан уҙаман булһа ла, Ғайзулла Мөхәмәт улының хәтере яҡшы булыуына иҫең китәрлек. Ул тормош юлының һәр миҙгелен көнө, айы менән иҫләп балаларға шанлы йылдар хәтирәләрен бәйән итте. Уҡыусылар ветеранды оло ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Ветеран уҡыусылар менән һуғышҡа барған тәүге көндәре, яу яланы хәтирәләре, һуғыштағы дуҫ-иптәштәре хаҡында иҫтәлектәре менән бүлеште. Ғайзулла Мөхәмәт улы бер алышта ҡаты контузиялана, иҫен юғалтҡан яугирҙы үлгән тип күмергә алып китәләр. Хоҙайҙың ҡушыуылыр инде, ул тере ҡала, әммә үлем хәбәре тыуған яғына китеп өлгөрә. Һуғыш тамамланғас та ул «Авиацияның йәш белгестәре мәктәбе” ндә хеҙмәт итә һәм тик 1953 йылда ғына тыуған ауылы-Байышҡа әйләнеп ҡайта ала. Аяныслы ла, һоҡланғыс та тормош юлын үткән яугир әле лә оптимистик ҡарашта. Өлкән йәштә булһа ла, ветеран һаман да бирешмәй-йәйәүләп осрашыуҙарға йөрөй, хәтирәләре менән уртаҡлаша. 

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.