О, йәшәүҙең йәме ҡалмаҫ ине, Һәр һорауға яуап табылһа. - Назар Нәжми
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis
мероприятия проходящие в библиотеки

PostHeaderIcon Вечер-встреча с лауреатами премии имени Батыра Валида.

На вечер были приглашены  лауреаты  премии имени  Б.Валида:Почетный краевед РБ А Сайгафаров, самодеятельный композитор В.Мавлютов, поэт,самодеятельный художник М.Байрамгулов, краевед Ф.Каримова, известный кураист Т.Давлетшин, краевед, самодеятельный композитор  Б.Хайретдинов и ансамбль народных песень “Комарткы”. 

 

Всем участникам были вручены переизданный  библиографический указатель “Лауреаты премии им. Б.Валида”и памятные подарки.

PostHeaderIcon Ишмырҙа ауылында үткән “Өс таған” төбәк бәйгеһендә

16 апрель көнө Ишмырҙа ауылында үткән “Өс таған”  төбәк бәйгеһендә бөтәһе 13 ғаилә ҡатнашты. Ишбирҙе ауылынан ҡартатай Гайсин Вафа Әхмәтсафа ( улы, атай Дәүләткильдин Шәкир Насип улы (3 бала) һәм ейән Рөстәм (5 кл.), Юлыҡтан ҡартатай Маннапов Рауил Заһри улы (5 бала,3 улына өй һалып башҡа сығарған), атай Фәнил Рауил улы (ветеринар) һәм ейән Илназ,Йомаштан ҡартатай Юнысбаев Рәфҡәт Вәкил улы (5 бала), атай Илфат Рәфкәт улы (фермер, йылҡысылыҡ, бал ҡорттары менән шөғөлләнә, дин юлында) һәм ейән Әбделғәзиз (2 кл), Яраттан ҡартатай Мырҙаҡаев Салауат Нурислам улы (Мырҙаҡаев Йыһаннур тоҡомонан, ғүмер буйы мал көтә), атай Ғирфан Салауат улы (3 бала) һәм ейән Ғәлләм (1 кл.), Бөрйән-Йылғанан ҡартатай Тләүсин Рәшит Мөхәмәт улы(3 бала),атай Азамат Рәшит улы(3 бала) һәм ейән Айсыуаҡ, Мерәҫтән ҡартатай Ямантаев Ғәбит Ғәббәс улы(80 йәштә,5 бала) һәм ейәндәр Кәрим һәм  Сафуан(икәүләп бейеү), Ишмырҙанан ҡартатай Йәнбирҙин Морат Аллабирҙе улы һәм ейәнДанил(4 син.), 1-се Этҡолдан ҡартатай Ҡасҡынов Сәйетулла Сәғитулла улы,атай Байымов Арсен Хөрмәт улы (Байым ишан тоҡомонан, агроном,депутат) һәм ейән Аяз(ҡурайҙа уйнай), Әбделкәримдән ҡартатай Булатов Миңлебай Мәүлетдин улы (4 бала.ғүмер буйы урмансы), атай Азат Миңлебай улы (йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә) һәм ейән Айтуған(йырлай), Аҡморондан ҡартатай Байсурин Рәфҡәт Сәйфулла улы (8 бала: 7 ул,1 ҡыҙ,балта оҫтаһы), атай Рәфит Рәфҡәт улы һәм ейән Сынбулат(ҡурайҙа уйнай), Ҡараталдан ҡартатай Юлыев Мөхәмәт Ибраһим улы(86 йәштә, балта оҫтаһы, 60-ҡа яҡын өй төҙөгән, Батыргәрәй Юлыев тоҡомонан), атай Мәхмүт Мөхәмәт улы һәм бүлә Азамат, Таулыҡайҙан ҡартатай Исмәғилев Хәкимйән Яхыя улы,атай Ғөлбәйетов Илдар Урал улы(3 бала) һәм ейән Айназ, Сыңғыҙҙан ҡартатай Усманов Нур Мортаҙа улы (ғүмер буйы ат тота), атай Илнур Нур улы һәм ейән Азамат һәр береһе яҡшы әҙерлек менән сығыш яһаны.Ҡартатайҙар ейәндәргә          аманат итеп балта, йүгән, ҡамсы, теүәтәйһәм ғаилә шәжәрәләрен бүләк итте. Бәйгенең еңеүселәре тип Гайсиндар(Ишбирҙе), Маннаповтар (Юлыҡ), Булатовтар(Әбделкәрим) ғаиләләре табылды.

PostHeaderIcon Һуғыш ярып үтте йөрәкте

Һаҡмар ауылында тап ошо исем аҫтында  матур сара үтте. Ул ябай түгел ине. Рәйсә Иҫәнбаеваның “Һуғыш ярып үтте йөрәкте” китабының исем туйы. Ни өсөн Һаҡмарҙа тиһегеҙме? Сөнки китап геройҙары – ошо ауылда ҡасандыр йәшәгән, уның тарихында үҙенең эҙен ҡалдырған кешеләр.

PostHeaderIcon Әҫәрҙәрендә – ҡатын-ҡыҙ яҙмышы

Төрлө сығанаҡтар аша донъяларҙың ығы-зығылы була барыуын күҙәтеп, күңел шомлана төшә. Тап шундай минуттарҙа ҡулыңа һәйбәт китап алып, онотолғо килә. Шөкөр, әсә телебеҙҙә иҫең китеп уҡырлыҡ китаптар бар.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы Ринат Камалдың әҫәрҙәрен донъяһын онотоп уҡымағандар һирәктер. Ул Башҡортостандағы ҡатмарлы һәм ауыр ваҡиғалар, халыҡ тормошо тураһында һөйләгән бихисап повестар һәм 12 роман авторы. “Таня-Таңһылыу”,  “Әлфирә” кеүек романдары һәм башҡа әҫәрҙәренең геройҙары тормош ауырлыҡтарын ҡыйыу йырып сыға, теләһә ниндәй хәлдә лә үҙҙәренең әхлаҡи нигеҙҙәренә тоғро ҡалып, кеше булып ҡалалар.

PostHeaderIcon 9 апрель көнө Кәрешкә ауылында үткән “Өс таған” төбәк бәйгеһе

9 апрель көнө Кәрешкә ауылында үткән “Өс таған” төбәк бәйгеһендә Әхмәр, Күсей, Урғаҙа, Ишмөхәмәт, Байыш, Кәрешкә, Йәнйегет, Иҫке Сибай ауылдарынан бөтәһе 8 ғаилә көс һынашты. Һәр бер ғаиләгә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине. Үҙ ауылдарының йөҙөк ҡашы булған ғаиләләрҙең  аҫыл ир - заттары бөтәһе лә быуындар бәйләнешен нығытыусы был бәйгелә лайыҡлы сығыш яһаны.

PostHeaderIcon Үрге Яйыҡбай ауылында үткән “Өс таған” төбәк бәйгеһе

7 апрель көнө үткән төбәк бәйгеһендә 6 ауылдан өлгөлө ғаилә башлыҡтары  булған ҡартатайҙар,атайҙар һәм йәш быуын вәкилдәре - ейәндәр ҡатнашты.  Ниғәмәт ауылынан ҡартатайӘүәлбаев Оморҙаҡ Мөхәмәҙиә улы - 6 бала тәрбиәләп үҫтереүсе  тыл ветераны,тормош иптәше менән 60 йыл татыу ғүмер итә. Дамир Оморҙаҡ улы  - 3 бала атаһы, мәктәптә уҡытыусы булып эшләй,ир-егеттәр ҡоро рәйесе,спорт менән шөғөлләнә, янғын ваҡытында күрһәткән батырлығы өсөн миҙал менән бүләкләнгән. Уның бәйгелә ҡатнашыусы улы  Әмирйән - 2 - се синыф  уҡыусыһы. Ҡартатай Темәс тоҡомонан башланған шәжәрә ағасы менән таныштырҙы,ейәненә аманат итеп йүгән тапшырҙы һәм ат әйтте. Ейән ҡартатаһына үҙе эшләгән ҡул эшен бүләк итте.

PostHeaderIcon Блеск и очарование поэзии

Побывать на балу пушкинской поры  — поры дуэлей, кринолинов и поэтических салонов смогли зрители литературно-музыкального вечера «Продлись, продлись, очарованье!», который состоялся в Центре народного творчества.

С первых же минут гости и участники вечера перенеслись в эпоху литературы «золотого века». Их встречали бессмертные герои произведений русских классиков — мужественный и благородный Андрей Болконский, хрупкая и трепетная Наташа Ростова, страдающий Григорий Печорин, любящая и верная Татьяна Ларина....

PostHeaderIcon Һүҙҙәрҙең булһын ҡөҙрәтлеһе

Һүҙҙәрҙең төрлөһө була: күңелгә үтеп ингәне, үҙәккә үткәне, бушы, мәғәнәһеҙе, оло ҡөҙрәткә эйә булғаны, батырлыҡҡа этәргәне. Район китапханаһы тарафынан старт алған марафон да юҡҡа ғына “Ҡөҙрәтле һүҙ” тип аталманы. Эйе, был үҙенсәлекле сарала күберәк мәктәп уҡыусылары ҡатнаша, уларға ағинәйҙәр, ауылдың әүҙем, дәрте ташып торған халҡы ҡушыла. Улар үҙҙәренең яратҡан әҙибен, шағирын данлайҙар. Шиғырҙарын уҡыйҙар йәиһә ятҡа һөйләйҙәр, әҫәрҙәрен сәхнәләштереп күрһәтәләр.

PostHeaderIcon Әҙәбиәт – рухиәт сығанағы

Байыш ауылы китапханаһында Әҙәбиәт йылына арналған “Әҙәбиәт – рухиәт сығанағы” исеме аҫтында бик матур сара үтте. Кисәнең төп ҡунаҡтары – хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, дүрт китап авторы Фәтхиә Сәхиулла ҡыҙы Кәримова, алдынғы һауынсы, коммунистик хеҙмәт ударнигы Флүрә Хисбулла ҡыҙы Иҫәнова һәм мин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Факиһа Нәбиулла ҡыҙы Таштимерова булды. Сарала шулай уҡ мәктәп уҡыусылары, “Бәпембә” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашты.

PostHeaderIcon Әҫәрҙәрҙә – тормош асылы

Райондың төпкөлдә генә урынлашҡан Йылым ауылын быға тиклем күргәнем юҡ ине. Урманға һыйынып ултырған матур ғына ауыл икән. Ике яҡлы өй рәүешендә эшләнгән мәсеттәре иркен дә, ҡотло ла. Ауылда уҙғарылған саралар йыш ҡына ҡатын-ҡыҙ көсө менән атҡарылып сыға. Ә Йылымда барлығы 105 гүзәл зат йәшәй. Шуларҙың 30-ы хужабикә булһа, 14-е ауылда йә ҡырҙа эшләй, 26-һы хаҡлы ялдағылар, 7 студент, 24 уҡыусы (12-һе ауылда, 12-һе ҡырҙа уҡый). Иң оло йәштәге инәйгә быйыл 90 йәш тула: ул Мөкәрәмә Ишбирҙина. Иң йәшенә бер йәш – Илмира Кейекбирҙина. Күп балалы ғаиләләр тураһында ла яҙып үтмәй булмай. Сулпан һәм Разгил Кейекбирҙиндар – 5 бала, Рәмилә һәм Юлай Байтуриндар 4 бала үҫтерә. Етем балаларҙы уллыҡҡа алғандар ҙа юҡ түгел. Шулай Әсмә һәм Ғәйнислам Ишбаевтар ике ҡыҙ баланы – Фирүзә һәм Илүзәне, Рәшиҙә һәм Фуат Ҡорбанғоловтар ике малайҙы – Йәмил һәм Юлмөхәмәт Сирбаевтарҙы тәрбиәгә алған.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Ирғәлин, X. Ә. Варфоломей төнө : пьесалар, эссе, очерктар / Хәмит Ирғәлин. — Өфө : Китап, 2016. — 252 бит.