Йәшәү - өҙөлөкһөҙ мөғжизә һәм был мөғжизәгә беҙҙең дә ҡағылыш бар. - Шамил Анаҡ
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Ҡышҡы сатлама һыуыҡ көндәрҙә күңелдәрҙе йылытып Күсей мәктәбендә күренекле яҙыусы Салауат Юлаев премияһы лауреаты Таңсулпан Гарипова менән осрашыу үтте.

Ҡышҡы сатлама һыуыҡ көндәрҙә күңелдәрҙе йылытып Күсей мәктәбендә күренекле яҙыусы Салауат Юлаев премияһы лауреаты Таңсулпан Гарипова менән осрашыу үтте.

Яҡташтары, ауылдаштары әҙибәне 65 йәше менән ҡотланы, уға үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙе.

Күсей ауылы башҡорт әҙәбиәтенә ике Салауат Юлаев премияһы лауреаты: Абдулхаҡ Игебаевты һәм Таңсулпан Гарипованы, ғалимдар Абдрахман һәм Салауат Ғәлләмовтарҙы, оҫта бейеүсе Йәүҙәт Бикбирҙинде, артистар Зифа Баязитова, Сулпан һәм Венера Әбдрәхимоваларҙы, арҙаклы ҡурайсы Хәмит Әхмәтовты   биргән ауыл булараҡ уҙенең оло шәхестәре менән хаҡлы ғорурлана.

Осрашыу башҡорт халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың “Күсейҙәр” исемле шиғыры менән башланып китте. Әҙибә үҙенең ауылдаштарына рәхмәт тойғоларын еткерҙе: “Минең барлыҡ ижадымдың башы Һеҙҙән, ауылдаштарымдан, башланды. Эскерһеҙ, эшһөйәр, илһөйәр күсейҙәр минең геройҙарымдың образдарында сағылды. Мин ниндәй юғары наградаларға лайыҡ булһамда, һеҙҙән бейеккә күтәрелмәнем, ләкин һеҙҙән түбән дә төшмәнем. Яҡтыштарымдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй йәшәргә тырышам.”

Тантаналы тәбрикләү һүҙе менән ауыл советы биләмәһе башлығы С.Р. Йыһаншина, мәктәп директоры Ҡ.Ш. Уйылданов, китапханалар селтәре директоры Л.Ҡ. Дәүләтшина, әҙибәнең синыфташтары, әҙәбиәт һөйөүселәр сығыш яһаны. Осрашыу Күсей мәктәбе уҡыусыларының йырҙары, бейеүҙәре, Таңсулпан Гарипованың төрле әҫәрҙәренән сәхнәләштереү менән үрелеп барҙы.

Н.Султанова, методист

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.