Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде! - Шәйехзада Бабич
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Һаран һүҙле, йомшаҡ күңелле атайҙар...

Ата тәрбиәһе, малайҙарҙы ысын ир-егет итеп тәрбиәләү... Һуңғы осор был мәсьәләгә бик ҙур иғтибар бирелә. Ошо көндәрҙә Өмөтбай мәктәбендә үткән сара ла бар кешелекте борсоған һорауҙарҙы үҙ эсенә алды. Мәғлүм булыуынса, районда барған башҡорт китаптары аҙналығында билдәле ижадсылар Рәмил Йәнбәк менән Әхмәр Үтәбай ҙа ҡатнашты. Өмөтбай мәктәбенә улар атай булараҡ та саҡырылды.Шуныһы әһәмиәтле, мәктәп укыусыларының оҫта итеп шиғыр һөйләүенә, йыр-моңға сорна­лып үткән кисәгә күп  бала тәрбиәләгән атайҙар, ауылдың абруйлы аҡһа­ҡалдары, ағайҙар саҡы­рылған ине.

Өмөтбай мәктәбе ди­ректоры И.Ә. Зәйнуллин ҡунаҡтарға: "Атайҙар, ғә­ҙәттә, һаран һүҙле, әммә йомшаҡ күңелле була. Ә һеҙ атайҙарығыҙҙан нин­дәй тәрбиә алдығыҙ?" – тип  һораны.  Әхмәр Үтәбай был һо­рауға: "һәр халыҡтың ба­ла тәрбиәләүҙә үҙ алымы барҙыр. Мәҫәлән, фран­цуздар: "Атай ҡулындағы ҡамсы дарҙан ҡотҡарыр", — тип юҡҡа әйтмәгән. Баш­ҡорт халҡында иһә әсәйҙәр баланы ата образы менән тәрбиәләгән. Беҙ бит йыш ҡына "атайың ни­мә тип әйтер", "атайың­дан һора", "атайың менән кәңәшләшәйем әле" һ.б. һүҙҙәрҙе ишетеп үҫтек. Ә атайҙарыбыҙҙың беҙ­ҙе айырым ваҡыт табып, тәрбиәләп ултырғаны бул­мағандыр. Сөнки улар көн­дө төнгә ялғап эшләне. Шуға ҡарамаҫтан, атай абруйы бик көслө булды. Беҙ, мәҫәлән, атайыбыҙ­ҙың аҡ сәсен ҡарау бәхе­те өсөн дә талаша инек", - тип яуап бирҙе.

Рәмил Йәнбәктең был йәһәттән белдергән фе­кере лә кисәгә йыйылған­дар өсөн уйланырлыҡ бу­лып яңғыраны. "Хәҙерге заманда атай һәм әсәйҙәр- ҙең балаһын тәрбиәләргә ваҡыты бармы икән? Улар бит көнө буйы эштә. Унан ҡайтҡан арала кискеһен генә ата-әсә ниндәй тәр­биә биреп өлгөрә ала икән? Шуға күрә бала тәр­биәләүҙә ҡартатай-өләсәй- ҙәрҙең әһәмиәте бик ҙур­ҙыр, тип һанайым. Минең өсөн ейәнем менән ваҡыт үткәреү - иң бәхетле ми­нуттарым. Башҡа ҡарта­тайҙар өсөн дэ шулайҙыр. Ата-әсә елгәрмәгән тәр­биә эшен оло быуын бир­һә, беҙ телебеҙҙе лә, мә­ҙәниәтебеҙҙе лә һаҡлап ҡаласаҡбыҙ", - тине.

Билдәле композитор Вилүр Мәүлетов: "Ысынлап та, атайҙарыбыҙҙың беҙ­ҙе тәрбиәләү өсөн айы­рым ваҡыт бүлә алғанын хәтерләмәйем. Сөнки улар иңендә ауыр заман һы­науҙары, илгә хеҙмәт ятты. Атайҙарыбыҙ беҙҙе үҙе­нең күркәм һәм ҡырыҫ холҡо, лайыҡлы йәшәүе менән тәрбиәләне. Атайы­быҙҙың нисек кенә ары­уына ҡарамаҫтан, төндә­рен гәзит-журнал, китап­тарҙы йотлоғоп уҡыуын хәтерләйем. Хәҙер бит бала тәрбиәләүҙә мөһим булған мәҡәләләрҙе шул уҡ өлгөлө ғаиләләр генә уҡый", - тине.

 

Билдәле композитор Вилүр Мәүлетов: "Ысынлап та, атайҙарыбыҙҙың беҙ­ҙе тәрбиәләү өсөн айы­рым ваҡыт бүлә алғанын хәтерләмәйем. Сөнки улар иңендә ауыр заман һы­науҙары, илгә хеҙмәт ятты. Атайҙарыбыҙ беҙҙе үҙе­нең күркәм һәм ҡырыҫ холҡо, лайыҡлы йәшәүе менән тәрбиәләне. Атайы­быҙҙың нисек кенә ары­уына ҡарамаҫтан, төндә­рен гәзит-журнал, китап­тарҙы йотлоғоп уҡыуын хәтерләйем. Хәҙер бит бала тәрбиәләүҙә мөһим булған мәҡәләләрҙе шул уҡ өлгөлө ғаиләләр генә уҡый", - тине.

Урындағы "Атайсал" клубы рәйесе Рәфҡәт Ғә­лимйән улы Дауытов та үҙен борсоған проблема менән уртаҡлашты. "Әл­биттә, бала ғаиләлә тәрбиәләнә. Шулай ҙа уға нин­дәй йәмғиәттә йәшәүе лә ныҡ тәьҫир итә. Мин балаларым, ейәндәрем ме­нән бергә телевизор ҡа­рай алмайым. Сөнки унда көндөҙ ҙә теләһә нәмә күрһәтәләр. Оятсылыҡ ме­нән телевизор ҙа, Интер­нет та тулған. Шундай ва­ҡытта баланы әҙәпле, әх­лаҡлы итеп тәрбиәләү ту­раһында әйтеп буламы икән? Шуға күрә һәр ата- әсә, ҡартатай-өләсәй балаларына иғтибар бүлергә тейеш", - тине.

Кисәлә хәҙерге ваҡыт­та киҫкен торған мәсьәлә — әрмегә барыу проблема­һы ла күтәрелде. Ысын­лап та, йәш һалдаттарҙың төрлө һынауҙарға дусар булыуы, бабайҙарҙан туҡ- малыуы, хатта һәләк бу­лыуы халыҡта әрмегә ҡыр­ҡа кире ҡараш тыуҙырҙы.

Был йәһәттән күптәр "егет­тәр Ватанға хеҙмәт итер­гә тейеш" тип белдерҙе. Сөнки был тик ир-егеттәр үтә торған мәктәп булы­уы, унда ике йыл эсендә егерме йыллыҡ тәрбиә алыу, сынығыу һәм нығыу мәктәбен үтеү мөһимлеге тураһында фекерҙәр яң­ғыраны.

Район китапханаһы  ди­ректоры Л.Ҡ. Дәүләтши­на шиғыр һөйләүселәр кон­курсында әүҙем ҡатнаш­ҡан 10-сы класс уҡыусыһы Зөлхизә Мәсәлимовағә Почет грамотаһы тапшыр­ҙы. Рәмил Йәнбәктең "Тик һиңә табынам" шиғыры йыр булып яңғырауы һәр кем өсөн һөйөнөслө яңылыҡ булды. Уны башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсинә Тәл­ғәт ҡыҙы ҙур оҫталыҡ ме­нән башҡарҙы. Шағир көй яҙған Вилүр Мәүлетовҡа оло рәхмәтен белдерҙе. Китапханасы Әнүзә Мә­житова хәҙерге ваҡытта ла мөғжизәләр булыуын бел­дерҙе һәм: "Мин атайҙар­ға ошо тылсымлы таяҡты ебәрәм. Уны ҡулығыҙға алып, иң изге теләктәре­геҙҙе әйтеүегеҙҙе үте­нәм", - тине.

Сараға йыйылған атай­ҙарҙың уй-хыялдары, улар­ҙың йәшәү рәүеше кеүек матур ҙа, хисле лә булып сыҡты.

Эйе, И.Ә. Зәйнуллин- дың: "һәр кис һәр кем үҙ дәүләтенә - үҙ ғаиләһенә ашыға. Ошо бәләкәй дәү­ләттәр ныҡ, татыу, матур булһа, илебеҙҙең дә көс- ҡеүәте була. Шуға күрә үҙ дәүләтенең хужаһы бул­ған атайҙар балаларына үрнәк, ныҡлы терәк, бар булмышы менән тормош өлгөһө булып йәшәргә те­йеш", - тигән һүҙҙәре һәр ата өсөн ғүмерлек аҡыл булһын ине.

 Гүзәл  ИҪӘНГИЛДИНА

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.