Башҡорт булыуыңдан ни мәғәнә, Балаларың башҡорт булмағас… - Мәүлит Ямалетдинов
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon 10 апрель Ярат ауылында “Уңған килендәр һәм сабыр ҡәйнәләр” төбәк бәйгеһе башланды.

10 апрель Ярат ауылында “Уңған килендәр һәм сабыр ҡәйнәләр” төбәк бәйгеһе башланды.

    Яратта Йомаштан, Ишбирҙенән, Йәрмөхәмәттән, Бөрйән-Йылғанан, Юлыҡтан, Йылымдан, 1 Этҡолдан, Ғәҙелбайҙан, Ғүмәрҙән килеүсе  ғаиләләр ҡатнашты. Һәр ғаилә стена газетаһы сығарған, “Ғаиләбеҙең яртаҡан ашы”  күргәҙмәһе ойошторған.

    Сәхнә матур итеп биҙәлгән, скамейкаларға  балаҫтар йәйелгән, сигелгән  таҫтамалдар эленгән, ҡул эштәре ҡуйылған ине.

    Сараның беренсе өлөшөндә  иң тәүҙә  хакимиәт башлығы Әхәтов Фуат Әбделхай улы һәм  район ҡатын-ҡыҙҙар  советы рәйесе   Дәүләтшина Луиза Ҡаһарман ҡыҙы сәләмләү һүҙҙәре  менән сығыш яһаны.  Артабан Ярат  ауыл ҡатын-ҡыҙҙар  советы рәйесе Монасипова Гүзәл  Миҙхәт ҡыҙы һәм  “Ағинәйҙәр”  клубы етәксеһе  Ишбаева Хәбирә  апайҙар ауылдың өлгөлө ғаиләләре, килендәре менән  татыу йәшәүсе ҡәйнәләр, ауылдың уңған килендәре тураһында  һөйләнеләр.  Өлгөлө килендәр Ҡарамурзина Миңнур, Әхмәтова Вилүрә, Хисмәтуллина  Гөлдәр, Йәнбирҙина  Дилараны сәхнәгә саҡырып, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.

         Ярат  ауылы “Ағинәйҙәр” һәм “Аҡһаҡалдар”  клубы  ағзаларының сәләмләү таҡмаҡтары бәйгеселәргә  дәрт өҫтәне. Бәйгелә ҡатнашыусы  уңған килендәрҙе һәм сабыр ҡәйнәләрҙе тамашасылылар алҡыштар менән  ҡаршыланы. Һәр ғаилә  үҙҙәре менән ҡыҫҡаса  таныштырҙы, яратҡан шөғөлдәре тураһында  һөйләне, һөнәрҙәрен  күрһәтте. “Ғаиләмдең яратҡан  ашы”  бәйгеһендә  үҙҙәре бешереп алып килгән аш-һыуға реклама яһанылар. Башҡортостандың халыҡ шағиры  Рауил Бикбаевтың  хәҙистәрен  һөйләү бик фәһемле булды. Артабан  ағинәй Ишбаева Хәбирә  Миннибай ҡыҙы бәйгеселәргә үҙенең тормошсан, сетерекле һорауҙарын бирҙе. Һорауҙарға  килен дә, ҡәйнә лә  үҙенсәлекле  яуап бирҙе. Бәйгенең 4-се шарты  килен   менән  ҡәйнәнең бергәләп ҡул эштәрен башҡарыуы ине.  Улар эшләгән  ваҡытта  йәш ҡыҙҙар  һәр ғаиләнең ҡул эштәрен күрһәтеп  уҙҙылар. Бәйге  концерт  номерҙары  менән аралашып барҙы, бик йәнле  үтте.  Һәр  ауылдан һоҡланғыс  ғаиләләр, үҙ-ара татыу   ғүмер  итеп, тәрбиәле балалар үҫтергән, аш-һыуға, ҡул эштәренә маһир килендәр һәм ҡәйнәләр ҡатнашты.

      Килен менән ҡәйнә араһындағы йылы мөнәсәбәттәргә   ихтирамлы  ҡарашҡа, бер-береһенә әйткән рәхмәт  һүҙҙәренә ҡарап  һоҡланмай мөмкин түгел.

     1 урынды  I Этҡолдан  ҡәйнә  Мәхмүтова  Рәйлә  Ҡәләмбай  ҡыҙы, килен  Мәхмүтова  Яҙгөл Уйылдан ҡыҙы һәм  Ғүмәр ауылынан Заманова Фәниә, Заманова Фирҙәүес, Заманова Айгөл   - 3 быуын  вәкилдәре яуланы.  Йомаштан  ҡәйнә  Солтангәрәева  Гөлсирә, килен  Солтангәрәева  Гөлсинә   “Татыу ғаилә”   номинацияһында, Ғәҙелбайҙан   ҡәйнә  Галина Зөһрә  Ғәббәс  ҡыҙы, килен  Галина Гөлшат   Таңғатар ҡыҙы  “Нурлы ғаилә”  номинацияһында, Ишбирҙенән  ҡәйнә -  Кәримова  Мөнирә   Сафа ҡыҙы, килен -  Кәримова Сажиҙә  Рыҫкилде ҡыҙы “Ҡомартҡы”  номинацияһында, Юлыҡтан  ҡәйнә   Фазуллина Зөһрә Марс ҡыҙы, килен Фазуллина  Миңзәлә  Вәкил ҡыҙы  “Оҫтабикә”  номинацияһында, Бөрйән –Йылғанан  ҡәйнә  Билалова Ғәрифә Хәбибулла  ҡыҙы, килен Билалова  Роза  Кинйәғәле ҡыҙы, “Дәртле  ғаилә”   номинацияһында  еңеү яуланы. Яраттан  ҡәйнә  Мырҙабулатова Мәрфуға  III урын, Йәрмөхәмәттән  ҡәйнә  Хисмәтуллина  Миңлегөл, килен Хисмәтуллина   Ғәлиә  II   урынға  лайыҡ булдылар. Бөтә  ғаиләләргә лә  маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырылды. 

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.