Батыр ирҙән ҡала дан-аманат, Бахыр ирҙән ҡала яманат. - Хәсән Назар
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon 10 сентябрь Темәс ауылы “Атайсал” клубы ағзалары эстафета альбомын ҡабул итте.

         10 сентябрь  Темәс  ауылы  “Атайсал”  клубы  ағзалары эстафета альбомын   ҡабул  итте.  10 кешенән торған Сосновка ауылы делегацияһын  мәктәп алдында йыр-бейеү менән ҡаршы алдылар.  Төп сара  мәктәп уҡыусылары,  “Атайсал”, “Ағинәйҙәр”  клубы ағзалары , уҡытыусылар ҡатнашлығында үтте.  1812 йылғы  Ватан һуғышының  200 йыллығына  арналған  йөкмәткеле , мәғлүмәтле сығыштарҙы  тарих уҡытыусылары   Мусин Юлай Исмәғил улы, Ғүмәров Илнур  Мөхәммәт улы, “Атайсал” клубы рәйесе    Вәлиев  Сәлимйән  Ғәлләм улы , “Атайсал”  клубы  ағзалары  Якупов  Ришат  Әҙеһәм  улы һәм Ғәлимова Ләлә Әсҡәт ҡыҙы яһанылар.  “Ағинәйҙәр” клубы ағзаһы Салихова  Шәмсинур   “Ерән ҡашҡа”  йырының  тарихы менән таныштырҙы һәм йырлап ишеттерҙе. Мәктәп уҡыусыһы   Ахунйәнова  Нәркәс   “Ҡаһым түрә” йырын, 8 синыф уҡыусылары  “Любизар” йырын бик оҫта башҡарҙылар.  1812 йылғы Ватан һуғышын сағылдырған китаптар менән  модель китапхана хеҙмәткәрҙәре Салихова Венера Владислав ҡыҙы таныштырҙы. Сосновкалар ҙа буш килмәгән, фольклор төркөмө Темәстәргә таҡмаҡтарын, “Ағинәйҙәр” клубы ағзаһы Мәхмүтова  Р. “Шәл бәйләнем”  бейеүен бүләк итте.

        

Мәғариф  ветераны З. Х. Ҡаһарманова  Сосновка ауылы тарихы, арҙаҡлы кешеләре тураһындағы  сығышы бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. Темәс ауылы  “Атайсал”  клубы рәйесе  Вәлиев   С.Г.  Сосновкаларға  иҫтәлеккә  бүләк  тапшырҙы.

         Артабан  ҡунаҡтар өсөн экскурсия  ойошторолдо. Тау  башына менеп Темәстең тарихи урындары менән танышыу, музейҙа булыу онотолмаҫ иҫтәлектәр  ҡалдырҙы.

    Йомғаҡлау  Темәс  модель  китапханаһында  ойошторолдо. Баймаҡ “Атайсал”  клубы рәйесе Баймурзин Ғ.С.  эстафетаның әһәмиәте тураһында әйтеп китте,  Баймаҡ биләмә -ара китапханаһының  баш библиографы   Йәнтурина Р.Ә.   Башҡортостандың Почетлы краеведы  Ә.З. Сәйғәфәровтың  “Илһөйәр, ғәййәр  яҡташтарыбыҙ”  исемле китабы менән таныштырҙы.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.