О, йәшәүҙең йәме ҡалмаҫ ине, Һәр һорауға яуап табылһа. - Назар Нәжми
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon 21 март-шиғриәт көнөндә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында китаптар авторы, һәүәҫкәр композитор, райондың Батыр Вәлид исемендәге премияһы лауреаты Борис Мөхәмәт улы Хәйретдиновтың яңы китабының исем туйы үтте.

21 март-шиғриәт көнөндә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында китаптар авторы, һәүәҫкәр композитор, райондың Батыр Вәлид исемендәге премияһы лауреаты, мәғариф ветераны, крайҙы өйрәнеүсе, «Атайсал» клубы рәйесе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Борис Мөхәмәт улы Хәйретдиновтың яңы китабының исем туйы үтте. «Ғүмер юлы» китабы авторҙың сираттағы ижад емеше. Сарала Борис Мөхәмәт улының ҡатыны Рәсимә ханым, дуҫтары, Йәнгүҙәй әҙәби - ижады түңәрәгенән ҡәләмдәштәре, ағинәйҙәр, ҡаланың Өфө яғыулыҡ - энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенттары ҡатнашты. Борис Хәйретдинов үҙе уҡытҡан ҡаланың 4 - се лицейы уҡыусылары авторҙың шиғырҙарын уҡыны, өлгөлө «Мираҫ» фольклор ансамбле егеттәре авторҙың Баймаҡҡа арналған йырын башҡарҙы. «Йәнгүҙәй» ижад берекмәһе ағзалары экология йылына арнап яҙған шиғырҙарын уҡып ишетерҙе.

Шиғриәт байрамын Иҙелбаева С. М. һәм Ишбаева В. Ә. юғары кимәлдә алып барҙылар.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.