Башҡорт булыуыңдан ни мәғәнә, Балаларың башҡорт булмағас… - Мәүлит Ямалетдинов
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon 27 апрель көнө Баймаҡ үҙәк китапханаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғайзулла Әблүзин менән тыл ветераны Фәүзиә Сөләймәновалар менән осрашыу үтте.

  27 апрель көнө Баймаҡ үҙәк китапханаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғайзулла Әблүзин менән тыл ветераны Фәүзиә Сөләймәновалар менән осрашыу үтте. Сарала ҡаланың 3-сө мәктәбенән 9-сы класс уҡыусылары ҡатнашты. Ғүмеренең йөҙөнсө тиҫтәһенә аяҡ баҫҡан уҙаман булһа ла, Ғайзулла Мөхәмәт улының хәтере яҡшы булыуына иҫең китәрлек. Ул тормош юлының һәр миҙгелен көнө, айы менән иҫләп балаларға шанлы йылдар хәтирәләрен бәйән итте. Уҡыусылар ветеранды оло ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Ветеран уҡыусылар менән һуғышҡа барған тәүге көндәре, яу яланы хәтирәләре, һуғыштағы дуҫ-иптәштәре хаҡында иҫтәлектәре менән бүлеште. Ғайзулла Мөхәмәт улы бер алышта ҡаты контузиялана, иҫен юғалтҡан яугирҙы үлгән тип күмергә алып китәләр. Хоҙайҙың ҡушыуылыр инде, ул тере ҡала, әммә үлем хәбәре тыуған яғына китеп өлгөрә. Һуғыш тамамланғас та ул «Авиацияның йәш белгестәре мәктәбе” ндә хеҙмәт итә һәм тик 1953 йылда ғына тыуған ауылы-Байышҡа әйләнеп ҡайта ала. Аяныслы ла, һоҡланғыс та тормош юлын үткән яугир әле лә оптимистик ҡарашта. Өлкән йәштә булһа ла, ветеран һаман да бирешмәй-йәйәүләп осрашыуҙарға йөрөй, хәтирәләре менән уртаҡлаша. 

  Фәүзиә Фазлый ҡыҙына һуғыш башланғанда ни бары 11 йәш була. Шинель кейеп, ҡайыш таҡмаһа ла, уға ла һалдат булырға, хеҙмәт армияһының погонһыҙ һалдаты булырға тура килә. Әммә йәш ҡыҙ бөгөлөп ҡалмай, ил күргәнде бергә күрә. Аслыҡтан башаҡ йыйып ашаған кешеләрҙең ағыуланып үлгәнен ул әле лә әсенеп иҫкә алды. Тырыш ҡыҙ уҡытыусы һөнәрен үҙләштерә, артабанғы ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлай, илде тергеҙеүҙә ҡатнаша. “Һуғыш йылдарында күргән михнәттәрҙе һөйләп бөтөрлөк түгел, һуғыш күрергә яҙмаһын һеҙгә», - тип һүҙен йомғаҡланы ул. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар сара һуңында ветерандар менән иҫтәлеккә фотоға төштө.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.