Йәшәү - өҙөлөкһөҙ мөғжизә һәм был мөғжизәгә беҙҙең дә ҡағылыш бар. - Шамил Анаҡ
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon 29 майҙа Күсей ауылында Советтар Союзы Геройы Тәфтизән Таһир улы Миңлеғоловтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған тантана үтте.

29 майҙа Күсей ауылында Советтар Союзы Геройы Тәфтизән Таһир улы Миңлеғоловтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған тантана үтте. Күсей ауылы халҡы үҙҙәренең арҙаҡлы яҡташы тураһында иҫтәлектәрҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Йыл һайын тыуған көнөн билдәләп, геройҙың рухы алдында баш эйәләр.

Быйылғы юбилей сараһы бигерәк тә тантаналы шарттарҙа үтте, юғары кимәлдә ойошторолдо. Яҙҙың йәмле матур көнөндә үткәрелгән был тантанала бөтә ауыл халҡы, абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусыларҙы арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың батырлығына һоҡланыу һәм ғорурланыу хистәре берләштерҙе. Һәүәҫкәр рәссам, шиғри йыйынтыҡтар авторы Миҙхәт Әсфәндиәр улы Байрамғолов үҙенең сығышында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. “Минән 6 йәшкә өлкән булһа ла, мин уны яҡшы хәтерләйем. Бәләкәй сағында бик шаян, шуҡ малай булды: ат яратты. Беҙ уның атта шундай оҫта йөрөүенә, төрлө күнекмәләр яһауына һоҡлана торғайныҡ. Уға Советтар Союзы геройы исеме бирелгәс, ҙурайғас төшкән фотоһүрте булмауы асыҡланды. 18 йәшендә фронтҡа киткән, бәләкәй сағында ғына бер фотоға төшкән. Ошо фотоһына һәм туғандарына ҡарап, фотоһүрәтен эшләнем. Ошоға тиклем бөтә рәсми документтарҙа ла фотоһүрәте бирелә килде. Тик яңыраҡ ҡына бер фотоһы табылды” тип бик ҡыҙыҡлы сығыш яһаны.

Башҡортостандың маҡтаулы крайҙы өйрәнеүсеһе Әмир Зәкир улы Сәйғәфәровтың сығышы ла бик ҡыҙыҡлы булды. Ул: “Тәфтизән ағай йәш кенә егет сағында рудоуправленияға эшкә йөрөнө, эшенә бик яуаплы ҡараны. Балаларға бик иғтибарлы, кеселекле булды. Төркмән ауылында партком секретаре булып эшләгәндә, Ленин бюстарын тараттылар. Ошо мәлдә Магнитогорск ҡалаһыннан скульптор менән таныштым һәм беҙгә Тәфтизән Миңлеғоловтың һынын эшләүен һораным. Тәфтизән ағайҙың фотоһы булмау сәбәпле, уға оҡшаған бер һеңлеһен табып, уға ҡарап эшләтергә тура килде. Геройҙың һәйкәлк шулай эшләнде һәм тыуған ауылы Күсейҙә урынлаштырылды. Бөгөн Күсейҙә йүнсел, көслө рухлы, үҙаллы фекер йөрөтөүсе, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, матур итеп донъя көтөүсе халыҡ йәшәүе һоҡландыра. Бөтә Күсей халҡына үҙҙәренең хөрмәтле яҡташтары тураһында иҫтәлектәрҙе ҡәҙерләп һаҡлағандары, ололап иҫкә алғандары өсөн ҙур рәхмәт. Был эштә хакимиәт башлығы Сәриә Йыһаншинаның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ” тип, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Күсей мәктәбен һалыуҙа үҙ өлөшөн индереүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Азамат Байназаров та бик тулҡынланып ауылдаштарына үҙ фекерҙәрен еткерҙе: “Ауылдашыбыҙға Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүе тураһында ишеткәндә беҙ бәләкәй малайҙар инек, һм бына ошо көндән алып Күсей ауылының рухи тормошонда ҙур үҙгәреш, ҙур рухи күтәренкелек башланды. Балалар ҙа. өлкәндәр ҙә уның патриотизмы, батырлығы өлгөһөндә тәрбиәләнде. Геройҙың ауылдашы булыу беҙгә ҙур яуаплылыҡ өҫтәне. Беҙҙең ауылдан бик күп билдәле кешеләр сығыуын да мин Тәфтизән Миңлеғолов менән бәйләр инем. Талантлы яҙыусылар, артистар менән бер рәттән Күсейҙән бик күп етәкселәр, төҙөүселәр үҫеп сыҡты. Элек пионер, партия ойошмалары, ә бөгөнгө көндә мәктәп коллективы арҙаҡлы яҡташтары өлгөһөндә халыҡты тәрбиәләй. Традицияларҙың дауам итеүе оло мәртәбә” тип ғорурланыу хистәрен белдерҙе.

Юбилей тантанаһында Әбйәлил районы Хәлил ауылынан да ҡунаҡтар ҡатнашты. Хәлил ауылы егете Советтар Союзы Геройы Дәүләтов Әбдрәүф Тәфтизән Миңлеғолов менән бер полкта хеҙмәт итә. Бер үк ерҙә, бер үк мәлдә (29 һәм 30 сентябрҙә) һәләк булалар. Күрше ауылдарҙа тыуып үҫкән генә йәш егеттәрҙең алыҫ Белоруссияла осрашыуы, бер көндәрҙә һәләк булыуыц һәм бер үк Гомель өлкәһе, Брагин районының Галки ауылындағы туғанлыҡ ҡәберлегендә ерләнеүе, икеһенә лә Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүе уларҙы мәңгелеккә туған иткән. Советтар Созы Геройы Әбдрәүф Дәүләтовтың бер туған ҡустыһының улы Руслан һәм уның тормош иптәше яҡташыбыҙ, Өмөтбай ауылы ҡыҙы Флүрә Низамовнаның ҡатнашыуы һәм сығыш яһауы тантанаға йәм өҫтәне. Флүрә Низамовна үҙенең сығышында ҡайнағаһының рухы алдында бурысын үтәп, китап сығарыуы һәм тағы 4 герой тураһында китап әҙерләүе тураһында әйтте, китабын бүләк итте. Кисәлә ҡатнашыусы һәр кемде Тәфтизән Миңлеғолов тураһында әле бер китап та булмауы уйландырғандыр.

Кисәлә шулай уҡ Тәфтизән Миңлеғоловтың бер туған һеңлеһе Зәйтүнә апай һәм Муллаҡай ауылынан ике туғаны Һылыубикә Миңлеғолова ҡатнашты. Һылыубикә апай ошо арала Белоруссияға барып зыярат ҡылырға әҙерләнеүе тураһында белдерҙе.ъБаймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана директоры Дәүләтшина Луиза Ҡаһарман ҡыҙы “Донъянан киткәндәрҙе бер кеше генә лә яҡшы һүҙ менән хәтерләһә, әруахтың рухы үлмәй, хәтерҙән юйылмай. Советтар Союзы Геройы Тәфтизән Миңлеғоловты яҡташтары хәтерләй икән, тимәк уның ерҙәге үҙен ҡорбан итеп эшләгән изге эше дауам итә. Мәктәп директоры Ҡунаҡбай шәрип улы Уйылдановҡа, мәктәп коллективына, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, ауыл хакимиәте башлығы Сәриә Рәшит ҡыҙы Йыһаншинаға оло рәхмәт яуһын. Тәфтизән Миңлеғоловтың исеме, уның батырлығы тураһында мәғлүмәт “Советтар Союздары Геройҙары” исемле ҙур энциклопедияға индерелгән. Беҙ, баймаҡтар, данлы яҡташыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ” тип сығыш яһаны.

Юбилей тантанаһында ҡатнашыусы ҡунаҡтар музейҙа булып, ундағы бай мәғлүмәттәр менән таныштылар, геройҙың бюсына сәскәләр һалдылар.

Данлы яҡташыбыҙ Абдулхаҡ Игебаевтың Тәфтизән Миңлеғоловҡа арналған шиғыр юлдары ошо кисәгә ауаздаш булып, күңелдәрҙе тетрәндерҙе.

Һин тереһең беҙҙең күңелдәрҙә,

Һин ҡаһарман, тыуған ил күрке!

Һин бит асырғанып, айбарланып

Ҡанаттарың менән үрт һүндергән

Ирәндектең яугир бөркөтө!

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.