Доняла аҡыллы һәм ырыҫлы булғың килһә китап уҡы, китаптан айырылма, шунда бәхет табырһың. - Нурмөхәмәт Йомрани
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon 9 апрель көнө Кәрешкә ауылында үткән “Өс таған” төбәк бәйгеһе

9 апрель көнө Кәрешкә ауылында үткән “Өс таған” төбәк бәйгеһендә Әхмәр, Күсей, Урғаҙа, Ишмөхәмәт, Байыш, Кәрешкә, Йәнйегет, Иҫке Сибай ауылдарынан бөтәһе 8 ғаилә көс һынашты. Һәр бер ғаиләгә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине. Үҙ ауылдарының йөҙөк ҡашы булған ғаиләләрҙең  аҫыл ир - заттары бөтәһе лә быуындар бәйләнешен нығытыусы был бәйгелә лайыҡлы сығыш яһаны.

Әхмәр ауылынан килеүсе ҡартатай  Ҡадыров Мәжит Әғзәм улы-Алдар батыр тоҡомо вәкиле булыуы ,тормош иптәше менән 60 йыл бергә татау ғүмер итеүҙәре тураһында  оло ғорурлыҡ менән һөйләне, 86 йәштә булыуына ҡарамаҫтан,өҙҙөрә баҫып бейеп тә алды.Атай-Әсҡәт Мәжит улы физкультура уҡытыусыһы булып эшләй,5 бала тәрбиәләп үҫтерәләр,шәхси хужалыҡтарында 70 баш һыйыр малы аҫырайҙар.Спорт ярыштарында ҡатнашып,призлы урындар яулайҙар.Ҡартатай ейәне Ильфатҡа атаһының Ватан һуғышы орденын аманат итеп тапшырҙы.

Күсей  ауылы бәйгеселәре Сәфәрғәлиндар ғаиләһе лә-абруйлы ғаиләләрҙең береһе.Ҡартатай Сәфәрғәлин Хәммәт Ирғәли улы – Батыр Вәлид тоҡомонан,ғүмер буйы совхозда тырышып эшләп,хаҡлы ялға сыҡҡан,ВДНХ-ның алтын миҙалы менән бүләкләнгән.6 бала тәрбиәләп үҫтергән,хәҙерге көндә 12 ейән-ейәнсәре,9 бүләһе бар.Атай Хәмзә Хәммәт улы 4 балаға хәстәрлекле атай,спорт мәктәбе тренеры, балаларҙы боксҡа өйрәтә,ауыл советы депутаты,ҡурайҙа уйнай,бейей.Ҡартатай ейәненә үҙҙәренең тоҡомоноң шәжәрәһен бүләк итте,яугир шағир Батыр Вәлидте күреп белеүе тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Кәрешкә ауылынан Буранбаев Әшрәф Ғәйнетдин улы 7 ейән һәм 3 ейәнсәргә бәхетле ҡартатай.Атай Айрат Сәфәрғәли улы 3 бала үҫтерә,гармунда оҫта уйнай.Ейән Айтуған атаһының көйөнә бик матур бейей.

Байыш ауылынан Дәүләтшиндар ғаиләһе башлығы ҡартатай Ташбулат Мостафа улы районда ғына түгел,ә бөтә республикаға билдәле шәхес,танылған ҡурайсы.Атай Айбулат Ташбулат улы -5 бала атаһы,Суворов миҙалына лайыҡ Чечен һуғышы ветераны,мәктәптә уҡытыусы.Бәйгелә кинйә улы Айбулат  ҡатнашты.Ҡартатай,атай һәм 3 ейән ҡурайҙа уйнап тамашасы һөйөүен яуланылар.

36 йыл “Йылайыр” совхозында алдынғы механизатор булып эшләп,Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булған Ишмөхәмәт ауылы ҡартатайы Кәлимуллин Марс Вәлиулла улы 6 ул тәрбиәләп үҫтергән. Улдарының бөтәһе лә уның юлын дауам итеп,механизатор булып эшләйҙәр.Кинйә улы Ислам Марс улы ла алдынғы механизатор,3 бала атаһы,оҫта гармунсы.Ейән Айтуған Мәлих Харис шиғырын оҫта башҡарҙы,ҡартатаһына ла шиғыр бүләк итте.Ҡартатаһы ейәненә боронғо ғаилә ҡомартҡы фотоальбомын тапшырҙы.

Йәнйегет ауылында йәшәүсе ҡартатай Хөсәйенов Вәкил Зәкирйән улы 7 бала тәрбиәләп үҫтергән хеҙмәт ветераны.Уның улы Рәмил Вәкил улы ла 3 бала атаһы,МТС-та шофер булып эшләй.Үҙенең шәхси КАМ АЗ машинаһы менән дә халыҡҡа төрлө  хеҙмәттәр күрһәтә.Ҡартатай ҙа,атай ҙа өҙҙөрөп гармунда уйнай,бейей.

Иҫке Сибай ауылынан ҡартатай Утарбаев Сабит Сәмиғулла улы –ауылдың “Атайсал”ҡоро рәйесе,тыуған яҡ тарихын,арҙаҡлы шәхестәрен тергеҙеп йәш быуынға еткереүсе абруйлы аҡһаҡал.

Фәнил Сабит улы Сибай ҡалаһында билдәле эшҡыуар.Ҡартатай 6 йәшлек ейәне Динисламға үҙе сығарған китапсыҡ бүләк итте.

Урғаҙа ауылы ҡартатайы Үҙәнбаев Вәкил Әхмәтша улы хөрмәт ҡаҙанған,лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән хеҙмәт ветераны.  Дамир Вәкил улы Сибай ҡалаһында йәшәй,шәхси эшҡыуар,2 бала атаһы.Улы Искәндәр 8 синыф уҡыусыһы, спорт менән шөғөлләнә,ярыштарҙа призлы урындар яулай.

Бәйге шарттары буйынса ғаиләләр  Әҙәбиәт йылы,Еңеүҙең 70 йыллығы сиктәрендә һорауҙарға яуап бирҙе.Бәйгелә ҡатнашыусы һәр ғаиләнең яҙмышында Бөйөк Ватан һуғышы үҙенең юйылмаҫ эҙҙәрен ҡалдырған. Шәжәрәләр менән танышҡанда ла,”Үлемһеҙ полк” акцияһына ҡушылып,яуҙа ятып ҡалған яҡындарының фотоһы менән сығыш  яһағанда ла аяуһыҙ һуғыш йылдары хәтирәләре яңғыраны,уңалмаҫ яралар яңырҙы.Яуҙа ятып ҡалған,һуғыштан ҡайтып үлеп ҡалғандар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.

Бәйгелә ҡатнашыусы һәр ғаилә үҙенә генә хас матур традициялары ,лайыҡлы тормош көтөүе,хеҙмәттә, уҡыуҙа һәм башҡа өлкәләрҙә ҡаҙанған уңыштары  менән һоҡландырҙы.Бәйгенең еңеүселәре тип Сәфәрғәлиндар ( Күсей) һәм Дәүләтшиндар (Байыш) ғаиләләре билдәләнде.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.