Башҡорт булыуыңдан ни мәғәнә, Балаларың башҡорт булмағас… - Мәүлит Ямалетдинов
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon “Алтын ҡомартҡы” – Әхмәрҙә

Әхмәр ауылы мәҙәниәт йортонда Рәсәй киноһы йылы сиктәрендә уҙғарылған “Алтын ҡомартҡы” эстафетаһы бик матур үтте. Сарала Башҡортостан телевидениеһының тамашасылар алдында ҙур популярлыҡ яулаған “Хазина” ижади берекмәһенең етәксеһе, авторы һәм алып барыусыһы, башҡорт халыҡ ижадын йыйыу, һаҡлау һәм пропагандалау менән эҙмә-эҙлекле шөғөлләнгән Ю.И. Ғәйнетдиновтың тормошона һәм ижадына байҡау яһалды. Уның Башҡортостанда һәм унан ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ араһынан алтын ҡомартҡыға тиң халыҡ таланттары тураһында фильмдар төшөрөп, халыҡҡа еткереүе – баһалап бөткөһөҙ ҙур хеҙмәт. Ю.Ғәйнетдинов үҙе лә оҫта ҡурайсы. Уның репертуарында – 300-ҙән ашыу быуындан-быуынға күсеп килгән башҡорт халыҡ көйҙәре.  

Артабан “Хазина” ижад берекмәһе тарафынан төшөрөлгән, Әхмәр, Атаңғол ауылдарының мәшһүр ҡурайсыһы, халҡыбыҙҙың алтын ҡомартҡыһына тиң булған Хәбир Байтимеров ижадына арналған видеофильм ҡарау ойошторолдо. Халҡыбыҙҙың ҡурай моңдарын үҙенә генә хас оҫталыҡ менән башҡарған, тамашасылар йөрәгендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған Хәбир Байғужа улы ауылының, райондың, республиканың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәне, сәхнәлә яңғыҙ ҙа, ҡурайсылар ансамблендә лә сығыш яһаны. Баймаҡ, Өфө, Мәскәү ҡалаларында уҙғарылған ҡурайсылар бәйгеләрендә ҡатнашып, Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды. Яҡташтарыбыҙ, данлыҡлы ҡурайсылар Ғ.Сөләймәнов, К.Дияров исемендәге бәйгеләрҙә беренсе дәрәжәле дипломға лайыҡ булды. Өфөлә “Аҡ тирмә” йыйынында башҡорт милли кейеме, ҡурай менән бүләкләнде. 
Х.Байтимеровтың туғандары уның тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты,  уға шиғыр, бейеү бағышланы, ҡурайҙа уйнаны. 
Кисәлә шулай уҡ Ирәндек буйының данлыҡлы ҡурайсылары Р.Аҫылбаев, С.Насиров, М.Батталов, А.Абдуллин, В.Ҡарасов, С.Хәйбуллин, М.Исмәғилов, Ғ.Исламғолов, М.Исламғолов, М.Шәрипов, М.Ишбирҙин, Н.Сәғәҙиев, Ш.Сөләймәновтар, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы Ә. Нәбиуллин  тураһында ҙур ихтирам менән иҫкә алдылар. 
Әхмәр ауылында “Хазина” тапшырыуына тәҡдим итерлек халыҡ таланттары бөгөн дә етерлек. Эстафетаның шарттарына ярашлы, артабан һүҙ оҫта гармунсы, йырсы, көйҙәр ижад итеүсе Ғайса Ғафаровҡа бирелде.  Ул халыҡ, эстрада, үҙе ижад иткән йырҙарҙы башҡарып, моңло тауышы менән барыһын да хайран ҡалдырҙы. Сибай сәнғәт колледжының вокал бүлеге студенткаһы Сулпан Әбүбәкированың  йырҙары ла халыҡ күңеленә хуш килде. 
“Алтын ҡомартҡы” эстафетаһын юғары кимәлдә әҙерләп үткәреүгә ауыл китапханаһы, мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто коллективтары, “Атайсал” һәм “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары күп көс һалған. Эстафетаны күсейҙәр ҡабул итеп алды.

Көнһылыу Әхмәтова, 
баһалама төркөмө 
ағзаһы.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.