Бәндә бит ул йөктән бөгөлөп төшмәй, Бөгөлә икән – йөгө юҡлыҡтан. - Салауат Әбүзәров
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon “Атайҙар һүҙе - аҡылдың үҙе”


Бөгөн Баймаҡ үҙәк китапханаһында Атайҙар көнөнә, Ғаилә йылына арналған “Атайҙар һүҙе - аҡылдың үҙе” исемле түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү уҙҙы. Унда ҡала һәм ауылдарҙан үҙаллы донъя көткән, яҙмыш һынауҙарына бирешмәгән, өйҙәрендә шат-балалар тауышы өҙөлмәһен өсөн, балаларына атай ҙа, әсәй ҙә, тәрбиәсе лә, дуҫ та, кәңәшсе лә булған абруйлы атайҙар:Райфат Хисаметдинов Ҡаратал ауылынан, Илшат Үтәбаев Буранбай ауылынан, Баймаҡ ҡалаһынан Ғаяз Байымовтар йыйылды. Сарала Көньяҡ-көнсығыш район - ара Ғаилә үҙәге белгесе Л.З. Ишназарова, Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы М. С. Сәғәҙәтова, Ҡаратал ауылы старостаһы Р. С. Йәнбирҙин , “Атайсал” ҡоро рәйесе Б. М. Хәйретдинов, Баймаҡ "Ағинәйҙәр" ҡоронан Х. Х. Биктимерова, С.М. Иҫәнғолова, Баймаҡ үҙәк китапханаһы директоры З.В. Мортазина сығыш яһаны. Әңгәмәлә А.Р. Ишмөхәмәтова етәкселегендә Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенттары ҡатнашты. Сара бик йәнле барҙы, сығыш яһаусылар балаларын яңғыҙ тәрбиәләгән атайҙарға, күп ауырлыҡтар алдында бирешмәй алға ынтылып йәшәгән күп балалы Байымовтар ғаиләһенә һынмаҫ рух ныҡлығы, һаулыҡ, именлек теләне, "Ғаилә" үҙәге хеҙмәткәрҙәре саҡырылған ғаиләләргә күстәнәстәр тапшырҙы. Түңәрәк өҫтәлде йәнле итеп алып барҙы бүлек мөдире Сәрүәр Иҙелбаева.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.