Башҡорт булыуыңдан ни мәғәнә, Балаларың башҡорт булмағас… - Мәүлит Ямалетдинов
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Баймаҡ ҡалаһының почетлы гражданины, Батыр Вәлид премияһы лауреаты.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана

 

Буранбаев  Вара Бәшәр улы

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны,
Баймаҡ ҡалаһының почетлы гражданины,
Батыр Вәлид премияһы лауреаты.

 

 

Һуғыштарҙан әгәр иҫән ҡайтһам,

   Бик күп итеп китап яҙырмын”

1942 йыл

 

 

 

 

Буранбаев Вара Бәшәр улы 1924 йылдың 28 июнендә Баймаҡ районы Түбә алтын прискыһында шахтер-забойсы ғаиләһендә тыуған. 1931 йылда ете йәштән мәктәпкә уҡырға барып, Ватан яуы башланған йылда Түбә урта мәктәбен тамамлай. Атаһын ҡулға алып китеүҙәре сәбәпле, ғаиләлә иң өлкәне булараҡ, 16 йәштән ҡара эштә эшләй башлай. Башта өс ай торф ҡырҡа, шунан өс ай шахтала эшләй. 1942 йылдың авгусына тиклем приискының урмансылыҡ складында весовщик, яуаплы ҡабул итеүсе вазифаларын башҡара.

1942 йылдың йәйе уртаһында, 18 йәше тулғас, әрмегә алалар.  Алкино хәрби лагерында биш ай уҡығас, сержант званиеһы бирәләр һәм фронтҡа оҙаталар. Фронттағы тәүге сынығыуҙы теүәл 19 йәшендә, 1943 йылдың июлендә, Курск дуғаһындағы ҡанлы һәм ҡаты алыштарҙа ала. Артиллерия расчетында тоҫҡап атыусы була. Ошо хәрби дәрәжәлә, дошманды сигендерә-сигендерә, илебеҙҙең Көнбайыш Союз республикаларын немец баҫҡынсыларҙан  азат итеүҙә ҡатнаша. 1944 йылдың көҙөндә бер төркөм артиллеристарҙы фронттан алалар ҙа,  Силәбе ҡалаһына ебәрәләр. Бында өс ай танкистлыҡҡа уҡытып, 1945 йылдың февралендә кире фронтҡа оҙаталар. Вара Бәшәр улы Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеү таңын  танк командиры вазифаһында Берлиндың көнъяғындараҡ Подстам ҡалаһында ҡаршылай. Һуғыштан һуң, 1947 йылдың мартына ҡәҙәр Польшаның Ноештеттин ҡалаһында Совет хәрби базаһында хеҙмәт итә. 1947 йылдың 1 апрелендә, армиянан демобилизацияланып, тыуған яҡтарына ҡайтып төшә.

1948 йылдың авгусына тиклем төрлө ҡара эштәрҙә йөрөгәндән һуң, уға Түбә руднигында эшләп килгән район Пионерҙар йортоноң директоры вазифаһын тәҡдим итәләр.  1949 йылдың йәйендә был Пионерҙар йорто Баймаҡҡа, район үҙәгенә күсерелгәс,  Вара Бәшәр улын Баймаҡҡа эшкә саҡыралар. Партия райкомы уны район гәзиттәре редакциялары эргәһендәге урындағы радиотапшырыу мөхәррире эшенә тәғәйенләй.

Вара Бәшәр улының артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеге түбәндәгесә;1949 – 1950 йылдарҙа – урындағы радиотапшырыу мөхәррире;1950 – 1952 йылдарҙа – Баймаҡ партия райкомының пропаганда һәм агитация бүлегендә пропагандист; 1952  -  1954 йылдарҙа – “Ҡыҙыл Баймаҡ” район гәзитенең яуаплы мөхәррире; 1954 – 1958 йылдарҙа - Өфө дүрт йыллыҡ юғары партия мәктәбендә тыңлаусы (слушатель); 1958 – 1962 йылдарҙа – Баймаҡ партия райкомының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире; 1962 – 1963 йылдарҙа – Баймаҡ  хеҙмәтсәндәр депутаттарының район Советы рәйесе урынбаҫары; 1963 – 1965 йылдарҙа – Баймаҡ производство парткомының  инструктор-парторганизаторы; 1965 – 1978 йылдарҙа – Баймаҡ районы халыҡ контроле комитеты рәйесе; 1978 – 1985 йылдарҙа – “Башкинопрокат” тың Баймаҡ филиалы директоры.

Вара Бәшәр улы 1985 йылдың ғинуарында хаҡлы ялға сыға. Уға РСФСР әһәмиәтендәге персональ пенсия тәғәйенләнә. Шуға ҡарамаҫтан 1985 йылдың йәйендә граждандар оборонаһының штаб начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Партия райкомы 1987 йылдың авгусында район крайҙы өйрәнеү музейына етәкселек итеү эшен йөкмәтә.  Был вазифала 1991  йылдың майына тиклем эшләй, музей эшенә күп үҙгәрештәр индерә, яңы экспонаттар менән байыта.

Хаҡлы ялға тулыһынса сыҡҡас мемуарҙар, хикәйәләр яҙа башлай. Улар гәзит-журнал биттәрендә донъя күрә. Вара Бәшәр улы “Хәтер”, “Күк Ирәндек буйында”, “Һуғыштарҙан әгәр иҫән ҡайтһам”, “Рухи көсөм тыуған еремдән”, “Яугир яу яландарынан ҡайтҡас” исемле китаптар авторы. Уға 1997 йылда журналистика буйынса Сәғит Мифтахов премияһы лауреаты исеме бирелә, 1999 йылда әҙәбиәт  буйынса Батыр Вәлид исемендәге премияға лайыҡ була. 1998 йылда Баймаҡ ҡалаһының һәм районының Почетлы гражданины тигән исем бирелә.

Вара Буранбаев оҙаҡ йылдар “Атайсал тип янған йөрәктәр” аҡһаҡалдар һәм ағинәйҙәр ҡоро менән етәкселек итә.

Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Великая Отечественная война” ордены, “За боевые заслуги”, “За победу над Германией” миҙалдары, һуғыштан һуң тырыш хеҙмәте өсөн “Почет билдәһе” ордены, “За трудовые отличия”, “За доблестный труд”, “Ветеран труда” миҙалдары менән наградлана.   

 

 

 

 

 

 

 

Фотоларҙа – ғүмер миҙгелдәре

Польша ерендә. 1944 йыл. Түбә драма театры коллективы.
>“Ҡыҙыл Баймаҡ” район газетаһы мөхәррире. 1953 йыл. Баймаҡ партия райкомының бүлек мөдире. 1961 йыл
“Салауат” колхозы иген  баҫыуында. Халыҡ контроле комитеты рәйесе. 1974 йыл.
Ғаилә менән бергә. 1976 йыл. “Өс таған” – В.Б.Буранбаев, Х.С.
Район китапханаһында уҡыусылар менән осрашыу. Билдәле яҙыусы Әхмәр Үтәбай менән.
Яҙыусылар Хәсән Назар,  Риф Тойғонов менан осрашыу Яҙыусылар Хәсән Назар,  Риф Тойғонов менан осрашыу
Ижад емештәре
Хәтер.- Баймаҡ, 1995.-332 б.

Хәтер.- Баймаҡ, 1995.-332 б.

  Китапта Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған 5000-гә яҡын яҡташыбыҙҙың исемлеге бирелгән. Алфавит буйынса бирелгән исемлектә яугирҙарҙың исем-фамилияһы, тыуған йылы, тыуған ауылы, ниндәй званиела хеҙмәт итеүе, һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған ваҡыты күрһәтелгән.

Китап Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығына ҡарата донъя күрә.

Күк Ирәндек буйында.- Баймаҡ, 2004.- 284 б.

Күк Ирәндек буйында.- Баймаҡ, 2004.- 284 б.

 Китапта районыбыҙ тарихы, күренекле шәхестәре тураһында мәҡәләләр, ҡыҙыҡлы хикәйәләр, шиғырҙар, таҡмаҡтар урын алған. Бигерәк тә Түбә руднигының тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн бай мәғлүмәт бирелгән.

Һуғыштарҙан әгәр иҫән ҡайтһам…- Баймаҡ, 2005.-132б.

  Был йыйынтығын автор Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына арнап сығара. Китап 3 бүлектән тора. Беренсе бүлектә- Ватан һуғышы йылдарында яҙылған шиғырҙар, поэмалар һәм бәйеттәр, икенсе бүлектә- хикәйәләр, хәтирәләр, өсөнсө бүлектә- башҡорт халыҡ йырҙары тарихы урын алған.

Рухи көсөм тыуған еремдән.- Баймаҡ, 2006.- 90 б.

Рухи көсөм тыуған еремдән.- Баймаҡ, 2006.- 90 б.

В.Буранбаевтың был китабы Баймаҡ яҡтарында булып үткән тарихи ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн әһәмиәтле. “Беҙҙең төбәктә булып уҙған хәл-ваҡиғалар” бүлегенә ингән мәҡәләләрҙә беҙҙең яҡтарҙа  граждандар һуғышының ҡан ҡойошло ваҡиғалары, сәйәси репрессия йылдары сағылдырыла. “Һәр хикәйәт – тормош һабағы” бүлегендә авторҙың  яңы хикәйәләре, юморесткалары урын алған. “Үткән йылдар – йөрәккә уйылған йырҙар” бүлегендә халыҡ араһында киң таралған йырҙарҙың һүҙҙәре һәм тарихы бирелгән.

Яугир яу яландарынан ҡайтҡас.- Баймаҡ, 2009 – 135 б.

Яугир яу яландарынан ҡайтҡас.- Баймаҡ, 2009 – 135 б.

Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Вара Бәшәр улы Буранбаев был китапҡа ингән хәтирәләрендә, очерктарында, хикәйәләрендә күбеһенсә үҙенең башынан үткән хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлап яҙа. Яҙыусының һәр әҫәрендә - тарихи ваҡиғалар, яҡташтарыбыҙҙың тормошо киң сағылыш таба. Китап тыуған яҡ тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар, йәш быуын өсөн бик фәһемле.

 

Илгә - хеҙмәт, илдән - хөрмәт

“Бөйөк Ватан һуғышында немец оккупанттарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлыҡтарығыҙҙы иҫбатлап Һеҙҙең күкрәгегеҙҙә дәүләт наградалары ялтырай.

Һуғыш йылдарынан һуңғы осорҙа районыбыҙҙың үҙәк башҡарма органдарында уңышлы эшләнегеҙ, бер ваҡытта ла ҡыйынлыҡтар алдында баш эйеп, юғалып ҡалманығыҙ, тыуған илебеҙгә намыҫлы хеҙмәт иттегеҙ. Һеҙҙе дуҫтарығыҙ һәм хеҙмәттәштәрегеҙ хеҙмәт һөйөүсәнлек, заман алдында оло яуаплылыҡ тоя белеүегеҙ, кәрәк саҡта һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булғанығыҙ өсөн хөрмәт итәләр.

Бөгөнгө көндә лә йәмәғәт эштәрендәге әүҙемлегегеҙҙе күреп ғорурланабыҙ. Һеҙҙең ижад емеше булған “Күк Ирәндек буйында”, “Һуғыштарҙан әгәр иҫән ҡайтһам”, “Рухи көсөм тыуған еремдән”, “Яугир яу яландарынан ҡайтҡас…” исемле китаптарығыҙ халыҡсанлығы һәм тәрән фекерлеге менән айырылып тора, улар Һеҙҙең оло шәхес булып етеүегеҙҙе тағы ла бер тапҡыр раҫлай”.

Р.Сәйетов,
Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығы

 

“Ветерандың яҙмалары киләсәк быуынға үҙе күргәнде, үҙе кисергәнде үҙ ҡулдары менән яҙып ҡалдырыуы менән ҡиммәт. Уның шиғырҙары, мәҡәләләре, повестары һәм хикәйәләре –  күп йылдар буйы өҙлөкһөҙ эҙләнеү, уйланыу, ижад итеү һөҙөмтәһе.  Халҡыбыҙҙың милли ҡомартҡыһы – йырҙарыбыҙ тарихын өйрәнеү һәм йәш быуынға еткереү, әҙәби тәнҡит, пародиялар, юмор һәм сатира – былар бөтәһе лә уның күп яҡлы ижад белгесе  булыуын дәлилләй”.

Л.Ҡ.Дәүләтшина, 
Байма
ҡ биләмә-ара үҙәк китапхана директоры

 

    “Фронтта һәләк булған яугирҙәр тураһында  район хәтер китабын сығарыуҙа,  “Улар еңеү яулап ҡайттылар” китабы өсөн  төрлө мәғлүмәт йыйыуҙа ветерандың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Уның журналистика, әҙәби ижад өлкәһендәге хеҙмәте бик уңышлы: район, төбәк, республика баҫмаларында әүҙем яҙышты. Әҙиптең тормошсан, халыҡсан ижады тейешле баһа алды.”

Р.Үтәев,
С.Мифтахов һәм Ш.Хо
ҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты

 

“Яҙышыу тигәндәй, Вара  Бәшәр   улы  тарихи  - документаль  китаптар   яҙыу  менән  бергә  әҙәби   әҫәрҙәр,  хикәйәләр, шиғырҙар  ижад итергә лә  бик маһир.  “Йәшлек”  гәзите  уҙғарған   әҙәби  конкурстарҙа   ике тапҡыр  еңеү  яулап, редакциябыҙҙың  махсус приздары менән  дә  бүләкләнде ул.”

Ю. Мәксүтов, 
“Йәшлек”  гәзитенең  хәбәрсеһе
.

 

“ Тормош  юлдары  ҡатмарлы, тиелә  бит   билдәле  бер  йырҙа.  Вара  олатайыбыҙ  һуғыш  ваҡытында  шиғыр   юлдарына   һалған  изге  маҡсатын  барыбер  тормошҡа  ашыра-  беҙгә  күп итеп  китап   яҙып  бүләк итә.   Уның  был  эшмәкәрлеге  һуғыш  юлындағы    ҡаһарманлыҡтарына тиң,  минеңсә.  Сөнки  ташҡа  баҫылған  бер ваҡытта ла   юйылмай ҙа,  утта ла   янмай. Ул  үлемһеҙ. Китаптары  менән  үҙенә   һәйкәл   ҡуйҙы Вара  Бәшәр  улы  Буранбаев.”

А. Иҙелбаева,
“Һаҡмар”     газите   хәбәрсеһе,
“Йәнгүҙәй”  әҙәби-ижад  берекмәһе етәксеһе

Маяҡ ҡаҙармын


Һуғыштарҙан әгәр иҫән ҡайтһам,


Бик күп итеп китап яҙырмын.


Халыҡ араһында онотолмаҫлыҡ


Бөйөк итеп маяҡ ҡаҙармын.


Илдән киткәс, сит ерҙәргә,


Йәшлегемде бик тиҙ таныным.


Йәш булһам да беҙҙең армияның,


Ҡорос тәртиптәрен татыным.


Күрерһегеҙ, миллиондарҙың береһе,


Үҙенең китаптарын таратыр.


Матур Гөл иленең араһында,


Мәңге һүнмәҫ һәйкәл ултыртыр.


 


Отпускаға ҡайтам, Уралым


Бынан дүрт йыл элек мине, Урал,


Көнбайышҡа ҡарап оҙаттың.


Хушлаштың һин бәхетле юлдар теләп,


Йөрәктәрҙе бик ныҡ һыҙлаттың.


Һуғыш йылдарында онотманың,


Үҙ халҡыңа тейҙе ярҙамың,.


Үҙ байлығың һис тә йәлләмәнең,


Һин уйнаның Еңеү байрамын.


Дүрт йылдан һуң, Урал, кире һиңә,


Отпускаға ҡайтып киләм мин.


Күпме көндәр уҙҙы, һыуҙар аҡты,


Бына тағы һине күрәм мин.


Карпат тауҙарында һуғыштым мин,


Бер саҡта ла иҫтән сыҡманың.


Дошман аяғы һиңә баҫмаһын, тип


Немецтарҙы бик ныҡ туҡманым    


       


Илгә ҡайталар


Күптән инде һүнде пожар уты,


Дары төтөндәре юғалды.


Немецтарҙы  еңеп, һәр һуғышсы


Тыуған ерҙәренә юл алды.


Тыуған  ерҙәр батыр һуғышсыны


Шатлыҡ менән ҡаршы алдылар.


Туғандары, ата-әсәләре


Сәскә сәсеп юлдар һалдылар.


Иле өсөн, тыуған  ере өсөн,


Йәлләмәне ҡанын аҡтыҡҡы.


Ҡаты асыу менән алға барҙы,


Тыуған ергә юлын ҡыҫҡартты.


Бик күп дәүләттәрҙе азат итте,


Юл башланы тыуған ауылдан.


Күкрәктәге алтын миҙалдарҙа,


Ҡала исемдәре яҙылған.


Бына хәҙер бер аҙ ял итер ул,


Бомба шартлауҙарын онотоп.


Халҡы менән ҡулға-ҡул тотошоп,


Мул тормошҡа ҡарап юл тотор.


Ҡәһәрле Гитлер бәйете


 


Мәрхәмәтһеҙ, яуыз бәндә


Ысҡындырҙы бәйле этен.


Мин әйтәйем, һеҙ тыңлағыҙ


Яуыз Гитлер бәйетен.


Һуғышмаҫҡа тигән булып,


Договорҙар төҙҙөк беҙ.


Төрлө этлек ҡылһа ла ул,


Өндәшмәнек, түҙҙек беҙ.


Гитлер тигән ҡара йөрәк


Договорҙарҙы йыртты.


Беҙҙең сикте үтеү өсөн


Ғәскәрҙәрен ырғытты.


Һуғыш бигерәк ҡыҙыу бара,


Туп көбәге үкерә.


Йәҙрәләрҙең ярсыҡтары


Фашистарҙы үлтерә.


Бына етте “урыҫ ҡышы”,


Дошманға бәлә килде.


Өҫтәрендә йоҡаҡ кейем,


Күрмәгән бындай елде.


“Бөтһөн ине һуғыш”, - тиҙәр,


Барабандар ҡағалар.


Ҡоралдарын ергә ташлап,


Беҙгә әсир сығалар.


Ҡурҡып немец һалдаттары,


Туҡтауһыҙ ут асалар.


Беҙҙең штык ялтырағас,


Һерлегешеп ҡасалар.


Миллионлаған ҡорбан һалды


Алты айҙың эсендә.


“Ниңә башланым һуғыш”, тип


Кафыр Гитлер әсенде.


Беҙҙең өҫтән һеҙ көлдөгөҙ,


Онотмабыҙ бер саҡ та,


Гитлер ҡәбер урыны табыр


Ҡыҙыу янған усаҡта.


Беҙҙең яугирҙәрҙең ҡанын


Йәнең менән түләрһең.


Үкенерһең, тик һуң булыр,

   Эттәр кеүек үлерһең

 

Сығарыу өсөн яуаплы – Дәүләтшина Л.Ҡ.

Төҙөүселәр -  Йәнтурина Р.Ә.,

Юнысова М.А., Газина Г.И.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.