Йәшәү - өҙөлөкһөҙ мөғжизә һәм был мөғжизәгә беҙҙең дә ҡағылыш бар. - Шамил Анаҡ
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Баймаҡ районының Бетерә ауылында «Йөрәктәрҙән сыҡҡан моң» тип аталған музыкаль кисә үтте.

 

                                                                           Моңдар… Моңдар…

                                                             Ниндәй сихри моңдар…

             Һағыш та бар унда, шатлыҡ та,

        Был моңдарҙа ҡояш нуры ла бар,

                Бар бит унда яҙғы сафлыҡ та!

 

Тәбиғәттең көҙө менән ҡышы алышҡан бер буранлы көн дә Баймаҡ районының Бетерә ауылында «Йөрәктәрҙән сыҡҡан моң» тип аталған музыкаль кисә үтте. Был сараның төп маҡсаты - гармун, баян оҫталарының ижады менән яҡындан танышыу, уларға мәдхиә йырлау һәм ауыл халҡына онотолмаҫлыҡ байрам бүләк итеү ине. Йәнә, ҡабатланмаҫ тауышы, күкрәгенән урғылып сыҡҡан моңо, сәхнәлә үҙен иркен, тәбиғи тотошо менән барыбыҙҙы ла әсир иткән сәнғәт эшмәкәре  Римма Сәғит ҡыҙы Вәлиеваның күркәм юбилейы ла билдәләнде.

Боронғо замандарҙан уҡ халҡыбыҙ үҙенсәлекле моңо, музыка ҡоралдарында оҫта уйнауы, бай тарихлы, моңло йырҙары менән айырылып торған. Шуға күрә, 1782 йылдарҙа Берлин оҫтаһы Бушман тарафынан эшләнгән баян, гармун кеүек уйын ҡоралдарын да, ваҡыт үтеү менән, халҡыбыҙ яратып ҡабул итә. Тора бара Рәсәй оҫталары гармунды камиллаштырып, уның бер нисә төрөн барлыҡҡа килтерә. Тиҙ үк арала киң таралған был ҡоралдар, айырыуса, йәштәр араһында популярлыҡ яулай.

Хәҙер киске уйындарҙа, табындарҙа йәнле гармун тауышы һирәгерәк яңғыраһа ла, ғәжәйеп моңло музыка ҡоралына мөкиббән ғашиҡ булыусылар бар әле. Юбиляр Римма Сәғит ҡыҙы иһә, шундай һирәк осраусы оҫталарҙың береһе.

Шулай уҡ ауыл халҡы Ғата Сөләймәнов исемендәге Темәс музыка мәктәбе уҡытыусыһы Айбулат Ахунъяновтың ҡурайҙағы сығышын,  музыка мәктәбе уҡытыусыһы Әлфиә Нурмөхәмәтова менән Темәс ауыл хакимиәте башлығы урынбаҫары Р. Х. Йәнсүриндың дуэтын, Темәс тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Лилиә Ишбаева менән Әлфиә Бикбирҙина башҡарыуында «Ике ҡоҙаса» исемле музыкаль интермедияны яратып ҡабул итте.

Бетерәләр ҙә һыр бирмәне, моңло-моңло бүләктәрен еткерҙе. Бетерә мәктәбе уҡытыусыһы Р.К.Бураншина «Шәүрә килен»де йырлап ишеттерһә, ҡабырғаһы һыныуына ла ҡарамай килеп еткән Әхмәтҡәзе ағай Сафин оҙон көйҙө - «Буранбай»ҙы йырлап, күңелдәрҙе сафландырҙы.

Ҙур мәҙәни сараларҙан йыш ҡына ситтә ҡалған бетерәләр өсөн был көндө матур-матур көй-моңдар, гармунға арналған шиғырҙар яңғыраны. Сөнки ойоштороусылар, Римма Вәлиеваның ижадын киң сағылдырыуҙы ғына түгел, халыҡ араһында популяр булған музыка ҡоралы гармун менән дә яҡыныраҡ танытыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Темәс зонаһы китапханасыларының, Темәс мәҙәниәт йорто директоры Айнур Абдуллиндың, Темәс ауылы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рауил Йәнсуриндың, Баймаҡ биләмә-ара китапхана директоры Луиза Дәүләтшинаның ярҙамы менән ойошторолған бай йөкмәткеле кисә ауыл халҡы өсөн матур байрамға әүерелде.

Ябай ғына һүҙ түгел шул «моң» тигәндәре. Был төшөнсә шул тиклем киң, тәрән, хатта рус теленә уны бер нисек тә генә тәржемә итеп булмай. Йыр-моң донъяһы ниндәйҙер бер сихри тартыу көсөнә эйә. Үҙе йырламаған кеше лә моңға тартыла, эстән генә көйләп йөрөй, ә йырлай белгәне тормошон йырһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Бына шундай талантлы яҡташтарыбыҙҙы күреп, беҙ сикһеҙ ғорурланып, шатланып ултырҙыҡ. Ижад утында яныусы, һәләтле яҡындарыбыҙҙы ваҡытында ҡеүәтләп, дәртләндереп тороу зарурлығына тағын берҙе инандыҡ, сөнки тик шул саҡта ғына уларҙың күңел ҡанаттары талмай, ә ижад гәүһәрҙәре тағы ла сағыуыраҡ балҡый. 

Баймаҡ үҙәк китапханаһы методисы 

Л.Солтанғолова

 

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.