Кеше ике нәмә арҡаһында ҡартаймай: береһе – уның яҡшы эше, икенсеһе – яҡшы һүҙе. - Йософ Баласағуни
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Башҡортостан – дуҫлыҡ иле” район ижади эштәр конкурсы үтте


Апрель айында Баймаҡ биләмә-ара китапханаһы янында ойошторолған “Игебай мәктәбе” клубы ағзалары арһында Милләт-ара татыулыҡ йылына арналған “Башҡортостан – дуҫлыҡ иле” район ижади эштәр конкурсы үтте. Барлығы 42 эш тапшырылды. Ҡатнашыусыларҙың эштәре жанр төрлөлөгө, стилистик биҙәлеше менән ҡыуандырҙы, әммә шул уҡ ваҡытта шиғри формалағы әҫәрҙәрҙең күпселеге ҡобайыр рәүешендә ижад ителгән. Сәсмә формала яҙыусы конкурсанттар нәҫер, хикәйә, хәтирә, эпистоляр жанрҙарҙы үҙ иткән. Дөйөм алғанда, ижад эшенә битараф булмаған, һәләтле, һүҙ ҡөҙрәтен тойған йәш таланттар үҫеп килеүе һөйөнөслө хәл.

Һәр бер эш ентекле өйрәнелгәндән һуң, түбәндәгесә урындар билдәләнде.

Шиғри формала ижад итеүселәр:

  1. Теләүҡабулова Гөлсинә - 1-се урын, Баймаҡ-лицей интернаты, 5 синыф.

  2. Моталлапов Айытбай – 2-се урын, Шүлкә утары, 5 синыф.

  3. Сөләймәнов Илназ – 3-сө урын, Мерәҫ ауылы.

  4. Йәнәлина Наҙгөл – 1-се урын, Йомаш ауылы, 7-се синыф.

  5. Баййегетова Наҙгөл – 2-се урын, Баймаҡ-лицей интернаты, 7-се синыф.

  6. Барлыбаева Гөлназ – 3-сө урын, Йомаш ауылы, 8-се синыф.

  7. Мәзитова Гүзәлиә - 3-сө урын, Байыш ауылы, 9-сы синыф.

 

Сәсмә формала ижад итеүселәр:

Зәйнуллина Рәмилә - 1-се урын, Байыш ауылы, 9-сы синыф.

  1. Сирусина Альбина – 2-се урын, Баймаҡ лицей-интернаты, 8-се синыф.

  2. Хушмөхәмәтова Юлиә - 3-сө урын, Ярат ауылы, 10-сы синыф.

  3. Таһирова Гүзәлиә - 3-сө урын, Иҫке Сибай.

  4. Шарипова Диниә - 3-сө урын, Баймаҡ лицей-интернаты

 

Бер тигәс тә ни яҡшы?

Бер тигәс тә ни яҡшы?

Башҡортостаным – илем,

Сәскә атһа, шул яҡшы.

Ике тигәс тә ни яҡшы?

Ирмен тигән уҙаман,

Илен һөйһә шул яҡшы.

Өс тигәс тә ни яҡшы?

Күпте күргән өлкән быуын,

Ҡәҙер-хөрмәт күрһә, шул яҡшы.

Дүрт тигәс тә ни яҡшы?

Дүрт яғыңда таянырҙай,

Дуҫтарың булһа, шул яҡшы.

Биш тигәс тә ни яҡшы?

Башҡортостан халыҡтары

Татыу булһа, шул яҡшы.

Алты тигәс тә ни яҡшы?

Ата-инәле булһаң, шул яҡшы.

Ете тигәс тә ни яҡшы?

Етмеш ете һөнәрле,

Типһә, тимер өҙмәле,

Егеттәребеҙ булһа, шул яҡшы.

Һигеҙ тигәс тә ни яҡшы?

Һыҙылып таңдар атҡанда,

Һандуғастар һайраһа, шул яҡшы.

Туғыҙ тигәс тә ни яҡшы?

Туғандарың күп булһа, шул яҡшы.

Ун тигәс тә ни яҡшы?

Уңған булһаң, шул яҡшы.

 

Башҡортостан – тыуған илкәйем

Башҡортостан – минең тыуған илем,

Әсәм кеүек ғәзиз еркәйем!

Тәбиғәтең – үҙе бер мөғжизә,

Һинән гүзәл ерҙәр белмәйем

 

Күпме милләт һине төйәк иткән –

Барыһына ғәзиз әсә һин.

Тыныс булһын һәр саҡ һинең күгең,

Балаларың татыу йәшәһен!

Башҡортостан – ҙур йөрәкле илем,

Һин татыулыҡ, дуҫлыҡ өлгөһө!

Һинең сәскә атыу – милләттәрҙең

Туғанлашып йәшәү билгеһе.

Башҡортостан – минең данлы илем,

Рәсәй күкрәгендә йөрәк һин.

Һине төйәк итеү – үҙе бәхет,

Берүк һиңә күҙҙәр теймәһен!

Яналина Наҙгөл.

Йомаш урта мәктәбе, 7-се синыф.

Башҡортостан – дуҫлыҡ иле

Башҡортостан киңлегендә

Күпме халыҡ көн итә.

Тыныс, татыу һәм аңлашып,

Йәшәүҙәргә ни етә?

Һәр халыҡтың үҙ тарихы,

Мәҙәниәт, сәнғәте.

Был халыҡ – кәм, быныһы шәп, тип

Ниндәй ахмаҡ һүҙ әйтер?!

Сихри ҡурай моңдарына,

Шаян тальян ҡушыла.

Балалайка сыңдарынан

Күңел күккә ашҡына.

Бармы тағы шундай илдәр,

Ожмахтарға тиң ерҙәр?

Урыҫ, башҡорт, татар, марый,

Мордва, сыуаш, башҡа халыҡ

Бер ата балаһа кеүек,

Хәл белешеп, ярҙамлашып,

Татыу йәшәгән ерҙәр?!

Баййегетова Наҙгөл.

Баймаҡ лицей-интернаты, 7-се синыф.

 

Халыҡ дуҫлығы

Халыҡ дуҫлығы нимә ул?

Ул бит тыныслыҡ була,

Халыҡ дуҫлығы нимә ул?

Ул бит берҙәмлек була.

 

Атай, әсәй һеҙҙең менән

Бик бәхетле мин үҙем.

Ай һәм ҡояш көнөн-төнөн,

Яҡтырта еребеҙҙе.

Үҫемлектәр, хайуандар,

Бөтә булған сәсәкәләр.

Һауала осҡан ҡоштар ҙа,

Дуҫтар булып йәшәйҙәр.

Башҡорт, урыҫ, һәм татар ҙа –

Барыһы бында йәшәй.

Бергәләшеп ял итәләр,

Бергәләп улар эшләй.

 

Башҡортостан – тыуған ерем,

Һин минең ғәзиз илем.

Халҡым миңә көс-дәрт бирә,

Мең-мең рәхмәтле үҙем.

Гөлсинә Теләүҡабулова.

Баймаҡ лицей-интернаты, 5-се синыф.

Татыулыҡ

Был донъяла бик кәрәк

Дуҫлыҡ һәм татыулыҡ.

Ер шарының киләсәге,

Йөҙө - ул татыулыҡ.

Бер-береңә ихтирам,

Хөрмәт – ул татыулыҡ.

Кешене һәм милләтте

Йәшәтә ул – татыулыҡ.

Моталлапов Айытбай.

Шүлкә утары, 5-се синыф.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.