Йәшәү - өҙөлөкһөҙ мөғжизә һәм был мөғжизәгә беҙҙең дә ҡағылыш бар. - Шамил Анаҡ
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Башҡорттоң ҡаһарман улы, атаҡлы полководец, граждандар һуғышы геройы, күренекле дәүләт эшмәкәре шағир Муса Мортазиндың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған осрашыу 21 декабрь районыбыҙҙың рухи арҡайымы Темәстә үтте.

Баймаҡ биләмә-ара китапханаһы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе – крайҙы өйрәнеү, күренекле яҡташтарыбыҙға, Баймаҡ тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәргә бағышлап, хәтер һәм ҡәҙер кисәләре үткәреү тора. Был юҫыҡта, китапхана янында ойошторолған “Атайсал, тип янған йөрәктәр” клубы, айырыуса, әүҙем эшләй. Тап шундай кисәләрҙең береһе башҡорттоң ҡаһарман улы, атаҡлы полководец, граждандар һуғышы геройы, күренекле дәүләт эшмәкәре шағир Муса Мортазиндың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған осрашыу 21 декабрь районыбыҙҙың рухи арҡайымы Темәстә үтте. Муса Мортазиндың күп ҡырлы тормошон йәш быуынға яҡтыртыуҙы маҡсат итеп ҡуйған был кисәлә йөкмәткеле сығыштар, моңло йырҙар, күркәм һүҙҙәр яңғыраны.

Тәү башлап “Атайсал” клубы рәйесе Вәлиев Сәлимйән Ғәлләм улы телмәр тотто, ул Муса Мортазиндың хәрби юлына дөйөм байҡау яһаны, ҡайһы бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе килтерҙе. Солтанов Рәйес Зөлҡәрнәй улы, Саньяров Марс Әширәф улы, Өмөтбаева Зөбәйлә Фәйзрахман ҡыҙының сығыштары ла тыңлаусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Республика конкурстары лауреаты Рауил Харрасов башҡарыуында халыҡ йырҙарын яратып ҡабул иттеләр, рәхмәттәрен еткерҙеләр. 

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.