Кеше ике нәмә арҡаһында ҡартаймай: береһе – уның яҡшы эше, икенсеһе – яҡшы һүҙе. - Йософ Баласағуни
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Баймаҡ еренең игелекле улы

Бөгөн билдәле яҡташыбыҙ, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Батыр Вәлид исемендәге премиялар лауреаты Әхмәр Үтәбайға 55 йәш тула.

Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбаев бөтә республикала күренекле шағир, прозаик һәм тәжрибәле, үткер ҡәләмле журналист булараҡ киң билдәлелек яулаған шәхес. Ул үҙенең киң мәғлүмәтле, тәрән мәғәнәле, тормош дөрөҫлөгө менән һуғарылған мәҡәләләре, халыҡсан, бай телле әҫәрҙәре менән күптән инде әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңелен яуланы.

Әхмәр Үтәбай 1960 йылда Буранбай ауылында тыуа. I Этҡол урта мәктәбен, Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай, 1992 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы. Башҡортостан радиоһында, ”Ағиҙел”, ”Шоңҡар” журналдарында хәбәрсе, ”Киске  Өфө” гәзитендә мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. ”Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһында “Йәдкәр”  программаһын әҙерләп алып барыусы, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе урынбаҫары вазифаларын башҡара. Хәҙерге көндә “Ағиҙел” журналында баш мөхәррир урынбаҫары. Әхмәр Ғүмәр улының “Ете шишмә”, ”Һағыныу”, ”Егет һүҙе”, ”Буранбайҙың яҙған хатын уҡып”, ”Сәхрә” исемле китаптарына ингән әҫәрҙәрен әҙәбиәт һөйөүселәр, яҡташтары яратып ҡабул итте. Шулай уҡ   ваҡытлы матбуғат биттәрендә әленән-әле донъя күргән милләт, йәшәйеш, тел проблемаларын күтәргән, милли үҙенсәлектәребеҙҙе һаҡларға, үҙ йөҙөбөҙҙө юғалтмаҫҡа, һәр йәһәттән үҫешкә саҡырған мәҡәләләре берәүҙе лә битараф ҡалдырмай, уй-зиһендәрҙе ҡуҙғытып, уйланырға мәжбүр итә. Уның менән осрашыу кисәләре лә бик үҙенсәлекле, фәһемле үтә. Күҙмә-күҙ ҡарашып һөйләшеүҙәрҙә беҙ яҡташыбыҙҙың ҡыйыу сәйәсмән, фәлсәфәүи фекерле шәхес икәненә тағы бер тапҡыр инанабыҙ, күңел байлығына һоҡланабыҙ.

Ижадына тыуған еренән дәрт-илһам, көс-ҡеүәт алып йәшәгән юғары зауыҡлы, бай күңелле, тәрән фекерле яҡташыбыҙ Әхмәр Үтәбай үҙенең бар булмышы, йәшәү рәүеше, ижади эшмәкәрлеге менән күптәр өсөн өлгө. Уны күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ, яңы ижади бейеклектәр һәм артабан да Баймаҡ еренең аҫыл ир-уҙаманы, игелекле улы булып ҡалыуын теләйбеҙ.

Р. Йәнтүрина.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.