Китап уҡыу инсандың йөҙөнә нур, күңеленә шатлыҡ килтерер. - Ризаитдин Фәхретдинов
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Бер осрашыу тураһында

“Зөлфирә апай!  Ни өсөн һеҙ үҙегеҙҙең әҫәрҙәрегеҙҙә тормоштоң һәр ваҡыт гел кире күренештәрен генә   һүрәтләйһегеҙ? Эскелек, етемлек, хыянат, ғаиләләге ығы-зығы…Ошоларҙан былай  ҙа   күп  уҡыусылар арыған. Ул бик ауыр тема”. Ошондай  һорауҙар менән  китап уҡыусылар Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, яҡташбыҙ  Бөрйән-Йылға ҡыҙы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваға   йыш мөрәжәт итәләр.

Район китапханаһы  тарафынан ойошторолған  “Башҡорт  китаптары” аҙналығы  сиктәрендә  Йылым һәм Йомаш ауылында  үткәрелгән осрашыуҙарҙа ла тап ошондай һорауҙар яңғыраны.  Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына  хас булған мөләйемлек, сабырлыҡ менән  Зөлфирә:  “Үкенескә ҡаршы, тормош  гел байрамдарҙан  һәм бәхеттән  генә тормай шул. Халҡыбыҙҙың фажиғәһенә  әйләнгән  кире күренештәр менән  һәр кем үҙенсә көрәшергә  тейеш, тип уйлайым.  Биш баламды ашатып –эсереп, тынысландырып йоҡларға һалғас, һаҡ ҡына өҫтәл артына ултырып,  нәҙек кенә ҡәләмем менән  мин дә ошо көрәшкә тотонам.  Үҙемдең яҙмаларым , кисерештәрем, йән әрнешем, кешеләр күңеленә барып етер, уйландырыр, ә бәлки кемделер ошо бәләнән йолоп  ҡалыр  тип өмөтләнәм. Илһам ҡошо миңә  тетрәнеүҙәр, донъяның ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрен еңеп,  сағыу  ҡояш  аша килә. Минең  яҙғандарымды уҡығанығыҙ, китап менән ҡыҙыҡһынғанығыҙ өсөн  ҙур рәхмәт”-  тине ул. 

Йылым ауылында  үткән осрашыу мәсеттә сәй табыны менән  башланды.  Ауылдың   аҡ күңелле  ағинәйҙәре мәсет йортон ысын мәғәнәһендә иман, изгелек һәм мәрхәмәтлелек йортона әйләндергәндәр.  Ундағы  бөхтәлек, таҙалыҡ, йылылыҡ Йылымға килгән  һәр кемде хайран ҡалдыра һәм үҙенә тартып тора.  Ауылда яңы ғына асылған  мәҙәниәт һәм мәғариф комплексы һәр кемдең күңелендә киләсәккә  сикһеҙ ышаныс уята. Зауыҡ менән биҙәлгән мәктәптә  балалар кинәнеп белем ала.  Комплекста  шулай уҡ китапхана , клуб,  фельдшер-акушер пункты урынлашҡан. Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева ошо   йортто кинәнес  менән ҡарап сыҡты, яҙыусы менән осрашыу уҡыусы балаларға ла бик оҡшаны.  Улар яҙыусының төрлө йылдарҙа  яҙылған шиғырҙарын  уҡып ишеттерҙе.  Алып барыусылар  китапханасы Дилә Урал ҡыҙы  һәм  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы  Ғәлиә Рифғәт ҡыҙы  был осрашыуҙы бик йәнле  итеп алып барҙылар , бөтә күңелен биреп  яҙыусының ижадын  китап уҡыусыларға еткерҙеләр.

 Мәктәп директоры  Зилә Риза ҡыҙы Мостафина  яҙыусыға бөтә ауыл исеменән оло рәхмәтен белдерҙе. Ауылдың дәртле ағинәйҙәре лә Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙының күңеленә хуш килде.  Улар был осрашыуға  Бөрйән Йылғанан  ҡыҙын күрергә тип килеп еткән   әсәһе  Заһира апайға үҙҙәренең әхирәттәрсә ҡыуаныуын белдерҙеләр,  “Бигерәк матур бала тәрбиәләгәнһең, ” -тип арҡаһынан ҡаҡтылар.  

 Шул уҡ көндә   ошондай осрашыу   Йомаш ауылында  дауам итте. Ауыл китапханасыһы  Әлфиә Сәмиғулла ҡыҙы , ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе  Гөлсинә Йәноҙаҡ ҡыҙы, уҡытыусылар   ошо осрашыуҙы йәнле, фәһемле итеп үткәреү өсөн бик күп көс һалғандар.  Был осрашыуҙарҙы  үҙенең моңло йыры менән   Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре  Рауил Харрасов  йәмләне. 

Тышта  ҡар ҡатыш  ямғыр яуа, көҙгө болоҡһоу көн… Осрашыуҙан күңеленә йылы алып, йыр-моң, шиғырҙар тыңлап  илһамланған әҙәбиәт һөйөүсөләр  өйҙәренә ашыға.  Өмөт менән, ныҡлыҡ менән,  рух ныҡлығы менән…  Сөнки   кешеләргә кеше  булыр өсөн, йәшәр өсөн  күңел йылыһы, иртәгеһенә ышыныс һәм яныңда   үҙең кеүек изгелеккә, матурлыҡҡа ышанған кешеләр барлығын тойоу  бик кәрәк. Сөнки изгелек, иман һәр ваҡыт  еңәсәк һәм еңергә тейеш.  Тормош законы шул тиклем ҡатмарлы һәм шул тиклем ябай….

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.