Китап уҡыу инсандың йөҙөнә нур, күңеленә шатлыҡ килтерер. - Ризаитдин Фәхретдинов
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Библиографик күрһәткес. Муса Лут улы Мортазин.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана

легендар комбриг, күренекле дәүләт эшмәкәре

 

Баймаҡ- 2011 йыл

ТОРМОШ ЮЛЫ ҺӘМ СӘЙӘСИ  ЭШМӘКӘРЛЕГЕ

  Муса  Лут улы  Мортазин  1891 йылдың 20 февралендә (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа 30 декабрь)  хәҙерге  Учалы районы Көсөк ауылында тыуа. Үҙ ауылында мәҙрәсәлә белем ала. 1912 йылда хәрби хеҙмәткә алына, Алыҫ Көнсығышта уҡсы-артиллерия бригадаһында хеҙмәт итә, унтер –офицер дәрәжәһенә тиклем күтәрелә.  I Донъя һуғышында ҡатнаша.

      Фронттан  революцион идеялар менән һуғарылып ҡайтҡан яугир сәйәси эшмәкәрлеккә сума. Мәскәүҙә үткән Беренсе  Бөтә  Рәсәй мосолмандары съезында, Ырымбурҙа 3-сө Дөйөм башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша. 1918 йылда Башҡортостандың Ваҡытлы Революцион Советына ағза итеп алына, Тамъян-Ҡатай төбәгендә милиция органдары, ауыл советтары ойоштора. Башҡорт партизан отрядына етәкселек итеп, атаман Дутов һәм  Аппенковҡа ҡаршы  һуғыша. Башҡорт милли ғәскәрендә эскадрон командиры, полк командиры сифатында аҡ поляктарға ҡаршы һуғышып, Ҡыҙыл армияның легендар ҡаһармандары рәтендә мәңгелек дан ҡаҙана.

      1920 йылда Граждандар һуғышындағы  батырлыҡтары өсөн июнь айында 12-се армияның  хәрби-революцион советының алтын сәғәте, августа яҙыулы көмөш  ҡылыс, ноябрҙә -Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән билдәләнә. 1921 йылдың декабрендә икенсе тапҡыр  Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була, 30-сы йылдар урталарында уға  өсөнсө мәртәбә Ҡыҙыл Байраҡ ордены бирелә.

      1924-27 йылдарҙа  М.В. Фрунзе исемендәге Хәрби  академияны тамамлай.

      1935 йылдың 2 декабрендә легендар  командир рәсми рәүештә  комбриг дәрәжәһенә лайыҡ була. Әммә ҡәһәрле репрессия  атаҡлы башҡорт полководецы һәм дәүләт эшмәкәре М.Л. Мортазиндың  ғүмерен ҡыйып үтә. Ул 1937 йылдың  31 майында ҡулға алына һәм  27 сентябрендә  СССР  Юғары судының  Хәрби  коллегияһы тарафынан үлем язаһына хөкөм ителә.

      1956 йылда  енәйәт эше булмағанлыҡтан хөкөм ҡарары юҡҡа сығарыла, геройҙың исеме тулыһынса аҡлана. 1967 йылда  наградаларға хоҡуғы  ҡайтарыла.

Әҫәрҙәре

  1. Мортазин, М. Әҫәрҙәр: Очерктар, повесть, мәҡәләләр, документтар һәм фотолар.-Өфө: Китап, 1994.-320 б.

  2. Мортазин, М. Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну// Ватандаш.-1998.-№10,№11,№12; 1999.-№1, №2.

Уның тураһында әҙәбиәт

  1. Бәҙретдинов, С. Үлемһеҙ Муса ағай //С. Бәҙретдинов.Ҡан ҡәрҙәштәр төйәге-Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1998.-б.182-200

  2. Насиров, Р. Яла кеше үлтерә // Р. Насиров. Уҙамандарҙы эҙләйем.- Өфө:Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1997-б. 172-175

  3. Насиров, Р. Алты ҡырлы Мортазин //Ватандаш.- 1999.-№2.-б.127-132

  4. Өмөтбаев, Р. Мәңге хәтерҙә // Р. Өмөтбаев. Осрашыуҙар, юғалтыуҙар.-Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1997- б.122-154

  5. Солтангәрәев  Р., Хамматов Я., Ямалетдинов М. Муса батыр. Повестар, роман.- Өфө: Башҡортостан”Китап” нәшриәте, 1992.- 416 б.

  6. Хөсәйенов, Ғ. Комбриг Муса Мортазин: Тарихи-биографик очерк// Ватандаш.- 2010.- № 12.-б.77-102

  7. Шәкүр, Р. Муса Мортазин //Р. Шәкүр. Арҙаҡлы  башҡорттар.-Өфө: Китап, 2005.-б.189-201

  8. Юлан, А. Легендар комбриг Муса Мортазин //Йәшлек.- 2006.-18 февраль.

  9. Ямалетдинов, М. Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым// М. Ямалетдинов. Бүләк.-Өфө: Китап, 1999.-б.8-124

  

  Ғаиләһе менән, 1925 йыл                                              Башҡорт кавалерия полкы командирҙары менән, 1926 йыл

    “Муса Мортазиндың ғүмер юлы-халыҡ бәхете өсөн көрәш һәм халыҡ  мәнфәғәтенә тоғролоҡ өлгөһө. Милләтебеҙҙең XX  быуат тарихында уны, еңелеү белмәҫ халыҡ  полководецын, яңы дәүерҙең Салауаты  тип атарға хаҡлыбыҙ”

Рәшит  Шәкүр

      “Муса Мортазин бар яҙмышы менән хәрби кеше. Ул ябай һалдаттан алып, I  бөтә донъя  һуғышы, Граждандар һуғышы юлдарын үткән, комбриг дәрәжәһенә күтәрелгән,  юғары хәрби академияларҙа һабаҡ алған  ҙур тәжрибәле һәм юғары белемле командир. Шул уҡ ваҡытта тәбиғәт уға ижади һәләт,  уй-хыял  осҡондарын  да һис йәлләмәгән.”

Ғайса Хөсәйенов

      “Башҡорт ғәскәрҙәре башында  алыҫ Польша сигендә аҡтар менән айҡашып, Совет  Россияһы ҡоралының мәртәбәһен арттырып ҡайтҡандан һуң, аҙ ғына ял итеп алыу урынына, тағы атҡа менеп, тыуған яҡтарында тоҡанып  киткән  болаларҙың эсенә барып инеп, ҡоралы, унан да бигерәк кәңәштәре, өгөт-нәсихәте менән файҙалы өлөш индергән Муса Мортазиндың абруйы республикала тағы күтәрелеп китте.”

  Рәүф  Насиров

      “Урал нәҫеленән булған Муса Мортазин да тирә -яҡты ҡара көстәр, залимдар баҫҡан мәлдә  ирек өсөн, азат Башҡортостан өсөн хаҡ көрәшкә күтәрелгән, “Йәшә, йәшә, милләтем, һиңә булһын хеҙмәтем”, -тип ғәскәрен әйҙәгән. Ер-һыу үлемһеҙлеге, ғәзиз халҡы өсөн ҡортбан булған, әммә намыҫы тере ҡалған”.

Сәлимйән Бәҙретдинов.

“Атайым  музыканы яҡшы аңлай, тауышы ла матур ине.  Унда батыр генерал, нескә артист булмышы, яҡшы күңелле, аҡыллы тәрбиәсе-бар сифаттар ҙа  бергә  ине.”

Шәүрә Мортазина

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.