Башҡорт булыуыңдан ни мәғәнә, Балаларың башҡорт булмағас… - Мәүлит Ямалетдинов
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Бөгөн  Башҡорт халҡының  данлыҡлы мәғрифәтсе-шағиры,  алдынғы фекер эйәһе, 21 –се быуат башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле  һәм яҡты талантлы эшмәкәрҙәренең береһе Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулланың ижадына арналған  район шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте

Шағир ҙа күп ерҙә, йырсы ла күп,

Тик Аҡмулла берҙән- бер  бит ул.

Быуаттарҙан ашып  быуаттарға

Нурҙар сәсеп торор ир бит ул.

Бөгөн беҙҙә  ҙур байрам , йәғни  Башҡорт халҡының  данлыҡлы мәғрифәтсе-шағиры,  алдынғы фекер эйәһе, 21 –се быуат башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле  һәм яҡты талантлы эшмәкәрҙәренең береһе Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулланың ижадына арналған  район шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе , шиғриәт байрамы үтте.

Баймаҡ районының  П-се Этҡол, Байым, Муллаҡай ауылдары Мифтахетдин Аҡмулла  эҙҙәрен һаҡлай. 1892 йылда Аҡмулла Байым ауылында балалар уҡыта, китаптар яҙа. Аҡмулланың Байым ауылында булыуын ауылдың мөғәллиме , аҡһаҡал Әхмәтғази Хаммат улы Байымов иҫтәлектәрендә:  “ Ауыл халҡына һоҫҡо, самауыр, башҡа көнкүреш кәрәк-яраҡтарын төҙәтеп көн итте. Уның бөтә эш ҡоралдары, китаптары, кәрәк-яраҡтары кескәй генә ҡул арбаһында булды. Аҡмулла олатай беҙҙе йыйып алып, үҙенең шиғырҙарын, мөнәжәттәрен уҡып ишеттерә ине,” тип  яҙып ҡалдырған:

М.Аҡмулла 1892-1893 йылдарҙа  беҙҙең районға йыш килгән, сөнки Стәрлебаш мәҙрәсәһендә М.Аҡмулла  П-се Этҡолдан Таһир Дәүләтшин, Байым ауылынан Заһретдин Динебәков, Муллаҡайҙан Ғабдулла Сәйетов менән 4 йыл шәкерттәш , айырым дуҫтар булғандар. Ошо дуҫлыҡ ептәре бөйөк мәғрифәтсенең  беҙҙең яҡтарға килеүенә сәбәпсе булғанда инде. Халҡыбыҙҙың бөйөк улы- мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 185 йыл тулыуға арналған район шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә район һәм ҡаланан килгән 50 гә яҡын бәйгесе ҡатнашып Мифтахетдин Аҡмулланың рухын шатландырҙы.  Уҡыусылар араһында беренсе урынды ҡаланың 2-се мәктәбенән Сәйҙәлиев Йәмил; 2-се урынды  3-сө мәктәп уҡыусыһы Искужина Элина, Түбә ҡасабаһынан Рыбникова Алена; 3-сө урынды   Сыңғыҙ ауылынан Хәмитова  Нәфисә; 3-сө мәктәп уҡыусылары  ҡобайырсы егеттәр -Әнүр, Ғазинур, Таһир Ғүмәровтар, Сәфиуллин Данияр; Кәйепҡолов Ғәбдинур;  Юнысбаева Фирүзә һәм Исхакова Әлиә һәм 1-се мәктәптән Йәнгурзин Ғазинур бүлештеләр.

Ололар араһында Ҡаратал ауылынан килгән “”Йәнгүҙәй  фольклор төркөмө  сағыу сығыштары менән 1-се урынды яуланы, 2-се урынды ҡаланан  Ғәйниямал Ишалина һәм Байыш ауылынан килгән Факиһа Таштимерова бүлешһә, 3-сө урынды  үҙе яҙған шиғыры менән Ишмөхәмәт ауылынан  Хазина Искужина  яуланы.  Бөтә бәйгеселәр ҙә дәртләндереү бүләге һәм дипломдар менән бүләкләнде.

Сәрүәр Иҙелбаева, үҙәк китапхана хеҙмәткәре

 

 

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.