Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде! - Шәйехзада Бабич
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Борис Хәйретдиновҡа-70 йәш


Баймаҡ үҙәк китапханаһының уҡыу залында талантлы яҡташыбыҙ, крайҙы өйрәнеүсе, тарихсы, шағир, яҙыусы, баянсы, йырсы, композитор, ҡобайырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, мәғариф ветераны, үҙенең 70-се яҙын билдәләүсе Батыр Вәлид премияһы лауреаты Хәйретдинов Борис Мөхәмәт улының “Илһамлы ғүмер” исемле ижад кисәһе үтте.
Ижад кисәһендә Борис Мөхәмәт улының ижадташ дуҫтары, коллегалары, ауылдаштары, Баймаҡ район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Байымов Илгиз Хөрмәт улы, Баймаҡ башкорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ишембәтов Ришат Вәкил улы, мәғариф бүлеге начальнигы Зәйнуллин Илдус Әдиф улы, “Ағинәйҙәр”, “Атайсал”, “Йәнгүҙәй” клубы ағзалары, тормош юлдашы Рәсимә Шәһит ҡыҙы ,ейән-ейәнсәрҙәре һәм әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты.
Үҙенең ижады менән Борис Мөхәмәт улы районыбыҙ йылъяҙмаһына яңы биттәр өҫтәне. Тормошта үҙ урынын табып, халыҡ өсөн файҙалы эштәр атҡарып йәшәй яҡташыбыҙ.Һәр йәһәттән яҡташтары алдында йөҙө яҡты. Бына шундай ир-уҙамандары менән илебеҙҙең биле ныҡ.
Был күркәм сарала яҡташыбыҙҙың тормош һәм ижад юлына байҡау яһалды. 2-се Этҡол, Ишбирҙе, Татлыбай ауылдарынан килгән ауылдаштары,уҡыусылары, коллегалары, ҡаланың 3,4 һанлы мәктәптәренән килгән коллегаларының тәбрикләүҙәре сараға йәм һәм мәртәбә өҫтәне.
Борис Мөхәмәт улы шиғырҙарын яттан һөйләгән 4 һанлы мәктәп уҡыусылары Лилиә Иҫәндәүләтова һәм ИнсафЗәйнуллинға шәхсән премияһын тапшырҙы.
Ижад һәм юбилей кисәһендә Борис Мөхәмәт улы ижад иткән йырҙары яңғыраны. Халыҡ ижады йорто янында ойошторолған “Ҡомартҡы” ансамбле етәксеһе Сөмбөл Юлбахтина башҡарған “Саған” йыры һәм “Ҡомартҡы” ансамбле башҡарған йырҙар тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Әлибаев, С. Ә. Бел ҡәҙерен ғүмереңдең : шиғырҙар, йырҙар / Сафуан Әлибай. — Өфө : Китап, 2016. — 352 бит.