Башҡорт булыуыңдан ни мәғәнә, Балаларың башҡорт булмағас… - Мәүлит Ямалетдинов
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған “Хәтер һаҡлаә, хәтер мәңгелек” исеме аҫтында өлкән йәштәгеләр араһында шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе

 

5 май көнө үҙәк китапханала Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған “Хәтер һаҡлаә,хәтер мәңгелек” исеме аҫтында өлкән йәштәгеләр араһында шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте. Бәйгелә районыбыҙҙың төрлө төбәктәренән төрлө йәштәге 32 кеше ҡатнашты.

 

Бәйгеселәрҙең иң өлкәненә 82 йәш ине. Ул-Абдрахман ауылынан Иҙрисова Миңъямал Вәлиулла ҡыҙы. Уның Бөйөк Ватан һуғышына арнап үҙенең шиғырҙарын уҡыуы берәү ҙе лә битараф ҡалдырманы. Һуғыш михнәттәрен үҙ иңдәрендә татыған 80 йәшкә етеп барыусы Буранбаева Кафия (Буранбай), Әбүбәкирова Фәтиха (Ишмөхәмәт) инәйҙәрҙең үҙҙәре ижад иткән шиғырҙары йөрәктәрҙе әрнетте. Шулай уҡ бәйгелә Мостай Кәримдең, Әмир Моратовтың, Абдулхаҡ Игебаевтың, Муса Йәлилдең, Әнғәм Атнабаевтың, Рафаэль Сафиндың йән тетрәткес шиғырҙары яңғыраны. Гран - прины Сыңғыҙ ауылынан Шахморатова Миңзифа (61 йәш) яуланы. 1 урын Иҫке Сибайҙан Баймөхәмәтова Разияға (76 йәш), 2 урын - Төркмәндән Ғилманова Зиләгә (51 йәш), Ниғәмәттән Мурзагалина Әсмәгә (58 йәш) һәм Күсейҙән Игебаева Лилиәгә (31 йәш), 3 урын Кәрешкәнән Йәнтилина Гөлнурға (74 йәш), Семеновскиҙан Мәҡсүтова Альмираға (63 йәш), Урғаҙанан Яҡшымбәтова Бибинурға (63 йәш) бирелде. Еңеүселәргә  дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.