Кеше ике нәмә арҡаһында ҡартаймай: береһе – уның яҡшы эше, икенсеһе – яҡшы һүҙе. - Йософ Баласағуни
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Дәртмәнд (Мөхәмәтзакир Рәмиев)

Дәртмәнд  (Мөхәмәтзакир Рәмиев)

 

Дәртмәнд
 (Мөхәмәтзакир Рәмиев)
 
(1859 - 1921)
 
 

Дәртмәнд
Татар әҙәбиәте классигы, нәшир, меценат, алтын сәнәғәтсеһе,
Дәүләт Думаһы депутаты.

Татар классик поэзияһының күренекле вәкиле Дәртмәнд (Мөхәмәтзакир Мөхәмәтсадиҡ улы Рәмиев) 1859 йылдың 23 ноябрендә Ырымбур губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге  Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы) Зиргән ауылында сауҙагәр ғаиләһендә  донъяға  килә. 1862 йылда (Закирға өс йәш сағында) Мөхәмәтсадиҡ үҙенең бөтә ғаиләһе менән Зиргәндән Орск өйәҙендәге (Баймаҡ районы) Юлыҡ ауылына күсә һәм ошо төбәктә тәүҙә - сауҙа, һуңыраҡ алтын сығарыу эштәре менән шөғөлләнә.

Закир  башланғыс белемде ғаиләлә ала, унан һуң, үҙенән ике йәшкә өлкән ағаһы Шакир менән бергәләп,Баймаҡ районының Муллаҡай мәҙрәсәһендә уҡый. 1880 йылда мәҙрәсәне тамамлағас, Төркиәгә китеп, бер ни  ҡәҙәр ваҡыт Стамбул ҡалаһында йәшәй, төрөк телен, әҙәбиәтен өйрәнә, әҙиптәр менән аралаша, мәҙәниәт мәсьәләләре, матбуғат эштәре менән ҡыҙыҡһына. Закир Рәмиевтың әҙәби ижад эше менән шөғөлләнә башлауы ла ошо йылдарға тура килә.

Матбуғатта ул беренсе  мәртәбә 1903 йылда имзаһыҙ урынлаштырылған “Үткән көндәр” тигән шиғыры менән күренә.

1905 йыл революцияһы ағалы-ҡустылы Рәмиевтарға матбуғат таратыу һәм типография ойоштороу тураһында күптән уйлап йөрөгән пландарын тормошҡа ашырырға мөмкинселек тыуҙыра. 1906 йылдың 21 февраленән улар Ырымбурҙа “Ваҡыт” исемле көндәлек газета һәм 1908 йылдың  ғинуарынан “Шура” исемле әҙәби-ижтимағи журнал сығара башлайҙар. 1918 йылға ҡәҙәр  сығарылған һәм маҡсаты, тотҡан юлы менән буржуаз характерҙа булһа ла, демократик прогрессив идеяларҙы яҡлаған материалдарға үҙ биттәрендә киң урын биргән “Ваҡыт” газетаһы һәм “Шура” журналы татар ижтимағи фекере, мәҙәниәте һәм әҙәбиәте үҫешенә шаҡтай уңай йоғонто яһай. Был газета һәм журналға Ғ.Ибраһимов, Ш.Камал кеүек яҙыусылар актив яҙыша.

Дәртмәнд үҙе лә шағир булараҡ ошо матбуғат органдары аша таныла. 1906-1912 йылдар араһында “Ваҡыт” газетаһы һәм “Шура” журналы биттәрендә уның ҡырҡҡа  яҡын шиғыры донъя күрә.

Дәртмәнд – Рәмиев Октябрь революцияһына тиклем татар донъяһында күренекле урын биләгән абруйлы, мөхтәрәм бер шәхес була. Шағир ҙа ул, нәшир ҙә, Дәүләт думаһына һайланған йәмәғәт депутаты ла, алтын приискалары тотҡан бер бай ҙа.

Тәрән фәлсәфәүи эстәлекле “Караб”, “Беҙ” һәм башҡа шиғырҙары киләсәк өмөт һәм йәшәйеш, яҙмыш хаҡында уйланыуҙарынан тыш, милләткә хеҙмәт итеү рухы менән һуғарылғандар.

Ул , замандаштарын уяу булырға өндәп кенә ҡалмай, ил-караб йүнәлешен дөрөҫ юлға сығарыу, халҡын аң-белемле, мәғрифәтле итеү йүнәлешендә лә ең һыҙғанып арымай-талмай эшләй. Ошо изге маҡсат өсөн ике-өс быуын тир түгеп тапҡан мал-мөлкәтен дә, аҡсаһын да ҡыҙғанмай.

Октябрь революцияһынан һуң Дәртдмәнд, сит илгә ҡасып китмәй, үҙ теләге менән Совет илендә йәшәргә ҡала. Тәүҙә ул ғаиләһе менән Ырымбурҙа  тора, һуңыраҡ Орск ҡалаһына күсә. Ижтимағи тормоштан ситләшһә лә, шиғыр яҙыуынан туҡтамай, үҙ кисерештәрен әленән-әле ҡағыҙға төшөрөп бара.

Дәртмәнд 1921 йылдың 9 октябрендә Орск ҡалаһында вафат була.

Дәртмәндең хәҙергә мәғлүм булған әҙәби мираҫы күләм  яғынан ҙур түгел – ни барыһы мең юл самаһы шиғыр, бер нәҫер (“Сабый”), балалар өсөн ваҡ хикәйәләр һәм бер нисә иҫтәлек – парсанан  ғибәрәт. Ләкин был бәләкәй генә мираҫ үҙенең сәнғәтсә  эшләнеше, эстетик тәьҫир итеү көсө яғынан татар әҙәбиәтенең бер ҡаҙанышы , хазинаһы булып тора.

Дәртмәнд поэзияһы үҙенән һуң килгән күп кенә татар шағирҙары өсөн оҫталыҡҡа өйрәнеү мәктәбе булып хеҙмәт итте.

(ундаң һулға): Закир Рәмиев, Садри Мәҡсуди ҡатыны Камилә (Шәкир Рәмиевтың ҡыҙы)  менән Гәриф, Зәйнәп, Искәндәр – Зәкирҙың  балалары, Әхмәт- Мидхәт – Шәкирҙың улы.

      Рәмиевтар ғаиләһе 1914 йылда Европа илдәрендә ҙур сәйәхәт яһай. Шул ваҡыт Бельгияның Льеж ҡалаһында төшкән фотографияла (ундаң һулға): Закир Рәмиев, Садри Мәҡсуди ҡатыны Камилә (Шәкир Рәмиевтың ҡыҙы)  менән Гәриф, Зәйнәп, Искәндәр – Зәкирҙың  балалары, Әхмәт- Мидхәт – Шәкирҙың улы.

Закирҙең ҡатыны Мәхүпямал. 1893

 

 

 

 

 

Закирҙең ҡатыны Мәхүпямал. 1893

“Шура” журналының беренсе һаны 1908 йылдың 10 ғинуарында  донъя күрә.“Шура” журналының беренсе һаны 1908 йылдың 10 ғинуарында  донъя күрә. Шул көндән башлап, журнал 10 йыл буйына ике аҙнаға бер сығып бара. Журнал үҙенең беренсе һанында иғлан иткән бүлектәрен үҙгәртмәйсә дауам итә, аҙаҡҡы һанына тиклем программаһы үҙгәрмәй. Шағирҙың әҙәби мираҫыШағирҙың әҙәби мираҫы
1909 йылда төшкән фотографияла (һулдаң уңға баҫҡандар): Мәхмүт Ғосманов, фабрикант Хәсән Акчурин, Закир Рәмиев, Әхмәт бай, Ғайса Еникеев, мәҙрәсәгә нигеҙ һалыусыларҙың береһе  сауҙагәр Мәхмүт Хөсәйенов, Габделхәмид Хөсәйенов, яҙыусы һәм нашир Фәтих Кәрими, Зәкир Хәйеров . Беренсе рәттә: Ҡаҙый Нурмөхәммәт Мәмлиев, ҡаҙый  Ғиниятулла Ҡапкаев, каҙый Хәсәнгәта Мәхмүдев-Габәши, дин гесе, мәҙрәсә башлығы Габделғалим Дәүләтшин.

 

 

 

 

 

1909 йылда төшкән фотографияла (һулдаң уңға баҫҡандар): Мәхмүт Ғосманов, фабрикант Хәсән Акчурин, Закир Рәмиев, Әхмәт бай, Ғайса Еникеев, мәҙрәсәгә нигеҙ һалыусыларҙың береһе  сауҙагәр Мәхмүт Хөсәйенов, Габделхәмид Хөсәйенов, яҙыусы һәм нашир Фәтих Кәрими, Зәкир Хәйеров .

Беренсе рәттә:
Ҡаҙый Нурмөхәммәт Мәмлиев, ҡаҙый  Ғиниятулла Ҡапкаев, каҙый Хәсәнгәта Мәхмүдев-Габәши, дин гесе, мәҙрәсә башлығы Габделғалим Дәүләтшин.

Юлыҡ зыяратындығы Рәмиевтарҙың ҡәбер таштарыЮлыҡ зыяратындығы Рәмиевтарҙың ҡәбер таштары

 

 

 

 

Юлыҡ зыяратындығы Рәмиевтарҙың ҡәбер таштары 

 

Караб

Шаулай диңгеҙ …

Ел өрәлер…

Елкәнен киргән караб

Төн үә көндөҙ йөҙәлер

Юл бара, ят ил ҡарап…

Сыҡты елдәр,

Ҡупты тулҡын –

Ил карабын ел һөрә!

Ҡайҙа юлдар,

Ниндәй упҡын,

Тарта беҙҙе йән һорап!

                           

Рәсем

Тәнкәйен аҡ, түшкәйҙәрен киң яратҡан,

Биткәйенең иң осонда миң яратҡан,

Һаҡлар өсөн зифа буйын яман күҙҙән,

Сәскәйҙәрен аяҡ менән тиң яратҡан!

Беренсе апрелдә зыярат  портретен

                    ебәргән “дуҫыма”

Юғарыға ташты ырғытҡан йүләрҙәр.

Үҙ аңҡау баштарын тишеп үлерҙәр.

Тишек тапһаң һиңә япҡан ишектә -

Үҙеңдең йыртыҡ ауыҙыңдан көлөрҙәр.

 

*  * *

Күңел рәнйеше булғанын илдең

                         Һыуыҡтан белде яҙ,

Кем, сәсеп нур, йөрөтөп елдәр шифалы        

                                                                          килде яҙ

Ҡар иреп, ҡырҙар асылды,

                       тауҙан иҫте хуш еләҫ,

Тау вә сәхрәләргә яңы йән биреп,

                                                                          Һирпелде яҙ.

Ҡырҙы, туғайҙарҙы алды

                      яҙғы һыуҙар ташҡыны,

Кем, сәсеп нурҙар шифалы,

                            Йөрөтөп ел, килде яҙ.

Айырылышыу

 

Тәгәрәп-аунап

Буй үҫкән

Тыуған илем, иҫән бул!

Сәс ҡуҙғатып

Яй иҫкән

Таңғы елем, иҫән бул!

Йүгереп-йүгереп

Туҡтаған …

Яулыҡ болғап

Һыҡтаған

Нәҙекәй билем, иҫән бул!

 

Тыуған-үҫкән ер..

 

Атам-әсәм йорто өсөн,

Булһа мең йәнем фиҙа,

Тыуған-үҫкән ерем өсөн,

Һуңғы тамсы ҡаным фиҙа.

* * *

Татарлыҡтан татар һичгарь итәрме,

Кеше үз исмене инкяр итәрме,

Татарлыкта татар  угълы татармын,

Татар түгел димә - башың ватармын.

 

 

 

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.