Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде! - Шәйехзада Бабич
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Ғаилә йылы һәм Ирекмәндәр йылын асыу тантанаһы


8 февраль көнө Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһының уҡыу залында Ғаилә йылы һәм Ирекмәндәр йылын асыу тантанаһы үтте.
Быйылғы йыл Рәсәй һәм республика халҡы оло ваҡиғалар алдында тора. Рәсәй президенты тарафынан 2018 йыл Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы, Башҡортостан республикаһында Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Шулай уҡ мөһим ваҡиғаларҙың береһе- 2018 йылдың 18 мартында Рәсәй президенты һайлауҙары уҙасаҡ. Быйыл мәртәбәле шәхестәре менән дан тотҡан Баймағыбыҙҙың 80 йәшлек юбилейын да билдәләйәсәкбеҙ.
Был матур сараны Ф.Әмирханова етәкселегендәге “Ирандыкские зори” ансамбле дәртле йыр менән асып ебәрҙе. Сарала Баймаҡ район хакимиәтенең халыҡты социаль яҡлау, хәстәрләү һәм ҡурсалау бүлектәре, төбәк-ара ғаилә үҙәге, йәштәр бүлектәренән әйҙәүсе белгестәр ҡатнашты.
Шуныһы ҡыуаныслы, хөкүмәт һәр яҡлап ғаиләләрҙе үҙ ҡурсалауынан ташламай. Әленән әле яңынан яңы закондар, социаль программалар ҡабул ителә. Беҙҙең Баймаҡ ҡалаһында һәм районында ла ярҙамға мохтаж ғаиләләр, йәштәр менән эш эҙмә эҙлекле алып барыла.
Халыҡты социаль яҡлау бүлеге белгесе Мараканова Зөлфиә Рәжәп ҡыҙы был өлкәләге льготалар, субсидиялар тураһында, шулай уҡ студенттарҙы күҙ уңында тотоп, социаль стипендиялар тураһында мәғлүмәттәр еткерҙе. Район хакимиәтенең хәстәрләү һәм ҡурсалау бүлеге белгесе Шаһибалова Гөлсинә Мәхмүт ҡыҙы районыбыҙҙа етемдәрҙе урынлаштырыу, ҡурсалау йәһәтенән ниндәй эштәр алып барылыуы тураһында ентекле итеп һөйләне, тулы булмаған ғаиләләр, үкһеҙ һәм социаль етемдәр статистикаһы менән таныштырҙы. Йәштәр бүлегенең ирекмәндәр менән эш буйынса белгесе Яҡшымбәтов Рөстәм Әсҡәт улы Өфө ҡалаһына барып ирекмәндәр форумында ҡатнашып ҡайтыуҙары, районыбыҙҙа ирекмәндәр ойошмаларының ойошторолоуы тураһында бәйән итте, йәштәрҙең был өлкәлә әүҙемләшә барыуына ҡыуанысын еткерҙе. Уҡыу йорттары араһындағы ирекмәндәр ойошмаһының иң әүҙем ағзаһы, Өфө яғыулыҡ-энергетик колледжының Баймаҡ филиалы студенты Мәҙинә Булатованың сығышы ла бер кемде лә битараф ҡалдырманы. “Кто, если не мы?”- тигән һүҙҙәр менән тамамланған сығышын залдағылар дәррәү ҡул сабыуҙар менән ҡеүәтләне.

Тыуған илебеҙҙең, еребеҙҙең тарихына, уның үҫешенә, проблемаларына битараф булмаған, районыбыҙҙың йөҙө булған, эшенән йәм алыусы ғаиләләр күп. Таулыҡай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сәғәҙәтова Мәхмүзә Сөнғәт ҡыҙы үҙ биләмәһендәге матур өлгөлө ғаиләләр, йәштәрҙең өйләнеп ауылда төпләнеүҙәре, эшҡыуарҙарҙың уңыштары хаҡындағы ғыуаныстары менән бүлеште. Ауылының эшһөйәр ғаиләләренең береһе- Земфира һәм Миҙхәт Үҙәнбаевтар тураһында һоҡланып, уларҙы өлгө итеп һөйләне. Үҙ сиратында был ғаилә балаларҙы бишектән йыр менән, артабан шиғыр, әкиәттәр менән тәрбиәләү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ҡыуанысҡа күрә, Баймаҡ үҙәк китапханаһына килеп үҙе яратҡан темаға әҙәби китаптар алып уҡырға яратҡан ғаиләләр һаны артҡандан арта бара. Үҙҙәре генә түгел, балалары менән килеп үҙҙәре уҡыған тәүге китаптарын ҡулдарына алып күрһәтеүҙәре, китапҡа һөйөү уятыуҙары үҙе ҙур тәрбиә. Сөнки уҡыған кешенең мейеһе шәп эшләй, зиһене байый, фекерләү ҡеүәһе арта.
Сарала ғаиләләре менән китап уҡыусылар ҙа ҡатнашты. Ҡуянтау ауылынан килгән Венера һәм Рәфҡәт Ғайсиндар, мәҫәлән, ғаиләһе менән рус һәм башҡорт телендә сыҡҡан китаптарҙы уҡый. Китапҡа һөйөүҙе атай-әсәйебеҙ тәрбиәләне, әле 93 йәшлек әсәһе М.Шолоховтың “Тымыҡ Дон” китабын йөҙөп уҡыуын әйтеп күптәрҙә һоҡланыу уятты. Был ғаилә аҙнаһына ике тапҡыр килеп китап алмаштырып уҡый. Шулай уҡ иң күп китап уҡыған ғаилә башлыҡтары Борис Хәйретдинов, Ибраһим Мортазиндар ҙа сығыштарында күренекле фекер эйәһе Д.Дидроның “Китап уҡымаған кеше фекерләүҙән туҡтай “тигән фәһемле фекерен еткерҙеләр.
Ғаилә һәм Ирекмәндәр йылын асыу тантанаһында Ишмөхәмәтова Айгөл Рәжәп ҡыҙы етәкселегендә Өфө яғыулыҡ-энергетик колледжы студенттары әүҙем ҡатнашты, борсоған һорауҙарына яуап алды. Китапхана хеҙмәткәрҙәре Сәрүәр Иҙелбаева, Венера Ушановалар сараны алып барыу менән бер рәттән, сарала ҡатнашыусыларҙы тәрбиәүи китаптар һәм журналдар менән дә таныштырҙы.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Әлибаев, С. Ә. Бел ҡәҙерен ғүмереңдең : шиғырҙар, йырҙар / Сафуан Әлибай. — Өфө : Китап, 2016. — 352 бит.