Бәндә бит ул йөктән бөгөлөп төшмәй, Бөгөлә икән – йөгө юҡлыҡтан. - Салауат Әбүзәров
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon халыҡ шағирҙары Назар Нәжми һәм Әнғәм Атнабаевтың оло юбилейҙары айҡанлы район шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте


22 февраль көнө Баймаҡ үҙәк китапханаһында башҡорт әҙәбиәте күгендә йондоҙ булып балҡыусы халыҡ шағирҙары Назар Нәжми һәм Әнғәм Атнабаевтың оло юбилейҙары айҡанлы район шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте. Бәйге 8-11 класс уҡыусылары, йәштәр һәм өлкән йәштәге шиғриәт һөйөүселәр араһында ойошторолдо. Быйыл февраль айында үҙҙәренең халыҡсан, үҙенсәлекле ижады менән халыҡ күңелен яулаған арҙаҡлы шағирҙарыбыҙ Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100, Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 90 йыл тулды. Был оло юбилейҙар бөтә республикала киң билдәләп үтелде,төрлө саралар ойошторолдо.Был сараларҙа бигерәк тә өлкән быуын вәкилдәре бик теләп, әүҙем ҡатнашты, сөнки был шағирҙарҙың шиғри гәүһәрҙәре уларҙың күңелендә мәңгелеккә урын алған, һаман да яратып яттан һөйләнелә. Район шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә 1 –се турҙа еңеүсе 37 кеше ҡатнашты. Улар башҡарыуында юбиляр шағирҙарыбыҙҙың поэмаларынан өҙөктәр, шиғырҙары һәм йырҙары яңғыраны. Сара бик йәнле, ойошҡанлы үтте. Күптәр шағирҙарыбыҙҙың ижадын яҡшы белеүҙәре, бер генә түгел, бер нисә шиғырҙарын яттан тасуири һөйләүҙәре, йырҙарын яратып оҫта башҡарыуҙары менән ҡыуандырҙы.
Бәйгеселәрҙең сығыштары 2 төркөмгә бүлеп баһаланды. Өлкәндәр араһында 1-се урынды Туйсина Мәҙинә (Сыңғыҙ), 2-се урынды Минбагисов Мөхәмәт (Урғаҙа) һәм Ғүмәрова Хәмдиә (2-се Этҡол), 3-сө урынды Биктимирова Хөриә ( Йомаш), Ғатауллина Нурия(Бикеш) һәм Байымов Арсен (1-Этҡол) яуланы. Йәштәр араһында 1-се урын Сәйҙәлиев Йәмилгә (2-се һанлы мәктәп), 2-се урын Мәсәлимова Миңлегөл (Төркмән) һәм Йәнғәлин Иреккә (Ҡолсора), 3-сө урын Үҙәнбаев Данис (Таулыҡай), Искужина Элина (3-сө һанлы мәктәп) һәм Ямалова Миләүшәгә (Темәс) бирелде.
Яратҡан шағирҙарыбыҙ Назар Нәжми һәм Әнғәм Атнабаевтың ижады буйынса үткәрелгән шиғыр һөйләүсәләр бәйгеһе күңелдәргә сағыу бер нур өҫтәп, яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.