Башҡорт булыуыңдан ни мәғәнә, Балаларың башҡорт булмағас… - Мәүлит Ямалетдинов
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Хистәр йәйғорон балҡытып

                                           Хистәр йәйғорон балҡытып

Йылдар үткән һайын һәр кем Еңеү көнөнөң бөйөклөгөн тәрәнерәк аңлайҙыр. Мөхәббәт, ғаилә, бәхет, киләсәк хаҡына күпме юғалтыуҙар аша яуланған бит ул! Шуға ла Бөйөк Еңеү һүҙе генә тә күңелдәрҙе тетрәндерә, һуғышҡа арналған киноларҙы ҡараған саҡта немец илбаҫарҙарын еңгән халҡыбыҙ өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ тойғолары уяна. Шуға күрә был темаға ҡағылмаған бер яҙыусы ла, шағир ҙа юҡтыр. Әсәй берәү булһа ла, уны һәр кем үҙенсә яңғыратҡан кеүек, Бөйөк Еңеү ҙә берәү һәм мәңгелек. 

Күптән түгел район үҙәк китапханаһында йылдағыса Бөйөк Еңеүгә арналған район шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте. Үҙ күҙҙәре менән күрмәһәләр ҙә, олатаһын, ҡартатаһын йотҡан, илгә етемлек килтергән һуғыш һүҙенә нәфрәт, тыуған илебеҙгә һөйөү, яуҙан иренең ҡайтыуын тилмереп ғүмер буйы көткән тол ҡатындарға һоҡланыу һәм башҡа хистәр йәйғоронан торҙо был шиғриәт кисәһе. Унда 28 конкурсант ҡатнашты. Нәфис һүҙ бәйгеһендә Билал ауылы егете, БДУ студенты Заһит Ғүмәров, Р.Сафиндың “Ҡыр ҡаҙҙары” шиғырын тасуири һөйләп оҫталыҡ дәресе күрһәтеп, Гран-приға эйә булды. Афарин! 
Берен урынды Мәҙинә Туйсина (Сыңғыҙ) менән Фәтиха Әбүбәкирова (Ишмөхәмәт) яуланы. Икенсе урындарҙы Гөлнур Раева (Буранбай), Хәлиҙә Фәхретдинова (Таулыҡай), Гөлнара Казарбаева (БЛИ, Кәрешкә ауылынан), Айҙар Кусеев (Баймаҡ), Ирәндек Ишмөхәмәтов (БЛИ) уртаҡлашты. Өсөнсө урындарға Рәшиҙә Фәттәхова (Аҡморон), Айгизә Ишкинина (Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы), Көнһылыу Сөләймәнова (Икенсе Этҡол), Ғәйниәмал Ишалина (Баймаҡ) лайыҡ булды. Байтаҡ ҡатнашыусылар дәртләндереү приздарына лайыҡ булды.
Төрлө телдә яңғыраһа ла, Еңеү барыбыҙ өсөн дә уртаҡ. Сөнки уның милләте юҡ. Еңеү – илебеҙгә тоғролоҡҡа һәйкәл ул!
Айгөл Иҙелбаева.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Әлибаев, С. Ә. Бел ҡәҙерен ғүмереңдең : шиғырҙар, йырҙар / Сафуан Әлибай. — Өфө : Китап, 2016. — 352 бит.