Башҡорт булыуыңдан ни мәғәнә, Балаларың башҡорт булмағас… - Мәүлит Ямалетдинов
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Һуғыш ярып үтте йөрәкте

Һаҡмар ауылында тап ошо исем аҫтында  матур сара үтте. Ул ябай түгел ине. Рәйсә Иҫәнбаеваның “Һуғыш ярып үтте йөрәкте” китабының исем туйы. Ни өсөн Һаҡмарҙа тиһегеҙме? Сөнки китап геройҙары – ошо ауылда ҡасандыр йәшәгән, уның тарихында үҙенең эҙен ҡалдырған кешеләр.

Сығышы менән Иҫәндән булған Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы әле Ниғәмәттә ғүмер итә. “Бала саҡта һаҡмарҙарға ҡарап ғәжәпләнә инем. Был халыҡ ҡайҙандыр ситтән килгән кеүек ине. Йылдар үткәс тойомлауымдың дөрөҫкә сыҡҡанын белдем. Китабымдың ҡайһы бер геройҙарының прототиптары әле лә тере, бәғзеләре ситкә китеп, йылдар үткәс Һаҡмарға кире әйләнеп ҡайтҡан. Әле ундайҙарҙың балалары бында ғүмер итә”, – тип автор китаптың яҙылыу тарихын бер аҙ аңлатып үтте. Ул мәлдә ситтән килеп, бер ауылды хасил иткән халыҡтың күпселеге Илеш районынан булып сыға. Тап шул йылдарҙа Баймаҡ–Илеш дуҫлығына нигеҙ һалына ла инде. “Һуғыш ярып үтте йөрәкте” – ниндәйҙер кимәлдә энциклопедик әҫәр ҙә булып тора. Унда илештәрҙең ҡасан һәм нисек Баймаҡ яҡтарына килеп сығыуы, дуҫлыҡҡа нигеҙ һалыныуы тураһында дөйөм һүҙҙәр менән түгел, ә асыҡ миҫалдар менән бәйән ителә. Әле Ниғәмәттә йәшәүсе Мәжит ағай Ғилемханов шул йылдарҙы хәтергә алды. Ул ата-әсәһен иҫләне, бала саҡта күңеленә уйылып ҡалған хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Китаптың тағы бер геройы – Йылайыр районының “Ауыл уттары”  гәзитенең баш мөхәррире Борис Солтановтың атаһы Ишбулды ағай. Борис Ишбулды улы ла бала сағына бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ауыл старостаһы, сараның бағыусыһы Флүр Мырҙахановтың ғаиләһе ҡасандыр Һаҡмарҙа йәшәп киткән. Уның ата-әсәһе ғүмеренең бер мәлендә кире Дүртөйлөгә ҡайтҡан булған. Тик балалар ғына был ауылды онота алмай. Һәр байрам, каникулда Һаҡмарға ашығалар. Ахыр сиктә ата-әсәһе Баймаҡ яғына кире күсеп килергә мәжбүр була. Тик улар Иҫке Сибай ауылында төпләнәләр. Бына бит йылдар үткәс улдары Флүр Һаҡмарға бөтөнләйгә күсеп ҡайта һәм ауылды күтәрер өсөн үҙенең көсөн һала башлай.

Китап тураһында тәү тапҡыр гәзит биттәрендә “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррир вазифаһын башҡарыусы Гүзәл Салауат ҡыҙы Иҫәнгилдина яҙып сыҡҡайны. Гүзәл Салауат ҡыҙы һаҡмарҙарҙы тәбрикләп, китап, үҙенең Илеш районына барып ҡайтыуы, ул халыҡ менән бәйле ҡайһы бер хәл-ваҡиғалар тураһында бәйән итеп: “Баймаҡ–Илеш дуҫлығы һүҙҙә генә түгел, ул тормошта ла бар. Илештәр беҙҙе һәр саҡ ҡолас йәйеп ҡаршы ала, ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә тора. Баймаҡ–Илеш дуҫлығы – ул сәйәси мәсьәлә түгел, ул – ябай халыҡтар дуҫлығы!” – тине һәм форсаттан файҙаланып: “Һаҡмарҙар, моғайын да, “Һаҡмар”һыҙ ҡалмаҫ. Икенсе ярты йыллыҡҡа һеҙ гәзиткә 100 процент яҙылырһығыҙ, тип өмөт итәбеҙ”, – тип өҫтәне.

“Йәнгүҙәй” ижади берекмә ағзаһы Борис Мөхәмәт улы Хәйретдинов тамашасыларға үҙенең моңло йырҙарын бүләк итте. Һаҡмар мәктәбе уҡыусылары башҡарған дәртле бейеүҙәр бик күптәрҙең күңеленә хуш килде. Бындай күркәм, матур сараны ауыл китапханасыһы Ғәлиә Мәһәҙиева ойошторһа, уны уҡытыусылар Айгөл Урмантаева менән Нурзидә Ниғмәтуллина алып барҙы.

Сараның икенсе өлөшө ауылдың данлыҡлы тыл ветерандарына арналды. Сажидә Исхаҡова, Мөбинә Багаманова, Рауза Ҡылысбаева, Мәрйәм Иҫәнбаева, Ғәлимйән Ильясов, Бәҙиғә Зәйнуллина, Мария Вершининалар Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата юбилей миҙалдары менән бүләкләнде. Уны Темәс ауылы биләмәһе башлығы урынбаҫары И.С. Мырҙабулатов, ветерандар советы рәйесе З.М. Изгин, “Атайсал” клубы рәйесе С.Ғ. Вәлиев, хәрби иҫәпкә алыу буйынса инспектор И.Х. Ҡаҙаҡбаевалар тапшырҙы.

Тамаша тамамланғас, мәктәп ашханаһында килгән ҡунаҡтар өсөн эшҡыуар Флүр Мырҙаханов ҡорбан салдырып, өҫтәл әҙерләтте. Ауыл үҫешенә үҙ өлөшөн индергән мәрхүмдәр рухына бағышланып аят уҡытылды.

Эльмира Харисова.

Автор фотолары.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.