Доняла аҡыллы һәм ырыҫлы булғың килһә китап уҡы, китаптан айырылма, шунда бәхет табырһың. - Нурмөхәмәт Йомрани
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Һүҙҙәрҙең булһын ҡөҙрәтлеһе

Һүҙҙәрҙең төрлөһө була: күңелгә үтеп ингәне, үҙәккә үткәне, бушы, мәғәнәһеҙе, оло ҡөҙрәткә эйә булғаны, батырлыҡҡа этәргәне. Район китапханаһы тарафынан старт алған марафон да юҡҡа ғына “Ҡөҙрәтле һүҙ” тип аталманы. Эйе, был үҙенсәлекле сарала күберәк мәктәп уҡыусылары ҡатнаша, уларға ағинәйҙәр, ауылдың әүҙем, дәрте ташып торған халҡы ҡушыла. Улар үҙҙәренең яратҡан әҙибен, шағирын данлайҙар. Шиғырҙарын уҡыйҙар йәиһә ятҡа һөйләйҙәр, әҫәрҙәрен сәхнәләштереп күрһәтәләр.

Эйе, күпселек ауылдарҙа хореограф та, йыр белгесе лә юҡ кимәлдә. Унда был ролде уҡытыусы йә китапханасы үтәй. Әммә халҡы дәртле: уларҙа ташып торған көс-ғәйрәткә һоҡланмау мөмкин түгел. Кәртә-ҡурала аҫралған малын да ҡарап өлгөрәләр, репетицияларға ла ашҡынып киләләр. Был яҡтан әбделкәримдәрҙән өлгө алырға мөмкин. “Һүҙ ҡөҙрәте” эстафетаһын ишбирҙеләрҙән ҡабул итеп, үҙҙәрендәге сараны ике әҙипкә – ауылдаштары Хәбибулла Ғәбитов һәм Әбделкәримдә эшләп, йәшәп киткән Әмир Моратовҡа арнаны.

“Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, шағир, телсе, фольклорсы Хәбибулла Ғәбитов 1886 йылда тап Әбделкәримдә донъяға килгән. “Рәсүлиә”, “Ғәлиә” мәҙрәсәләрендә белем алған. Беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән фольклорҙы һаҡлап ҡалыуҙа бик мөһим эштәр башҡарған”, – тигән был һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе беҙгә Әбделкәрим мәктәбендә ойошторолған музейҙа бирҙеләр. Артабан мәктәп фойеһында уҙғарылған сарала ауыл халҡы менән бер рәттән уҡыусылар, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм дә ҡырҙан килгән ҡунаҡтар көтә ине.

Күркәм кисә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре башҡарған йыр менән тағы ла нығыраҡ йәнләндерелде. Юҡҡа ғына балаларҙы  тормош биҙәге тип әйтмәйҙәр бит! Унан үҫә килешлек принцибы менән һүҙ 2-се класс уҡыусыларына бирелде. Уларҙы 3-сө, 4-се, ... 11-се класс уҡыусылары алыштырҙы. 4-селәр өҙҙөрә баҫып бейене, 7-селәр иһә тула һуғып күрһәтте.

Марафондың икенсе өлөшө фронтовик-яҙыусы Әмир Моратовтың ижадына арналды. Килгән ҡунаҡтар араһында әҙиптең ҡыҙы Флүрә Бураншина ла бар ине. Флүрә апай хәтирәләргә бирелде. Бала сағын, ундағы атайҙың ролен, абруйын тәфсирләп һөйләне. Ниндәйҙер мәлдә йөрәген өткән һағыныу тойғоһо күҙ йәштәре булып та тамды. Айырыуса атаһының шиғырҙарын ул йәшкә мансылған күҙҙәрен һөртә-һөртә уҡыны. Һәм әсәһе фотоһүрәттәр менән тулыландырған албомды Әбделкәрим ауыл китапханаһына бүләк итте.

Һәр сараның ойоштороусылары ла була. Был йәһәттән Әбделкәримдә ауыл китапханасыһы Гөлниә Хәлфетдин ҡыҙы Алчинова менән мәктәп китапханасыһы Айгөл Йәмил ҡыҙы Булатовалар йәнле итеп алып барҙы.

Жюри рәйесе, район китапханаһы директоры Л.Ҡ. Дәүләтшина әбделкәримдәргә һоҡланыу һүҙҙәре еткерҙе. Х.Ғәбитов ижадына, тормош юлына байҡау яһаны, Ә.Моратовты хәтергә алды.

Әбделкәрим ауыл биләмәһе халҡы һөлгөгә Әмир Моратовтың: “Эй, телгенәм, минең телгенәм, батыр, алғыр, яугир телгенәм”, – тигән һүҙҙәрен нағышлап, аҡморондарға тапшырҙы.

Эльмира Харисова.

Автор фотоһында:

7-се класс уҡыусылары тула һуға.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.