Бәндә бит ул йөктән бөгөлөп төшмәй, Бөгөлә икән – йөгө юҡлыҡтан. - Салауат Әбүзәров
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Ихласлыҡ нуры сәскән күңел байрамы

“Тыуған яҡтарыма ҡайтыр инем
Аяҡтарым талһа имгәкләп...”
17 октябрҙә Баймаҡ районы халыҡ ижады үҙәгендә оҫта һәм үткер ҡәләмле һүҙ маһиры, әҙәбиәтебеҙҙең ағинәйе Таңсулпан Ғариповаға 70 йәш тулыуы айҡанлы бик күркәм ижад кисәһе, ә 18 октябрҙә уның тыуған ауылында “Күсей ауылы феномены” тип аталған фәнни-ижтимағи кәңәшмә үтте.
Ихласлыҡ нуры сәскән күңел байрамы
Әҙибәнең күңел байрамында ҡәләмдәштәре, ижадташтары, рухташтары – С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Ринат Камал, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, һабаҡташы, БДУ профессоры, филология фәндәре докторы Ғиниәтулла Ҡунафин, билдәле яҙыусы, шағир, журналистар, республика матбуғаты хеҙмәткәрҙәре - Рәлиф Кинйәбаев, Әхмәр Үтәбай, Мөнир Ҡунафин, Гөлназ Ҡотоева, Салауат Әбүзәр, Рәшиҙә Мәһәҙиева, З.Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова, “Башҡортостан” телевидениеһы мөхәррире Хәбирә Хәмиҙуллина, Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Таңһылыу Ғәйнуллина, А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры артистары – Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмилә Хоҙайғолова, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин, әҙибәнең туғандары, ауылдашы, ҡурай стелаһы авторы Миҙхәт Байрамғолов, шулай уҡ районыбыҙҙың әҙәбиәткә ғашиҡ яҡташтарыбыҙ ҡатнашты. Кисәлә Таңсулпан Ғарипованың әҫәрҙәренән өҙөктәр, ул ижад иткән шиғырға йыр яңғыраны, театр артистары тарафынан пьесаларынан өҙөктәр сәхнәләштерелде.
- Таңсулпан Ғарипова матур ғаиләлә тыуған – атаһы колхоз төҙөгән, әсәһе уҡытыусы булған. Ҙур яҙыусы булһа ла, яҡташыбыҙ ябайлығы менән дан алған. Бөгөнгө залдың тулылығы халыҡтың уға ҡарата һөйөүен белдерә, - тип сығыш яһаны район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов. Кисәне йәмле һәм йәнле итеп алып барыусылар Ләйсән Солтанғолова һәм Әлфир Заманов әҙибәнең яҙмыш һуҡмаҡтарына сәйәхәт ҡылды. Тыуған ауылы Күсей, юғары кластарҙа белем алған Түбә, хеҙмәт юлын үткән Сибай, Учалы төбәктәренән вәкилдәр юбилярҙы ихлас ҡотланы, матур-матур бүләктәргә күмде. Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрының Ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе. Кисәлә “Бөйрәкәй”ҙе кино итеп төшөрһөндәр ине”, “Т.Ғарипова халыҡ яҙыусыһы исеменә лайыҡ” тигән тос фекерҙәр яңғыраны. Улар яҡын киләсәктә тормошҡа ашып, яҡташыбыҙҙы тағы бер нисә баҫҡысҡа күтәрер, тип ышанабыҙ.
Кисәнән алған онотолмаҫ тәьҫораттарҙың йылыһы тағы тиҫтә йылдарға етеп, башҡорт әҙәбиәтендә тәрән эҙ ҡалдырған Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәп Биишева сылбырын дауам итеүсе күренекле яҙыусы, драматург, һаман да илһамлы ижади үҫеш юлында булған Таңсулпан апайҙың 80, 90, 100 йәшлек юбилейҙарын да байрам итергә, уны халыҡ яҙыусыһы булараҡ ололарға яҙһын. Кисәнең ҡайтауазы булып ауылдашын хөрмәтләргә тип баш ҡаланан ҡайтҡан Миҙхәт Байрамғоловтың шиғыр юлдары ҡолаҡта яңғырап торғандай:
Һин дә Күсей ҡояшы булып
Сәс нурыңды беҙгә, Таңсулпан!

Феномен булырлыҡ шул!
Баймаҡ районы хакимиәте менән берлектә “Ватандаш” журналы редакцияһы ойошторған тәүге фәнни-ижтимағи кәңәшмә Күсей ауылында үтте. Киләсәктә ошондай сараларҙы йышыраҡ үткәреп, арҙаҡлы шәхестәре менән дан тотҡан ауылдарҙың феномен булыу үҙенсәлектәрен өйрәнергә уйлауҙары хаҡында белдерҙе яҡташыбыҙ, журналдың баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева. Кәңәшмәне район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина асты. Күсей ауыл биләмәһе башлығы Сәриә Йыһаншина, ҡунаҡтарҙы сәләмләп, юбилярға башҡорт халыҡ кейеме - камзул бүләк итте.
- Феномен – һирәк осрай торған ғәҙәти булмаған күренеш, тигәнде аңлата. Шул тиклем күп талантлы кешеләрҙе бер ауылдың бирә алыуы ҡайҙан килә? Ауылдың алтын өҫтөндә ултырыуынанмы? Шул хаҡта асыҡтан-асыҡ һөйләшәйек әле, - тип өндәште Рәшиҙә ханым.
Күсей мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Илүзә Латыпова ауыл тарихын, мәҙәниәтен, ерлектең төп күрке булған айырым кешеләрен тәрәндән өйрәнгән.
- Күк Ирәндек тауҙарына һыйынып ултырған Күсей ауылы - Баймаҡ районының боронғо ауылдарының береһе. - тип башланы ул сығышын. - Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, ауылға нигеҙ 1750 йылдарҙа Күсей исемле ҡарт тарафынан һалынған. Ул был яҡтарға юғалған йылҡыларын эҙләп килеп сыға. Хәҙер ауыл ултырған ерҙә йылҡыларын табып, матур тәбиғәтле иркен ерҙәрҙе оҡшатҡан Күсей ҡарт ғаиләһен күсереп алып килә һәм нигеҙ ҡороп, йәшәп китә. Унан таралған тоҡомдар ауылда әле лә йәшәй.
Артабан Илүзә Мөхәмәт ҡыҙы Күсей ауылын йырсылар, ҡурайсылар, сәсәндәр, ғалимдар, төҙөүселәр төйәге булараҡ асты. 1846 йылда Сибай кантон Ырымбурҙа Карауанһарайҙы һалыу тантанаһында ҡатнашып, үҙе менән бергә ҡурайсы, сәсән, көрәшсе Ибраһимов Бирғәле сәсәнде лә алып барған. Бирғәле сәсән сәсәндәр бәйгеһендә ҡаҙаҡ аҡыны менән әйтештә лә, көрәштә лә еңеп сыҡҡан. Күренекле рус этнографы, фольклорсы Сергей Рыбаков “Урал буйлап башҡорттар араһында” исемле очергында: “Бирғәле – иң данлыҡлы ҡурайсыларҙың береһе”, - тип, ә уның ағаһы Петр Рыбаков: “Бирғәле – башҡорт шағиры, йырсы-импровизатор”,- тип билдәләгән. Улар атаҡлы сәсәндән бик күп халыҡ йырҙарын яҙып алған. Ауылда бала сағынан көтөүсе булып йөрөгән Хәмит исемле егеттең ҡурайсы тигән даны бик тиҙ тирә-яҡҡа тарала. 1923 йылдың йәйендә РСФСР хөкүмәте Мәскәүҙә халыҡ хужалығы күргәҙмәһе (ВДНХ) ойоштора. Темәс ауылынан Әбүбәкер Хөсәйеновҡа Башҡортостан делегацияһына етәкселек итеү бурысы йөкмәтелә һәм оҫта бейеүсе, йырсы, ҡурайсыларҙы һайлап алып, күргәҙмәлә ҡатнашырға тәҡдим ителә. Әбүбәкер Хөсәйенов ҡурайсы итеп 19 йәшлек Күсей ауылы ҡурайсыһы Хәмит Әхмәтовты алып бара. Йәш егеттең ҡурай моңо төрлө милләт вәкилдәрен таң ҡалдыра. Күргәҙмәнән ҡайтҡас, Хәмит Әхмәтов Башҡорт академия драма театрына ҡурайсы итеп саҡырыла. Бында байтаҡ эшләгәндән һуң, Баймаҡ колхоз-совхоз театрында, 60-сы йылдар аҙағында Сибай драма театрында эшләй. Уға “БАССР-ҙың халыҡ артисы” исеме бирелә. Башҡортостан Композиторҙар союзы Хәмит Әхмәтовтан 34 халыҡ көйөн магнитофон таҫмаһына яҙып ала. Башҡорт йырҙарын быуындан-быуынға тапшырыусы хөрмәтенә Күсей ауылы урамдарының береһе мәшһүр ҡурайсының исемен йөрөтә.
1923 йылдың йәмле май айында Күсей ауылында Таһир һәм Сәхибъямал Миңлеғоловтар ғаиләһендә ир бала донъяға килә. Уға Тәфтизан тип исем ҡушалар. Етеҙ, сос Тәфтизан 11 йәшенән Ишбирҙе руднигына ҡараған Тимерйән шахтаһына эшкә төшә. Атаһы үлгәндән һуң, туғандарын ҡарауҙа әсәһенең ҙур ярҙамсыһы була ул. 1941 йылдың декабрь айында Тәфтизан Миңлеғолов Совет Армияһы сафына алынып, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында дошманға ҡаршы көрәшә. Яуҙа үҙен һынатмай Күсей егете: уның күкрәген Ҡыҙыл Йондоҙ, 2 дәрәжә Ватан һуғышы ордендары биҙәй. Башҡорт атлылары Липецк өлкәһен, Украина, Белоруссия ерҙәрен фашистарҙан азат итеүҙә ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Миномет расчеты командиры Тәфтизан Миңлеғолов Белоруссияның Гомель өлкәһендәге Черныш һәм Усохи ауылдары өсөн барған ҡаты һуғышта дошман тылына үтеп инеп, фашистарҙың бер нисә миномет батареяһын сафтан сығара, автоматтан ут асып, ике тиҫтәгә яҡын дошман һалдатын юҡ итә һәм батырҙарса һәләк була. 1944 йылдың 14 ғинуарында СССР-ҙың Верховный Советы Президиумы Указы менән Тәфтизан Таһир улы Миңлеғоловҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Геройҙың исеме онотолмай: ауылдың иң ҙур урамы уның исемен йөрөтә, йыл һайын Тәфтизан Миңлеғолов кубогына спорт ярыштары үткәрелә. Башланғыс класс уҡыусылары йәш тәфтизансылар сафына алына. Мәктәп бинаһына герой иҫтәлеген мәңгеләштереп таҡтаташ ҡуйылған.
Күсей ауылы шулай уҡ Башҡортостанда ғына түгел, уның сиктәрендә лә билдәлелек яулаған атаҡлы ғалим, атҡаҙанған уҡытыусы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Ушинский миҙалы кавалеры, “Әлифба” китабы авторы Абдрахман Ғәлләмов менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Абдрахман Ғәлләмов бик күп дәреслектәр, методик ҡулланмалар, башҡорт мәктәптәре өсөн фонохрестоматия, урта мәктәптәр һәм педагогия училищелары өсөн туған тел буйынса дәреслектәр авторы. Уның иң күренекле хеҙмәттәренең береһе – “Әлифба” китабы. 1974 йылда Лейпциг ҡалаһында уҙғарылған күргәҙмәлә был китап беренсе дәрәжәле дипломға лайыҡ була. Ауылдың иң матур урамы, мәктәп музейы ғалим исемен йөрөтә, мәктәп бинаһына уға бағышланған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Йор һүҙле, зирәк аҡыллы сәсәндәр төйәгендә сәсәнлек традицияларын дауам итеүсе, бай телле шағир тыумаһа, ғәжәп булыр ине. 1930 йылдың 2 июлендә Күсей ауылында буласаҡ шағир Абдулхаҡ Игебаев донъяға килә. Йәнтәл тауының сирәмендә тәгәрәп уйнап, Төпкөл ҡоҙоғоноң тәмле һыуын эсеп, Ташкисеү йылғасығын оло диңгеҙҙәй күреп яратып үҫеп килгән малайҙы яҙмыш елдәре Темәс балалар йортона илтә. Темәс педучилищеһын, һуңынан Өфө пединститутын тамамлауға Абдулхаҡ Игебаев талантлы йәш шағир булып таныла башлай. Яғымлы, һутлы һүҙле, ололар өсөн дә, балалар өсөн дә ижад итеүсе шағирҙың һәр шиғырын халыҡ яратып ҡабул итә. 1954 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти Абдулхаҡ Игебаевтың тәүге шиғырҙар йыйынтығын сәләмләп, уға юғары баһа бирә. Ысынлап та, уның шиғырҙарының һәр юлы йырлап тора. Шуғалыр ҙа Абдулхаҡ Игебаев шиғырҙарына бик күп йырҙар яҙылған. Ғүмере буйына Баймағым, Күсейем, туған телем, йәнтөйәгем тип йән атып, янып-дөрләп йәшәгән шағирыбыҙҙың рухи йәдкәре һәр кемебеҙгә лә ҡәҙерле. Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры, Салауат Юлаев, Ғәлимов Сәләм исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Абдулхаҡ Игебаев ауылдаштары өсөн дә иң ҡәҙерле шәхес.
Йырлы-нурлы Күсей ерендә моңдо, матурлыҡты яратып, изгелеккә табынып йәшәгән ғаиләлә тәрбиәләнгән күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бирғәле сәсән нәҫеленән булған Таңсулпан Ғарипованың атаһы – Күсей ауылының билдәле йырсыһы, ҡурайсыһы була, ә әсәһе – ауылдың тәүге уҡытыусыһы Әсмә Баймырҙина. Мәктәптә тәүге уҡытыусы хөрмәтенә бюст ҡуйыған. Яҙыусының “Бөйрәкәй” романы, сәхнә әҫәрҙәре, бигерәк тә “Китмәгеҙ, торналар!” ,“Ғилмияза”, “Тәңкәле ҡыҙ” драмалары, “Ямғыр көткәндә” комедияһы халыҡ тарафынан бик яратып ҡабул ителде. Ә “Ялан сейәһе”, “Еҫлегөл” хикәйәләрен, “Ай менән ҡояш бер генә”,“ Илекәй” повестарын айырыуса яратып, ҡат-ҡат уҡыйҙар. Яҙыусының тыуған төйәген өҙөлөп яратыуы хикәйәләре, повестары телендә күренә. Шулай уҡ Таңсулпан Хизбулла ҡыҙының күңеле мөлдөрәмә тулы йыр-моң булып, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыуы барыһына ла билдәле.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, уҡытыусы, һәүәҫкәр рәссам Миҙхәт Байрамғолов та – Күсей ғорурлығы. Ул оҙаҡ йылдар Иҫәнбәт, Күсей, Әхмәр ауылдарында уҡытыусы булып эшләй. Бик матур итеп һүрәт төшөрөп, уҡыусылары күңелендә матурлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләүсе булып таныла. Һүрәттәре 1960 йылда Өфөлә, 1961 йылда Мәскәүҙә күргәҙмәлә ҡатнаша. 1968 йылда Төркмән ауылына күсеп килә һәм балалар уҡытыуын дауам итә. Арҙаҡлы ҡурайсы Ғата Сөләймәновтың музейын булдыра. 1993 йылдың 12 июнендә Төркмән ауылы янындағы Туғажман тауы башына ҡуйылған Ҡурай стелаһы өсөн ул халыҡ-ара ЮНЕСКО ойошмаһының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Миҙхәт Байрамғоловтың тыуған яҡ тәбиғәтен сағылдырған картиналары юғары сәнғәт өлгөләренә тиң.
Күсей - бейеүселәр ауылы ла. Балетмейстер-хореограф, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәүҙәт Зәйнулла улы Бикбирҙин - бейеү сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән атаҡлы бейеүсе. Ул һалған “Ҡара тауыҡ”, “Сонайым” ,“Игеҙәков”, “Күсей зимактары”, “Ҡара юрға” ,“Әмин һәтеүе” һәм башҡа бик күп бейеүҙәр һаман да сәхнәләрҙән төшмәй.
Отставкалағы милиция полковнигы, СССР эске эштәр министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы эске эштәр министрлығының Почетлы хеҙмәткәре Рәил Асҡаров граждандарҙың тыныс тормошо өсөн күп көс һалыусы тәртип һаҡсыһы булараҡ танылды.
Оҙаҡ йылдар балалар уҡытып, ҡабатланмаҫ йырҙар ижад иткән композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Юлай Моратов яҡташтары күңелендә мәңге һаҡланасаҡ. Күсей ҡыҙы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, актриса Зифа Ғаяз ҡыҙы Баязитова сәхнәлә барлыҡҡа килтергән образдарының сағыу һәм ҡабатланмаҫ булыуы менән киң билдәле.
Әлеге көндә йәш ғалимдарҙың, йырсыларҙың, барлыҡ ғүмерен мәғарифҡа арнаған атҡаҙанған уҡытыусыларҙың, атҡаҙанған төҙөүселәрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Бына улар - филология фәндәре кандидаты Гөлсирә Имамова, иҡтисад фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты уҡытыусыһы Фәйрүзә Абдуллина, филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты уҡытыусыһы, филология факультетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса декан урынбаҫары, доцент Наилә Ласынова, филология фәндәре кандидаты Рәзилә Исхаҡова. Улар бөгөнгө көндә атаҡлы ғалим Абдрахман Ғәлләмов юлын дауам итеүселәр.
Мәҙинә Нәҙербаева, Рәүилә Диңгеҙбаева, Мәғзүрә Баязитова Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусылары булып танылған. Йырсы-композитор, “Башҡорт йыры-2016” республика йыр-моң бәйгеһендә 3-сө урын яулаусы Илдар Абдуллин, ”Ирәндек моңдары–2016” төбәк-ара халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһендә 2-се урынға лайыҡ булыусы Әлфир Заманов үҙҙәренең тап Күсей егеттәре, данлы тоҡомдо дауам итеүселәр икәнлектәрен әллә күпме йыр-моң конкурстарында еңеп сығып иҫбатланы. Илдар Абдуллин Абдрахман Ғәлләмовтың, Әлфир Заманов Социалистик Хеҙмәт Геройы Мәсәғүт Замановтың ейәндәре.
Тыныс хеҙмәт эшсәндәре – “Халыҡтар дуҫлығы” ордены кавалеры, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған төҙөүсеһе Азамат Байназаров, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүселәре – Мозафар Мусин, Әхмәтйән Исламғолов, Шамил Ҡыуатов. Ауылдың бына ниндәй алтынға тиң ул-ҡыҙҙары булған һәм бар!
Тап Күсейҙә һәр төрлө талант эйәләренең күплеген төрлөсә фаразлап аңлатыусылар бар. Ҡайһы берәүҙәр белдереүенсә, ауылды һәр яҡтан Ирәндек тауҙары уратып алғанлыҡтан, ул соҡор эсендә ятҡан кеүек, ә бөтә шишмәләр ҙә Ирәндек башынан урғылып төшөп, ауылға тик ыңғай энергетика килтерә, һәм Күсей ошо ыңғай нурҙар солғанышында йәшәй, тигән фекерҙә булһа, бәғзеләр: “Аяҡ аҫтыбыҙ таш түгел, алтын ғына”, - тиеүселәр ҙә бар. Нимә генә тигәндә лә, таштары тарих һөйләп, һәр ҡылғаны йыр көйләп торған Күсейҙә тыуып үҫ тә, шағир йә яҙыусы булмай ҡара ла, йырламай-бейемәй ҡара!
Бәрәкәтле Күсей ере тағы яңы таланттар асыр, күңел ҡушҡан эште яратып башҡарып, тыуған ерен, ауылдаштарын, Ватанын һөйөндөргән арҙаҡлы шәхестәрен илебеҙгә бүләк итер әле.
Илүзә Мөхәмәт ҡыҙының һәр шәхескә ҙур иғтибар биреп әҙерләнгән бындай төплө сығышын барыһы ла ихлас алҡышланы. Артабан Өмөтбай мәктәбе уҡытыусыһы, тарихсы Айҙар Мәжитовтың Б.М.Пискуновтың “Башҡорт ғәскәрҙәренең ҡыҙылдар яғына сығыуы” картинаһына үҙенең фараздары менән төплө аңлатма биреп, уның дөрөҫлөккә тап килмәүен раҫлаған фекерҙәре ҡунаҡтарҙың иғтибарын йәлеп итте. Айҙар Рәис улы Муса Мортазин шәхесен төптән асты, Смоленск полкы менән алыштың сәбәптәрен асыҡланы. Ҡыҙыҡлы фараздарға бик бай был сығыш хатта диссертация эшенә торош итә.
Филология фәндәре кандидаты, доцент, БДУ-ның Сибай интституты филология факультеты деканы урынбаҫары Наилә Ласынова Күсей ауылының ер-һыу атамаларына ҡылыҡһырлама бирһә, иҡтисад фәндәре кандидаты, БДУ-ның Сибай институтының иҡтисад һәм финанстар факультеты доценты Фәйрүзә Абдуллина Күсейҙең алтынға тиң төйәк икәнен образлы фекер түгел, ә ысынлап та алтын өҫтөндә ултырған ауыл булыуын иҫбатланы. 1992 йылда Күсей ауылы янында табылған 5 кг яҡын самаһы ауырлыҡтағы алтын “Ирәндек айыуы” исеме алып, республика Милли музейында һаҡланыуын хәбәр итте. Уны Радик Үтәғолов атлы егет табып ала. Уның килеп сығыу тарихын төрлөсә фаразлайҙар. Имеш, 1557 йылда башҡорттар Иван Грозныйға самородок бүләк итмәксе булып юлға сыға һәм уларға юлбаҫарҙар һөжүм итә. Алтынды бер башҡорт ергә күмеп өлгөрә. Икенсе фараз буйынса бер геолог “Ирәндек айыуы”на оҡшаған самородок табып ала ла тейешле органдарға тапшырырға тип юлға сыҡҡан еренән эҙһеҙ юғала – хатта атын да таба алмайҙар. Рәшиҙә Мәһәҙиева: “Алтын бер ваҡытта ла тыныслыҡ бирмәгән. Ауылдың көнитмеше лә, трагедияһы ла шуның бәйле булған”, - тип һығымта яһаны. Таңсулпан Ғарипова йәмғиәттә шау-шыу ҡуптарһа ла, составы яғынан алтындың зарарлы таш булыуын, ул булған ерҙә терегөмөш һәм башҡа зарарлы элементтарҙың күп булыуы һөҙөмтәһендә был төбәктә ир-егеттәрҙең оҙаҡ йәшәмәүен, шуға ла ауылды килендәрҙең тотоп тороуы хаҡында бәйән итте. “Тыуған ерҙе нисек бар – шулай ҡабул итәһең. 1924 йылда әсәйемде Әбүбәкир Хөсәйенов байҙарҙың балаларын уҡытырға тип алып килә. Аҙаҡ совет мәктәбе асылғас, әсәйемде бында уҡытырға саҡыралар. Атайым менән осрашып ҡауышырға насип булғас, мин дә тыуғанмын. Хоҙай һәләт биргән икән, мин уны алтындан күрмәйем. Заманында “Алтынлы ерҙеңаһ-зары” тигән мәҡәлә лә яҙғайным. Алтын өҫтөндәге ауылда йүнле юлдар юҡ – алтын эҙләп артынса харабалар ғына ятып ҡала. Беҙ йәш саҡта сейәгә йөрөгәндә әсәйҙәребеҙ беҙҙе шунда төшөп китмәһен тип ут йотоп ултыра торғайны. Ер-һыуҙы белмәгән мәрйәләрҙең төшөп китеп үлгән саҡтары ла күп булды. Бындағы халыҡтың талантлы булыуы генетик хәтерҙән, боронғолоҡтан килә. Халыҡты - ауыҙ-тел ижадын, традицияларын һаҡлаған ерҙәрҙә балалар бөтәһен дә белеп үҫә. Күсей – данлыҡлы ҡурайсылар, йырсылар, бейеүселәр. Сәсәндәр төйәге. Әммә һәләтле булыу бер, уны үҫтерә лә белергә кәрәк. Абдулхаҡ Игебаевты ғына алайыҡ. Ул етем булып ыҙалыҡ менән үҫә. Әгәр ҙә ныҡышып уҡымаһа, юғалып та ҡала ала ине. Ул Хоҙай биргән талантын ныҡышып үҫтергән шәхес. Беҙ уның ижады аша Күсейебеҙгә, уның иҫ киткес тәбиғәтенә һоҡланып үҫтек. Күсейҙе донъяла тиңдәше булмаған хозур ожмах, бында ғына турғайҙар таҡмаҡ әйтәлер, тип уйлай инек.
“Ауылға шағир ҡайтҡан”, - тигәнде ишетеп, беҙ, ҡыҙҙар, сәскәләр йыйып алып ҡайттыҡ. Кис еткәс, һуғышта күҙһеҙ ҡалған, таяҡҡа таянған Батыр Вәлидте етәкләп килтерҙеләр. Беҙ уның һөйләгәндәрен шундай ихлас тыңланыҡ, хатта уның һуҡыр күҙҙәренән йәштәр атылып сыҡты. Беҙ уның һәр һүҙен илаһи донъя итеп ҡабул итеүебеҙ уның ғүмерен оҙайтҡандыр.
Шулай уҡ Абдулла Солтановты алайыҡ. Ул кәүҙәгә мөсһөҙ, ҡураныс ҡына кәүҙәле була торғайны. Ә бит һандуғасҡа һайрар өсөн ҙур кәүҙә кәрәкмәй. Үҙендәге Хоҙай Тәғәлә һалған миссия үҙенеке түгел, халыҡтыҡы икәнен аңлағанға күрә ул үҙен һаҡлай, халыҡ йырҙарына яңы һулыш өҫтәне. Кеше үҙенең һәләтен үҙе бейеккә лә күтәрә, ергә лә күмә ала. Йәки Йәүҙәт бикбирҙин ниндәй оҫта бейеүсе ине. Ҡыҙғаныс, хәҙер күптәр уның бейеүен башҡарғанда авторының исемен әйтмәй, шулай итеп халыҡ яйлап онотасаҡ бит. Күсей ауылының феномены бар, ләкин ул алтынға бәйле түгел. Был урындың халыҡ рухын һаҡлауы менән көслө.
Миңә лә берәү ҙә үҫергә тура юл һалып ҡуйманы. Бер икмәк алып китер өсөн 25 км алыҫлыҡтағы Түбәгә йөрөп уҡырға тура килде. Бер саҡ иптәштәремдән айырылып һуңға ҡалдым да, икмәкте ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып Түбәгә юлға сыҡтым. Ноябрь. Темәс ауылы айырсаһына еткәс, ҡараңғы төштө. Ике яҡта ла ер ҡап-ҡара итеп һөрөлгән. Саҡ ҡына ситкә төшөп киттеңме – аҙашаһың тигән һүҙ. Мин аҙашмаҫ өсөн Темәс айырсаһынан Түбәгә тиклем юлда имгәкләп үттем. Ҡулым менән ерҙе тойоп барыуым арҡаһында дөрөҫ юлдан яҙлыҡманым. Мин үҙемде ғүмер буйы имгәкләп барғандай тоям. Ҡулым аҫтындағы ҡаты ер ул – халыҡ ижады, халыҡ йолалары. Шуларҙы тойоп йәшәүем генә миңә дөрөҫ юл күрһәтә. Үрнәк алырлыҡ ауылдаштарыбыҙ юлыбыҙҙы яҡтыртҡан маяҡ булды. Ундай ауылдаштар булды, бар һәм буласаҡ. Тамырҙарҙан килгән һәләтте юғалтмай киләһе быуынға еткереү – үҙебеҙҙән тора”, - тигән һығымта яһаны Таңсулпан апай.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбай Таңсулпан Ғарипованың ғалимә булырлыҡ шәхес булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, этник хәтерҙең йолаларҙа, көнкүрештә һаҡланыуы, уны һаҡларға кәрәклеге тураһында һөйләне, “Рух һүнмәһә – ил үлмәҫ” шиғырын уҡып ишеттерҙе. Ғиниәт Ҡунафин Абдоазман Ғәлләмовтың студент саҡта уларҙың кураторы булыуын иҫкә алды. Гөлназ Ҡотоева 2000 йылда тәүгеләрҙән булып Күсей ауылының 250 йыллығы айҡанлы “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамынан телевидениеға фильм төшөрөргә насип булыуын һөйләне, башҡорт теле тураһындағы шиғырын уҡып ишеттерҙе. Яҙыусы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал: “Абдулхаҡ Игебаев һәр ваҡыт артында Күсей ауылы торғанын белеп, яуаплылыҡ тойоп йәшәне шуға ла юғарылыҡҡа үрләне. Ә ҡалала тыуғандарҙың артында ауыл юҡ, шуға ла улар үҙҙәрен шәхес итеп тоя алмай”, - тип фаразланы.
Артабан ауылдың шағирәһе Хәмиҙә Әбдрәхимова, инәйҙәр Таңсулпан Ғарипованың яратып, һөйөп юбилейы менән ихлас тәбрикләне, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡытыусылар яратҡан яҙыусыларына намаҙлыҡ бүләк итте.
Сараны ойоштороусы “Ватандаш” журналы мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева: “Күсейҙәрҙең ихласлығы – үҙе бер феномен”, - тип баһаланы. Ысынлап та, ошо ихласлыҡ булмаһа 4 сәғәтлек сараға халыҡты туплап булыр инеме, лә ололар менән бер рәттән балаларҙы ла тыныс ҡына ултыртып булыр инеме? Ауыл феномены тураһындағы һөйләшеүҙәр киләсәктә Буранбай халҡы менән осраштырасағын да хәбәр итте баш ҡала ҡунаҡтары. Ә күсейҙәр феноменыны арналған форум мәктәп уҡыусылары һәм ауыл таланттарының дәртле концерты менән тамамланды.
Артабан ҡунаҡтар Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов һәйкәленә, мәктәп бинаһының мөйөшөнә Абдулхаҡ Игебаев, Абдрахман Ғәлләмов, шағир, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Зәки Ишморатов, Тәфтизан Миңлеғолов иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташ янына сәскәләр гөлләмәһен һалды. Мәктәптең фойеһында Таңсулпан Ғарипованың әсәһе Әсмә Баймырҙинаға ҡуйылған бюсҡа яҙыусы һәм уның ҡәләмдәштәре сәскә һалды, Ҡәҙим Аралбай уның уҡыусыһы Абдулхаҡ Игебаевтың “Ғүмер аяулы” шиғырҙар китабын йәнәш ҡуйҙы. Унан ҡунаҡтар бай тарихлы музей буйлап сәйәхәт ҡылды.
Яҡташыбыҙ, күренекле яҙыусы Таңсулпан апай Ғарипованың күркәм юбилейына бағышланған сара иҫ киткес сағыу һәм эстәлекле булыуы менән тарихҡа инер.
Айгөл Иҙелбаева.

ВРЕЗКА:
Яҡташыбыҙ, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, булмышы менән ижадсы Таңсулпан Ғарипова - башҡорт әҙәбиәтенә тостарҙан да тос өлөш индергән әҙибә ул. Уның ижадының “төрки әҙәбиәтендә пенталогия яҙған берҙән-бер әҙибә” тигән юғары баһа алыуы – беҙҙең өсөн дә тиңһеҙ ғорурлыҡ. Яҙыусының йөрәк ҡаны менән һуғарылған әҫәрҙәренә тәрән лиризм, йылылыҡ, кеше күңелендәге һаҡ ҡына һиҙелерлек үҙгәрештәргә лә иғтибарлылыҡ, эмоцияларҙың иң нескә буяу-төҫмөрҙәрен дә тотоп алыу хас. Үҙе ижад иткән жанрҙың бөтә нескәлектәрен тәрән тоя белеүе, заман сәйәсәтенә, тормош ҡанундарына дөрөҫ, ғәҙел баһа биреүе менән Таңсулпан апай Ғарипованың әҫәрҙәре һәр ваҡыт уҡымлы. Уның йөрәгендәге халҡына яуаплы, намыҫ менән хеҙмәт итеү тойғоһо әүҙем ижади эшмәкәрлегендә, ихласлығында сағыла.
Айгөл Иҙелбаева.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.