О, йәшәүҙең йәме ҡалмаҫ ине, Һәр һорауға яуап табылһа. - Назар Нәжми
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Икенсе Этҡолдоң “Хазина”лары

Халҡыбыҙҙың мәңге тынмаҫ ҡурай моңо, йөрәктәргә үтеп инерлек йырҙары, шул йыр-моңдо йөрөтөүсе шәхестәребеҙ – үҙе бер алтын ҡомартҡы ул. Яҡташыбыҙ Юлай Ғәйнетдиновтың алтынға бәрәбәр халыҡ таланттары тураһында фильмдар төшөрөп, телеэкрандар аша еткереүе – баһалап бөткөһөҙ ҙур хеҙмәт. Был документаль фильмдар йыйылмаһын Юлай Ишбулды улы үҙәк район китапханаһы фондына бүләк итте. Рәсәй киноһы йылында был фильмдарҙы халыҡҡа еткереү маҡсатында “Алтын ҡомартҡы” тип аталған эстафета иғлан ителде лә инде. Уның тәүге һыҙығы Иҫке Сибай ауылында башланһа, икенсеһе Икенсе Этҡол ауылында старт алды. Уларға үрге яйыҡбайҙар ҡунаҡҡа килде.

Тәүге бүлектә ауылдың күренекле шәхесе, сәсән Шәһәрғәзе Ғәбдиев хаҡында фильм күрһәтелде. Уның хаҡында ауылдың абруйлы уҙаманы Азамат Тажетдинов китап сығарғайны. Фильмда сәсәндең бәйеттәре яңғыраны, күренекле шәхестәр менән яҙышҡан хаттары уҡылды. Күҙәтеүсән сәсән донъяла ниндәй хәлдәр бар, һынамыштарҙың барыһын да яҙып барған. Фильм ҡарағандан һуң тарих уҡытыусыһы Мораҙым Хәлилов: “Ауылыбыҙҙың беренсе сәсәне Хәмит Әлмөхәмәтов булһа, Шәһәрғәзе Ғәбдиев – икенсе сәсәнебеҙ ул. Миндә уның байтаҡ яҙмалары һаҡлана, аманатын өйрәнергә теләүселәр булһа, тапшырам”, – тине ул. Артабан сәхнәгә сәсәндең килене Сәйҙә Ғәбдиева күтәрелде, улар 6 йыл бергә йәшәгән. “Ҡайным көнө-төнө яҙыша торғайны”, – тип һөйләне. Мәктәп уҡыусыларынан торған вокал ансамбле (етәксеһе А.Ишйәров) “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” йыры менән һөйөндөрһә, йәш сәсәндәр сығып Шәһәрғәзе сәсәндең бәйеттәрен һөйләп ишеттерҙе. Ауылдың ағинәйҙәре дәртле таҡмаҡтарын бүләк итте. 

“Алтын ҡомартҡы” эстафетаһы Ю.Ғәйнетдиновтың документаль фильмдар фондын яңы исемдәр менән тулыландырыу, районыбыҙ сәнғәте тарихына яңы биттәр өҫтәү маҡсатында ла ойошторола. Кисәнең икенсе бүлегендә ҡатнашҡан талантлы, йәшәйешебеҙгә нур өҫтәүсе яҡташтар камераға төшөрөлөп бара. Икенсе Этҡолдар “Хазина” тапшырыуында үҙҙәре күрергә теләгән ауылдаштарын – йыр-моңға маһир Рафаэль Хәлитов менән Яңылбикә Арыҫланованы сәхнә түренә сығарҙы. Улар икеһе лә сығышы менән Байым ауылынан. Яңылбикә Арыҫланова 1941 йылда тыуған. 19 ғына  йәшендә Икенсе Этҡол ауылына килен булып төшә. Рәхимйән Арыҫланов менән 12 йыл ғына бергә йәшәп ҡалалар. 30 йәшендә 5 бала менән яңғыҙы ҡалып, балаларын аяҡҡа баҫтыра. Хәҙерге көндә 9 ейән-ейәнсәре, 4 бүләсәре бар. 2006 йылда райондың “Оҙон көй” бәйгеһендә Гран-при яулаған. Яңылбикә апай күкрәк түренән сыҡҡан моңо менән тамашасыны арбаны. Ул башҡарған “Томан”, “Илсе Ғайса” йырҙары һаман да ҡолаҡта сыңлап торғандай... 

 Рафаэль Хәлитов ғүмере буйы колхозда тракторсы, шофер, комбайнсы булып эшләһә лә, йыр-моңдан бер ваҡытта ла айырылмай. “Урал”, “Уйыл” йырҙарын бер көсәнмәй үҙәккә үтерлек итеп башҡарыуы – һоҡланғыс! “Атайсал” клубы рәйесе Рәфҡәт Ишбулатов: “Үҙебеҙҙең хазиналарҙы тыңлап ҡыуанып ултырабыҙ. Мин зоотехник, Рафаэль йәй механизатор, ҡышҡыһын ҡаҙанлыҡта эшләй. Таң менән барып инһәм, һарай яңғыратып йырлай, акустика көслө, шундай матур ишетелә торғайны. Ә Яңылбикәнең тауышы баҫалҡы ғына булғас, бәрәстәре баҡыра башлаһа, баҫа ла ҡуя торғайны”, – тип күңелдәрҙе күтәреп алды. Йырсыларға арнап Фәниә һәм Динар Мәжитовтар хисле йыр бүләк итте. Райондың “Атайсал” клубы рәйесе Борис Хәйретдинов: “Заманында миңә лә Шәһәрғәзе Ғәбдиев менән аралашырға насип булды. Мин унан  шәжәрәләр алып, диплом эше яҙҙым”, – тип һөйләне.  

 Кисәне Фәниә Мәжитова менән Вәлиә Ҡотдосова матур итеп ойоштороп, алып барҙы. Сара һуңында эстафета үрге яйыҡбайҙарға бирелде. 

 Матур, йөрәктәргә уйылырлыҡ саранан һуң “Гәзиткә яҙылыусы көнө” ойошторолдо. Унда әүҙем яҙылыусылар – С.Хәсәнова, Р.Хәлитов, Ә.Арыҫланова, Г.Иҫәнғужина, Н.Вәлиева, Н.Рахманғолова, Р.Мәмбәтҡолова, Ә. Ғәйнуллин, М.Дәүләтшина, Ф.Мәжитова, Р.Ишбулатов, А.Ишйәровтар – өсөн приздар уйнатылды. Төп приз – “Домашний доктор” китабы ауылдың ағинәйе, гәзитебеҙҙең дуҫы Сәлимә инәй Хәсәноваға эләкте. Яҙылыусыларыбыҙға ихлас рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ.

Айгөл Иҙелбаева.

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.