Бәндә бит ул йөктән бөгөлөп төшмәй, Бөгөлә икән – йөгө юҡлыҡтан. - Салауат Әбүзәров
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon КҮК ИРӘНДЕК ЙЫРСЫҺЫ - Абдулхак Игебаев

КҮК ИРӘНДЕК ЙЫРСЫҺЫ 

  Абдулхак   Игебаев  

Башҡортостандың халыҡ шағиры,
Башҡортостан   Республикаһының  Ғәлимов Сәләм   һәм   Салауат  Юлаев  исемендәге  Дәүләт   премиялары   лауреаты,Салауат Юлаев  ордены кавалеры, Баймаҡ районында булдырылған  әҙәбиәт һәм  сәнғәт  өлкәһендәге  Батыр  Вәлид  исемендәге  премияһының  тәүге  лауреаты, Баймаҡ ҡалаһының   һәм  районының   почетлы  гражданины

 

 

Ижад шатлығын да ;
татырмын мин,
янырмын.
ғүмер буйы
Фәҡәт үҙем булып   ҡалырмын.

 

Абдулхак  Хажмөхәммәт улы   Игебаев  1930  йылдың  2   июлендә  Башҡортостандың  Баймаҡ районы  Күсей   ауылында  тыуған.  Ул  йәшләй  етем  ҡала, балалар йортонда тәрбиәләнә. 1946-1950  йылдарҙа   Башҡорт  дәүләт педагогия   институтының  тел  һәм  әҙәбиәт    факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, “Ҡыҙыл таң”, “Совет Башҡортостаны”  гәзиттәре һәм   “Ағиҙел”  журналы   редакцияларында   әҙәби  хеҙмәткәр  булып  эшләй.

1969-1971  йылдарҙа  Мәскәүҙә   М. Горький   исемендәге  Әҙәбиәт институты   ҡаршыһындаға  Юғары  әҙәби  курстарҙы   тамамлап  ҡайта. 1971   йылдан 1990  йылға   ҡәҙәр  “Ағиҙел”  журналы   редакцияһының поэзия  бүлеге  мөхәррире вазифаһын  башҡара.

Абдулхаҡ  Игебаевтың  шиғырҙары  республика  матбуғатында 1948-1949   йылдарҙа  уҡ  күренә  башлай. Ә беренсе китабы- “Йәшлек йыры”  тигән  шиғырҙар йыйынтығы  1954 йылда  баҫылып  сыға.   Шунан  бирле  авторҙың Өфө,  Ҡазан  һәм  Мәскәү  нәшриәттәрендә   башҡорт, татар , рус  телдәрендә  утыҙҙан  артыҡ  китабы  донъя   күрҙе.

Абдулхаҡ Игебаев- нигеҙҙә лирик   шағир, кешеләрҙе изгелеккә,  яҡты күңелелеккә әйҙәй. Аяҡтары уның ерҙә,  күҙе – кешеләрҙә,   күңеле- донья ғәмендә.  Ул  халыҡ   яҙмышы  хаҡында  тәрән уйлана, ил  хәстәре, ил  ғәмдәре менән  янып йәшәй, заман менән  бергә  һулыш  ала.  Шулай уҡ, шағир  күп һанлы шиғри  циклдарҙың, ҙур  күләмле  лиро- эпик, патетик, лирик поэмаларҙың, шулай  уҡ  уйланыуҙар, борсолоуҙар, хәүеф-хифалар менән  һуғарылған  ҡобайырҙың авторы.

Абдулхаҡ  Игебаев  шиғырҙарына   күп  композиторҙар  йыр  сығарған   һәм  данлыҡлы  йырсылар   уларҙы   үҙ  репертуарына   алған.  Мостай Кәрим  был турала “А.Игебаевтың  ижад  арбаһын  пар  ат  тартып  бара. Төптә - уның  ололар  өсөн  яҙылған  шиғырҙары. Дуғаһында  ҡыңғырауы ла бар. Уныһы – шағирҙың композиторҙар моң өргән йырҙары. Уларҙы беҙ ишетеп  торабыҙ, зауыҡланабыҙ.” - тип  яҙғайны.

Күп  йылдар дауамында   Абдулхаҡ  Игебаев  балалар  әҙәбиәте өлкәһендә лә   ең  һыҙғанып  эшләй. Уның  кесе йәштәге балалар  өсөн,   мәктәп  уҡыусылары  өсөн яҙған йыйынтыҡтары  бәләкәс дуҫтарыбыҙға  яҡшы таныш.

Шулай ҙа  А. Игебаев   иң элек-  тыуған яҡ  йырсыһы. Шуға ла   уны  үҙ илендә  һағынып көтөп алалар, яңынан – яңы  ижад емештәрен  уҡып һөйөнәләр.

 

Тыуған  яҡ- илһам сығанағы

Һәр  ҡоштоң  үҙ ояһы, һәр балыҡтың үҙ күле, һәр әҙәмдең үҙ иле, йәғни

кендеге береккән, йәне ереккән мәрхәмәтле   ғәзиз төйәге, тыуған ере була.

Беҙҙең  өсөн  нурлы- йырлы  төйәгебеҙ, тыуған яғыбыҙ- Баймағыбыҙ бер генә! Күҙ алмаһы кеүек бер генә!   Күкрәктәге  дөпөлдәп  типкән  йөрәк кеүек бер генә!  Әйе,  Баймаҡ  үҙ тәбиғәте менән  мөғжизәле ил!  Баймаҡ  үҙ хазинаһы менән  зиннәтле ил! Баймаҡ – үҙ икмәге менән икмәкле ил! Баймаҡ- үҙ таланттары менән  хикмәтле ил!     

Бәрәкәтле Баймаҡ ере халҡыбыҙҙың халҡыбыҙҙың  арҙаҡлы улдары  Әхмәтзәки Вәлиди, Муса Мортазин, Шәһит Хоҙайбирҙин, Шәйехзада   Бабич, Мирхәйҙәр Фәйзи , Зекерейә Аҡназаровтың  яҡты эҙҙәрен  ҡәҙерләп  һаҡлай. Күк Ирәндек   һауаһын  һулап,  селтер  шишмәһенең саф һыуын эсеп  үҫкән  Хөсәйен Әхмәтов, Рәүеф  Мортазин, Рәиф Ғәбитов   кеүек мәшһүр  композиторҙарын, Батыр Вәлид, Сәләх Күлибай, Хөсәйен Ҡунаҡбай, Нәжиб Иҙелбай   һымаҡ  яугир- шағирҙарын  яҡташтарым  һәр ваҡыт  ҙур  ихтирам   менән  иҫкә ала.

Баймаҡ тарихи ваҡиғаларға бай яҡ. Ҡолаҡ һалып  тыңлаһаң, уның һәр ағасы, һәр йылғаһы, һәр  убаһы,  һәр  ҡаяһы   әллә күпме  хикәйәт, әллә күпме шәжәрә, әллә күпме легенда  һөйләр кеүек тойола.

Абдулхаҡ  Игебаев

Беҙ- Баймаҡтар  бит әле

Эй, аҡһаҡал,

сал тарихтың

Йомғаҡтарын  һүт әле,

Ирәндеккә-Йәнтөйәккә

Ҡарағастай тамыр йәйгән

Иң аҫаба, йор  башҡорттар-

Беҙ- Баймаҡтар  бит әле!

Эй, ҡорҙашым, хаҡ һүҙемде

Ҡолағыңа кирт әле,

Быуын-быуын  булып үрсеп,

Милләтебеҙҙе  ҡотайтҡан

Сая рухлы  ырыуҙаштар-

Беҙ- Баймаҡтар  бит әле!

Эй, яҡташым, әҫәрләнеп,

Моң-сазыңды  сирт әле,

Урал  ҡурайҙарын уйнап,

Бар  ҡитғаның таң  ҡалдырған

Йырға- моңға  маһир заттар-

Беҙ- Баймаҡтар  бит әле!

Эй һыбайлы,  Һаҡмар буйлап

Бер елдереп үт әле,

Ат атланып,

яуға сабып,

Ил дошманын  еңеп  ҡайтҡан

Ҡурҡыу  белмәҫ азаматтар-

Беҙ- Баймаҡтар  бит әле!

 

Эй  һылыуҡай, йәшен – ҡартын

Бейеп  хайран ит әле,

Иң-иң сағыу йондоҙҙарҙы

Сәхнә күгендә   балҡытҡан

Сәнғәткә   ғашиҡ  таланттар-

Беҙ-Баймаҡтар бит әле!

 

Эй  тыуған яҡ сәхрәләре,

Матур  шул  иҫ китмәле,

Шундай гүзәл илкәйемдең

Һәр бер тын алышын тойған

Хәстәрлекле бауырҙаштар-

Беҙ- Баймаҡтар  бит әле!

 

Әйҙә, күкрәп сәскә атһын

Дуҫлығыбыҙ түтәле,

Ошо дуҫлыҡ түтәленең

Мәңге шиңмәҫ сәскәләрен

Ел- дауылдан  ҡурсыусылар-

Беҙ- Баймаҡтар  бит әле!

Заман ауыр, нужалары

Үҙәктәргә үтмәле,

Әммә зарлы   донъяны ла

Нурландырырға ынтылған

Ҡояш йөрәкле халыҡтар-

Беҙ -Баймаҡтар бит әле!

1993

 

 

Илһамланып  шиғыр уҡыу  бары Баймаҡта ғынаАбдулхаҡ Игебаев ҡатыны Маһиҙә менән Ирәндек итәгендә

 

 

 

 

 

 

Яҙыусы Рамазан  Өмөтбаев менән Абдулхаҡ Игебаев Баймаҡ районының “Таналыҡ” колхозында, 1991 йыл

 

 

 

 

 

Шағир  район китапханаһында  һәр саҡ   көтөп алынған ҡунаҡ Шағир Ҡ. Аралбай  менән  Күсейҙә  Батыр  Вәлидкә таҡтаташ асыу тантанаһында

 

 

 

 

 

 

Кусей ауылында осрашыу

 

 

 

 

 

 

 

 

ЯҠТАШТАРЫ   ШАҒИР  ИЖАДЫ   ХАҠЫНДА

Фекергә лә, телгә лә, хис- тойғоға ла  бик бай ул  Игебай. Тормошто  яҡшы   белгән, уның  әсе-сөсөһөн  мул татыған  әҙиптең шиғырҙарын иғтибарлап  уҡыһаң, һәр юлында  һәр  ҡайһыбыҙға  төбәп  әйтелгән   фәһемле  фекерҙәрҙең күплегенә  хайран  ҡалаһың.  ә  үҙенең тыуған  төйәгенә- Баймаҡ еренә, уңың халҡына, айырым кешеләренә   шағирҙың  туғандарса  мөнәсәбәте  күп һанлы  әҫәрҙәрендә  асыҡ   кәүҙәләнә.  Ҡайнар  йөрәкле, тапҡыр  һүҙле, үткер ҡәләмле  әҙип   үҙенең  оло таланты, милли рухы, ҙур  эшмәкәрлеге менән    юғары  дәрәжәле ырыуҙаш  булыуы менән  бер рәттән , яҡташтарына  ябай, кешелекле һәм кеселекле иптәш тә, дуҫ та, таяныс та ул. Бәлки, тап  бына   ошо сифаттары  уны беҙгә  нығыраҡ  яҡынайталыр.

 Әмир  Сәйғәфәров
Баймаҡ районы  башҡорттары ҡоролтайы  рәйесе,
Башҡортостан республикаһының почетлы крайҙы  өйрәнеүсеһе

 

 

         Ифрат күп  уның  дуҫтары атайсалында. Тыуған төйәгенә ҡайттыммы-ул  һәр йортта    түрҙән урын  алған ҡунаҡ . Сөнки  үҙе    шулай ҡунаҡсыл.  Кемдәр генә килмәй Өфөнөң  Зорге урамындағы йортҡа! Берәүҙәр  ярҙам һорарға, икенселәре  шатлыҡтарын  уртаҡлашырға килә. Ҡайғылы  хәбәрҙәрҙе лә  алып килгән саҡтары була. Барыһын да күтәрә беләләр бында. Бер саҡ Абдулхаҡ  ағайым  әйткәне булыр: “Тәфтизан, бер күҙ  ҙә илай  икән ул. Яңыраҡ  обкомға барғайным.  Өлкән  ағайым   шундай  әрнетеп сығарҙы, үҙем  ергә баҡҡанмын, ә бер  күҙемдән  бөрсөк-бөрсөк й әштәр тәгәрәй. Күҙемдең  икенсеһе , Аллаға шөкөр, иламай.  Бына  шул  инде  сабый холоҡло, оло  йөрәкле Игебай”

Тәфтизан Ушанов,
Башҡортостандың  атҡаҙанған мәҙәниәт  хеҙмәткәре

 

Баймаҡ яҡтарының  һәр кеме өсөн  Абдулхаҡ Игебаевтың  ижады  берҙәй  яҡын һәм  ҡәҙерле. Уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре  өсөн  шиғри  йыйынтыҡтары  өҫтәл китабына  әйләнгән. Районда үткән ниндәй генә сараны  алма, унда    шағирҙың   шиғырҙары, йырҙары   яңғырай.   Абдулхаҡ  Игебаевтың    ижадын тәрәнерәк  өйрәнеү  һәм  йәш  быуынды      шул  шиғырҙар  өлгөһөндә тәрбиәләү  маҡсатында  район китапханаһы  янында   Игебай мәктәбе  ойошторолдо. Шуныһы  ҡыуаныслы, йәш  ҡәләм тирбәтеүселәр  араһында  шағирҙың  дауамы  булырҙай   өмөтлө йәштәребеҙ   үҫеп килә.

Л.К. Дәүләтшина
Баймаҡ биләмә -ара  китапханаһы директоры

 

Үҙ күҙемә  үҙем ышанмайым,
Атайсалым шундай  үҙгәргән,
Йәншишмәмдең һыуы кибеп бара,
Ҡан тамсыһы  тама гөлдәрҙән.

Ватанын сикһеҙ һөйгән, халҡының  яҙмышы өсөн  әрнеп борсолған әҙип кенә   ошолай бәғерҙәргә үтеп инерлек юлдар  яҙа алалыр ул.  Мин иһә Абдулхаҡ  ағайҙы  тап шундай кеше итеп беләм дә.  Ғүмере буйы  тыуған яғы тип янған, күк Ирәндеген  юҡһынған, егәрле яҡташтарын  һағынған нескә күңелле, оло йәнле кеше итеп..”

Гөллирә Исхакова, шағирә

 

Күсейҙәр

Һағыш  шырлыҡтарын  үтмәнекме,

Кисмәнекме хәтәр кисеүҙәр?...

Әммә ләкин  һис бер ваҡытта ла

Ауырлыҡҡа башҡайҙарын эйеп,

Ебеп  төшмәнеләр  күсейҙәр.

 

Йәнтөйәктә  үҫкән   ҡан – ҡәрҙәштәр

“Берҙәмлектә - беҙҙең көс”  тиҙәр,

Шул илаһи көстө тойғанға ла,

Бер төптән һәм берҙәм  булғанға ла,

Эштә йөҙ  ҡыҙартмай  күсейҙәр.

 

Ана, ҡапҡаларын шарҙар асып,

Йылмайышып баға күп өйҙәр…

Аҡ мәсетле тыуған ауылыма

Иман нуры  бөркөп,

                         сафлыҡ һирпеп,

Мең- мең сауап ала  күсейҙәр.

Ул  йырсылар, ҡурайсылар бында

Быуын –быуын  булып үрсейҙәр…

Үҙ еренең таланттары менән

Башҡортостан тигән

                         Ил алдында

Маһайырға хаҡлы  күсейҙәр.

Асырғанып һыҡтай күпме ҡоштар,

Күпме йәндәр ситтә  үкһейҙәр…

Шөкөр тимен, сылтыр шишмәләрҙең,

Кендек ҡаны  тамған  еркәйҙәрҙең

Ҡәҙеркәйен  белә күсейҙәр.

 

1992

 

   

Йәнгә ғәзизһең, Темәс

 

Урал аръяғында бер ауыл бар

Беҙҙең күңелдәрҙе арбаған,

Рәхмәт инде,

                               аҫыл был төйәкте

Олатайҙар белеп һайлаған.

 

Һай, боронғо матур ауыл,

Йөҙөң таң һымаҡ көләс,

Бер ҡулыңда – алтын ураҡ,

Бер ҡулыңда – аҡ күмәс;

Һинән күргән игелекте

Онота алмам, Темәс!

Йәнгә ғәзизһең, Темәс!

 

Урал аръяғында бер ауыл бар

Тормош үрҙәренә талпынған,

Заманында башҡорт иленең ул

Баш ҡалаһы булып балҡыған.

 

Урал аръяғында бер ауыл бар

Сал тарихтар һөйләй һуҡмағы,

Ошо яҡта гөлтләй-гөлтләй янған

Бабичтарҙың шиғри усағы.

 

Урал аръяғында бер ауыл бар

Шөһрәттәре киткән алыҫҡа,

Эй хоҙайым, йәнтөйәктән айырып

Һала күрмә мине һағышҡа.

 

1991

 

 

Үҙе ҡанатлы, ижады талантлы

 

  1. Йәшлек йыры:   Шиғырҙар [Текст]  //Өфө, 1954.
  2. Тыуған ер:  Поэма  һәм  шиғырҙар [Текст]  //Өфө, 1956.
  3. Яңы  һыҙаттар: Очерктар [Текст]  //Өфө, 1957.
  4. Минең  һеңлем: Шиғырҙар [Текст]  //Өфө, 1958.
  5. Ирәндек  бөркөтө: Шиғырҙар  һәм  поэмалар[Текст]  // Өфө, 1959.
  6. Аҡбуҙат:Шиғырҙар [Текст]  //Өфө, 1960.
  7. Йылмайығыҙ, йондоҙҙар: Шиғырҙар[Текст]  //Өфө, 1964.
  8. Алтын  тулҡындар:  Шиғырҙар  [Текст]  // Өфө, 1966.
  9. Еҙ  ҡыңғырау: Шиғырҙар  [Текст]  //Өфө, 1968.
  10. Урал  тауышы: Шиғырҙар, поэмалар [Текст]  // Өфө, 1969
  11. Земля – моя колыбель: Стихи  и поэма  [Текст]  // Уфа, 1970.
  12. Серебрянный колокольчик: Стихи [Текст]  // М., Детская литература, 1970.
  13. Һағына белә икән таштар ҙа: Лирика  [Текст]  // Өфө, 1972.
  14. Ҡайҙа  һайрай  һандуғасҡай:  Шиғырҙар  [Текст]  // Өфө, 1974.
  15. Беләм ерем- һыуым   ҡәҙерен:  Шиғырҙар[Текст]  // Өфө,1979.
  16. Пляшет зайчик  золотой: Стихи и  сказки [Текст]  //Уфа, 1977.
  17. Ҡар  өҫтөндә усаҡ ҡыбыҙҙым [Текст]  // “Тәлгәштәр”. Өфө, 1978.
  18. Бәләкәс дуҫтарыма:  Шиғырҙар [Текст]  // Өфө, 1979
  19. Шиғырҙар, поэмалар[Текст]  // Өфө, 1980.
  20. Отчего березка  плачет :Стихи, сказки [Текст]  //Уфа,1982.
  21. Прилетай, скорей , пчела.: Стихи [Текст]  // М. ,  Детская  литература, 1984.
  22. Гөлдәр  һиберҙәй булам: Шиғырҙар [Текст]  // Өфө, 1984.
  23. Горсть  земли родной: Стихи, поэмы [Текст]  //Уфа, 1987.
  24. Быстроходный мой  челнок: Стихи [Текст]  //М., Малыш, 1987
  25. Һеҙҙең  өсөн, балалар:  Шиғырҙар, әкиәт [Текст]  //Өфө,1989.
  26. Әйтелмәгән һүҙҙәрем бар: Шиғырҙар, поэмалар, ҡобайырҙар[Текст]  // Өфө, 1994.
  27. Һайланма әҫәрҙәр: Шиғырҙар, поэмалар,  ҡобайырҙар[Текст]  // Өфө, 1994.
  28. Йәшлек  илендә ҡалам: Шиғырҙар, поэмалар,  ҡобайырҙар[Текст]  // Ҡазан, 1997.
  29. Сәй  ҡайнатты  ҡуяндар:  Шиғырҙар, йырҙар, әкиәттәр[Текст]  //Өфө, 1997.
  30. Елеп  бара   ғүмер  йомғағы: Шиғырҙар, поэмалар, ҡобайырҙар[Текст]  // Өфө, 2000.
  31. Яҙмыш  юлҡайҙары  урау, урау:Әҙәби портреттар, хәтирәләр [Текст]  // Өфө, 2002.
  32. Һайланма әҫәрҙәр. Ике томда. 1-се том: шиғырҙар, поэмалар, ҡобайырҙар [Текст]  // -Өфө: Китап, 2004.
  33. Ҡайҙа  һайрай һандуғасҡай? Шиғырҙар, йырҙар, ҡобайырҙар, әкиәттәр, поэмалар [Текст]  // Өфө; Китап, 2010.

 

 

 

 

 

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Хазиахметов, Ш. С. Господин Литератор : роман-эссе, повесть, расска­зы / Шамиль Хазиахметов. — Уфа: Китап, 2016. — 304 с.