Башҡорт булыуыңдан ни мәғәнә, Балаларың башҡорт булмағас… - Мәүлит Ямалетдинов
Меню
Навигация
Вход в систему

Яндекс.Метрика

 

Рейтинг@Mail.ru

     

 
AddThis

PostHeaderIcon Кешеләргә бер йылы һүҙ етә, ул һүҙ булһа ысын йөрәктән


Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Рәсәй федерацияһының М.Горький, Башҡортостандың С.Юлаев исемендәге Дәүләт премиялары лауреаты, Башҡорт халыҡ шағиры, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 тулыу айҡанлы “Кешеләргә бер йылы һүҙ етә, ул һүҙ булһа ысын йөрәктән “ тип аталған әҙәби музыкаль кисә үтте. Сарала Баймаҡ ҡалаһының 3-сө һанлы мәктәбенең класс етәксеһе Лиза Урал ҡыҙы етәкселегендә 8 синыф уҡыусылары, китапханасылар ҡатнашты. Китапхана хеҙмәткәре С.Иҙелбаева шағирҙың ижад һәм тормош юлына мауыҡтырғыс сәйәхәт яһаны, уҡыу залында ойошторолған “Ҡөҙрәтле һүҙ оҫтаһы” исемле китап күргәҙмәһе менән китапхана хеҙмәткәре В.Ишбаева байҡау яһаны һәм шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Төрлө йылдарҙа сыҡҡан китаптарының эстәлеге менән ҡыҫҡаса таныштырҙы . Сара күренекле шағирҙың тормошона һәм ижадына арналған видеояҙмалар менән үрелеп барҙы. Н.Нәжмиҙең шиғырҙарына ижад ителгән йырҙарҙан поппури тыңланыҡ. Уҡыусылар ҙа буш килмәгән, шағирҙың Башҡорт йырының алтын фондына ингән “Өфө йүкәләре” исемле йырын башҡарҙылар. Әлеге быуын вәкилдәрендә Н.Нәжми йырҙарына һөйөү бар икән, тимәк Назар Нәжмиҙең ижады мәңгелек .

Участник IV Республиканского конкурса -Лучший библиотечный сайт

Найти
Рубрика "Новые книги"
Әлибаев, С. Ә. Бел ҡәҙерен ғүмереңдең : шиғырҙар, йырҙар / Сафуан Әлибай. — Өфө : Китап, 2016. — 352 бит.